6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Яҡут үҙен Башҡортостанда өйҙәге кеүек тоя
16.06.06


       - Төркиә парламентында хәҡиҡәт конструктив бәхәстә тыуа, - тип һөйләй Төркиәнең Бөйөк Милли Йыйылышы рәйесе урынбаҫары Садиҡ Яҡут Башҡортостан Дәүләт Йыйылышындағы колл егаларына. - Закон сығарыусылар өсөн иң мөһиме - төрөк халҡының йәшәйеш кимәлен күтәреү. Һәм был беренсе сиратта
       республика граждандарының хоҡуҡтарын һәм азатлығын киңәйтеүҙән башлана.
       Төркиә парламенты делегацияһы беҙҙең республикаға сәфәр менән кесаҙна көнө үк килһә лә, Садиҡ Яҡут һәм уның иптәштәр е башҡорт парламентарийҙары менән "йөҙгә йөҙ" режимында бөгөн генә осрашты. Республиканың закондар сығарыу органы
       рәйесе Константин Толкачев һәм вице - спикер Салауат Кусимо в етәкселегендәге даими комитет рәйестәре Төркиә һәм Башҡортостан власының юғары тармаҡтары ҡоролошон баһаланы һә м сағыштырҙы.
       Дәүләт Йыйылышында 120 депутат иҫәпләнһә, Төркиәнең Бөйөк Милли Йыйылышында улар - 550, әммә ике парламент та бер палаталы. Әйткәндәй, Бөйөк Йыйылыштың тәүге рәйесе вазифаһын Төрөк Республикаһына нигеҙ һалыусы Мостафа Кемаль Ататөрөк башҡарған, һәм һәр төрөк парламентарийы үҙ
       эшмәкәрлеген уның эшенә тоғролоҡҡа ант итеүҙән башлай. Ике яҡтың закондар сығарыу органдарының бөгөнгө эшмәкәрлегендә оҡшаш һыҙаттар башҡорт һәм төрөк парламенттарына, йола буйынса, төрлө сәйәси партия һәм хәрәкәттәр вәкилдәре һайланыуында сағылыш таба.
       - Дәүләт Йыйылышына "Берҙәм Рәсәй", СПС, "Аграр партия", "Яблоко", шулай уҡ ошо көндәрҙә генә үҙ фракцияһын теркәгән
       "Рәсәйҙең ТОРМОШ партияһы" һайланды, - тип хәбәр итте Константин Толкачев.
       - Төрөк парламентының бөгөнгө составы 2002 йылдың өсөнсө
       ноябрендә үткән парламент һайлауҙары барышында һайланды, унда 18 сәйәси фирҡә ҡатнашты. Әммә бөгөн Йыйылышта дүрт партия - хакимлыҡ итеүсе Ғәҙеллек һәм үҫеш партияһы, Халыҡ - республика партияһы, "Отечество" партияһы һәм үҙ фракцияһы булмаған Хәҡиҡәт юлы партияһы бар, - тип таныштырҙы Садиҡ
       Яҡут һәм Төркиәлә этник билдә буйынса, шулай уҡ асыҡтан - асыҡ клерикаль һәм фашистик партиялар төҙөү закон тарафынан тыйылыуын белдерҙе.
       - Беҙҙең парламент донъяла иң алдынғыларҙың береһе, тип иҫәпләйбеҙ, - ти Садиҡ Яҡут, әммә төрлө дәүләттәрҙә теге йәк и был закон ҡабул итеү процедураларының нисек һәм нимә өсөн ҡулланылыуын күреү һәр ваҡыт файҙалы, әлбиттә, тип өҫтәп ҡуйыуҙы кәрәк тип таба. Төрөк делегацияһының Башҡортостанға сәфәренең бай программаһына килгәндә, Яҡут республика халҡы Z\м етәкселегенең уларға күрһәткән йылы мөнәсәбәтенә һәм иғтибарына шатланыуҙан туҡтамай. - Бында беҙ үҙебеҙҙе өйҙәге
       кеүек тоябыҙ, һәм был беҙҙең йөрәктәрҙең бергә тибеүенә дәлил, - ти ул.
       Ҡунаҡсыллыҡ йолалары дауам итә - Дәүләт Йыйылышы спикеры үҙенең төрөк коллегаһына данлыҡлы башҡорт балы тултырылған б әләкәй мискә һәм биҙәкле ағас һауыт - һабалар йыйылмаһы бүләк итте.
       - Төркиә һәм Башҡортостандың парламент - ара мөнәсәбәттәр е ярайһы уҡ һөҙөмтәле үҫешә. Төрөк Республикаһы тәжрибәһен Дәүләт Йыйылышының закондар сығарыу эшмәкәрләгендә лә файҙаланырға мөмкин. Беренсе сиратта, был баҙар мөнәсәбәте ю лында үҫешеүсе башҡа дәүләттәрҙең хаталарын ҡабатламау өсөн кәрәк. Төркиә һәм Башҡортостан парламенты араһындағы мөнәсәбәткә килгәндә, беҙ, минеңсә, әлегә юлдың башында ғына
       торабыҙ, - тип тамамланы һүҙен Константин Борисович.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал