6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Башҡортостандың алтын курорттарында ял итегеҙ
16.06.06


       Республика шифаханалары тураһындағы теманы дауам итеп,
       беҙҙең рубрика Башҡортостандың сираттағы наградалары тураһында бәйән итмәй булдыра алмай. Республикабыҙ тағы ла Рәсәй кимәлендә танылыу яуланы. Сочи ҡалаһында үткән "Шифахана - 2006" форумында наградаларҙың өстән бере беҙҙең өлөшкә төштө. Санаторийҙар ете алтын миҙалға лайыҡ булды.
       Башҡорт дәүләт медицина университетының аяҡҡа баҫтырыу
       медицинаһы һәм курортология ғилми - тикшеренеү институтына бирелгән тағы бер миҙал төбәктең рекреацион системаһы торошон объектив баһалауға дәлил тип билдәләргә кәрәк.
       "Янғантау" "Иң яҡшы шифахана" булараҡ танылыу яуланы, "Красноусол" менән "Асы" - территорияларҙы биҙәү йәһәтенән
       алдынғы. Өҫтәүенә республиканың иң йәш санаторийҙарының береһе булған "Асы" санаторийы "Тәбиғи дауалау факторҙарын ф айҙаланыу буйынса иң яҡшы шифахана" номинацияһында ла миҙалға лайыҡ булды.
       Ғилми тикшеренеүҙәр ойоштороу буйынса иң яҡшы шифахана ис емен "Йәшел сауҡалыҡ" санаторийы яуланы. "Йоматау" аяҡҡа баҫ тырыу медицинаһының иң яҡшы технологиялары, ә "Танып" санаторийы реклама эшмәкәрлеге буйынса иң алдынғы шифаханалар булып танылды.
       "Курорт эше белгестәрен әҙерләү буйынса иң яҡшы ойошма" номинацияһында форум миҙалы БДМУ - ның аяҡҡа баҫтырыу медицинаһы һәм курортология ғилми - тикшеренеү институтына
       тапшырылды.
       "Ҡарағай" санаторийы - "Иң яҡшы махсуслаштырылған
       шифахана", "Яҡтыкүл" - "Иң яҡшы бальнеология курорты", "Йәшел сауҡалыҡ" һәм "Салют" - "Иң яҡшы дауалау туҡланыуын о йоштороу", "Йоматау" - "Традицион медицинаның иң яҡшы технологиялары" өсөн беренсе дәрәжә дипломдар менән
       наградланды.
       Был наградалар республика етәкселеге тарафынан тиҫтә йыл элек һайланған йүнәлештең дөрөҫлөгөн дәлилләй. Иҡтисади кризис ваҡытында Рәсәй төбәктәре араһында бары тик Башҡортостан ғына санаторий кеүек социаль йөктө яҙмыш
       ҡосағына ташламаны, уларға матди ярҙам күрһәтеүен дауам итт е. Башҡортостан Президенты шифаханаларҙың артабанғы үҫешенә йүнәлтелгән Указға ҡул ҡуйҙы, был һауыҡтырыу индустрияһына үҙ өлөшөн индереүсе эшҡыуарлыҡ өсөн дә стимул ролен үтәне. Ә
       ҡайһы бер шифаханалар билдәле сик аша үтеп, хәҙер инде үҙ аҡсаһын үҙ үҫешенә тотона ала.
       Башҡортостандың рекреацион системаһын бөгөн 230 - ҙан ашыу учреждение тәшкил итә, уларҙың һәр береһенең ҡабатланмаҫ йөҙө, үҙенсәлекле ландшафты, уникаль тәбиғи
       дауалау факторҙары бар. Йыл һайын уларҙа республиканан һәм күрше төбәктәрҙән килгән 250 мең өлкән кеше һәм 100 меңдән
       ашыу бала ял итә һәм сәләмәтлеген нығыта.
       Республикала яңы шифаханалар төҙөлә, булғандарының ҡеүәте
       һәм уңайлылығы арттырыла, гидроминераль ресурстар алырға
       мөмкин булған яңы урындар эҙләү һәм үҙләштереү, ҡымыҙ етештереү буйынса эштәр башҡарыла, заманса ҡорамалдар
       менән йыһазландырылған уникаль пар, һыу һәм ләм менән дауалау ысулдары камиллаштырыла. Күп кенә шифаханаларҙа хеҙмәтләндереү кимәле Европа стандарттарына тап килә.
       Санаторий - курорт учреждениеларының матди - техник базаһы н үҫтереүгә йыл да төрлө кимәл бюджеттарынан ике миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Сәләмәтлеккә инвестиция йәлеп
       итеү - иң отошло һәм уңайлыларҙан һанала, шуға күрә төбәк властарының пландарында шифаханалар ҙа ингән социаль объекттарға ярҙам күрһәтеү иң өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең
       береһе булып тора.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал