6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Илһөйәр Ғәзетдинованың мөғжизәләр иле
19.06.06


       Ысын актрисаны күреү өсөн тамашасыға һәр ял һайын спектаклдәргә йөрөү мотлаҡ түгел. Актрисаның бер етди эшен күреү менән уға ғүмергә ғашиҡ булыу мөмкин.
       Иҫ киткес гүзәл, ҡара сәсле сиған ҡыҙы Маша 70 - се йылда рҙа бик күптәрҙе әсир итә. Беҙҙең героиня - Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы - әйтеүенсә, был уның төп ролдәренең береһе була. Тәнҡитселәр шулай уҡ уның "Тере мәйет" спектаклендәге эшен оҫталарса
       башҡарылған тип иҫәпләй.
       - Был актрисаның яҡшы ролдәренең береһе, бәлки иң яҡшыһылыр ҙа... - ти билдәле тәнҡитсе, сәнғәт фәне кандидаты , Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Һөйөндөк Сәғитов.
       Классик актриса булараҡ, Илһөйәр Ибраһим ҡыҙы ҡатмарлы
       һәм ҡыҙыҡлы ролдәрҙән уңған тип әйтергә кәрәк. "Ҡара йөҙҙәрҙәге" Ғәлимә, татар һәм башҡорт драматургияһы классигы
       Мирхәйҙәр Фәйзи әҫәрендәге Ғәлиәбаныу, "Айгөл илендәге" Зөлхәбирә роле - күп артисткаларҙың хыялы. Әммә уларҙы башҡарыу нәҡ Илһөйәр Ибраһим ҡыҙының өлөшөнә төшкән көмөшө.
       Һәм ҡасандыр элек Ғәлимә роле сәхнә әҫәренең уңышына булышлыҡ иткән кеүек, сәхнәгә Майнур сыҡҡандан һуң Зинира Атнабаеваның "Өҙөлгән туй" спектакле лә сағыу төҫтәр менән балҡыны һәм Рөстәм Хәкимовтың иң яҡшы постановкаларының
       береһе тип билдәләнде. Майнурҙың ғазаптарын үҙ йөрәге аша үткәреү еңел булмағандыр Илһөйәр Ғәзетдиноваға. Аллаға шөкөр , актрисаның шәхси тормошонда барыһы ла һәйбәт - яратҡан ире , улы, килене, ейәне бар... Ә урта йәштәрҙәге, матур һәм көс лө Майнурҙың тормошо башҡасараҡ - ул бала таба алмай һәм уға иренең икенсе ҡатынға өйләнеүен кисерергә тура килә. Героиня
       был һынауҙы лайыҡлы үтә, һәм бәлки ошо характеры менән дә у л Илһөйәр Ибраһим ҡыҙын хәтерләтәлер.
       - Драматик ролдәр миңә яҡыныраҡ, мин уларҙы яҡшы тоям. Әммә был башҡа ролдәрҙән баш тартыуҙы аңлатмай... 35 йыллыҡ эш дәүерендә мин ике ролде генә теләмәйенсә башҡарҙым. "Төштәр оҙон булмай" тигән спектаклдә картуф та әрсей белмәгән ҡала ҡыҙы ролен бирҙеләр. Мин уны уйнағанда тамашасыларҙан бер уңайһыҙландым да хатта.
       - Яратҡан ролдәрегеҙ бармы
       - Ғәлиәбаныу ролен 20 йыл уйнаным. Бының өсөн фигурамды
       һаҡланым, ҙур гастролдәргә сығырға тура килһә, бөтөнләй ашамай торғайным. Тағы бер яратҡан ролем - "Ҡара йөҙҙәрҙәге"
       Ғәлимә. Фажиғәле, аҡылдан яҙҙырырлыҡ роль. Әммә мин уны уйнай алыуым менән бәхетлемен.
       - Яратмаған ролдәрегеҙ
       - Йәш саҡта кире ролдәрҙе башҡарырға яратмай торғайным.
       Әммә "Тормоштоң бәхетле мәленән" Тәскирә күңелемә ятты. Ул уҫал да, драматик та, лирик та роль.
       - Актриса - профессиямы, хеҙмәтме Шатлыҡмы әллә йәштәрме
       - Профессия ла, хеҙмәт тә, шатлыҡ та, йәштәр ҙә... Ул минең бала саҡ хыялым. Йүнләп һөйләшә лә белмәгән саҡтан алып "әртис" булам тип ҡабатлағанмын. Был теләк ҡанымдалыр тип уйлайым. Һәм ул әсәйемдән күскәндер, моғайын. Әсәйем ысын актриса ине, йырланы, бейене, сәхнә таланты ла булды уның. У ны Өфөгә уҡырға ла алырға теләгәндәр, әммә оләсәйем рөхсәт итмәгән. Атайым да матур йырлаған, әммә башлыса ҡунаҡтар өсөн генә. Апайым бейергә яратты...
       Илһөйәр Ғәзетдинова Дүртөйлө районының Исмаил ауылында тыуып үҫә. Уҡытыусы ҡыҙы яҡшы уҡырға ғына түгел, өйҙәге эштәрҙе бөтөрөргә лә өлгөрә. Йәш Илһөйәр ир - ат эштәрен дә
       теләп башҡара: утын яра, ҡаҙаҡ ҡата...
       Мәктәп йылдары тураһында ул тормошондағы иң ҡыҙыҡлы мәл т ип иҫкә ала.
       - Ах, ул мәктәп йылдары! Рәхмәт һеҙгә! Был ваҡыт эсендә күпме эштәр эшләнде. Синыфта староста ла, вожатый ҙа булдым.
       Грамоталар, дипломдар, приздар - барыһын да алып өлгөрҙөм.
       Мәктәпте тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Баш ҡала студенттары менән оҙаҡ ваҡыт уртаҡ тел таба алмағанды иҫәпкә алмаһаң, барыһы ла яҡшы булды, тип хәтерләй
       Илһөйәр Ғәзетдинова.
       Уның ҡарауы һуңыраҡ ул уртаҡ телде сәхнә аша таба.
       Бөгөн Башҡорт академия драма театрында тамашасылар уны аяғүрә баҫып алҡышлай. Артистканың 50 йәшенә һәм сәхнә
       эшмәкәрлегенә 35 йыл тулыуына арналған кисәлә алма төшөр
       урын да юҡ. Уның таланты алдында баш эйеүселәр, коллегалары , уҡыусылары, яҡташтары - барыһы ла уны ҡотларға йыйылған. Б Р мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры урынбаҫары Зинфира
       Әбделмәнова тантана героиняһына уның тамашасыларға бүләк
       иткән байрамы өсөн рәхмәт белдерҙе. Яуап һүҙендә Илһөйәр Ғәзетдинова ирешелгәндәрҙә ғаиләһенең дә өлөшө ҙур булыуын һ ыҙыҡ өҫтөнә алды.
       - Мин тормош иптәшем Рәис Суфиян улы Усмановҡа бик рәхмәтлемен, - тине Илһөйәр Ғәзетдинова. - Ул булмаһа, бөгөн мин һеҙҙең алдығыҙҙа баҫып тормаҫ инем.
       Актрисаның тормош иптәше, отставкалағы полковник, был кисәлә шатлыҡ йәштәрен тыйманы. "Актрисаны аңлау еңел түгел,
       - ти Илһөйәр Ибраһим ҡыҙы. - Әммә Рәис мине аңлай алды. Уға , ҡайным һәм ҡәйнәмә рәхмәтем ҙур.
       - Бөгөнгө кисә ижадҡа сик ҡуямы Әллә тағы ла уйнарға теләгән ролдәрегеҙ бармы
       - Хыялланыуҙан туҡтамайым мин. "Ғәйепһеҙ ғәйеплеләрҙә" Кручининаны уйнар инем. Әммә хыялланыу - бер эш, уны тормошҡа ашырыу - икенсе.
       - Үҙегеҙгә ниндәй теләк теләр инегеҙ
       - Һаулыҡ. Ә коллегаларыма ихлас һәм шат күңелле булыуҙары н теләйем. Беҙ ижад кешеләре икәнде онотмайыҡ...

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал