6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Салауат батыр ҡылысы
16.06.06


       "Тарихтан бер көн" рубрикаһы Салауат Юлаевтың тыуған көнөндә уҡыусылар иғтибарына ҡыҙыҡлы факт тәҡдим итә.
       1982 йылдың октябрь айында Өфөлә үткән тарихсы - аграрсылар
       форумында Латвиянан килгән профессор Хейнриз Стродс та ҡатнаша. Ағиҙелдең текә ярында, Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендә экскурсоводты тыңлаған ваҡытта ул башҡорт халҡының милли геройына бәйле ҡыҙыҡлы фактты иҫенә төшөрә.
       1949 йылда, Латвия ССР - ның Тарих музейында эшләгән осорҙ а, ғалим унда һаҡланған Салауат Юлаев ҡылысы менән ҡыҙыҡһына . Өфөнән ҡайтҡас Стродс документтар менән тағы бер тапҡыр ентекләп таныша. Музейҙың инвентарь китабында латыш телендә яҙылған түбәндәге һүҙҙәрҙе таба: "Пугачевтың иң яҡын
       ярҙамсыһы Салауат Юлаевтың ҡылысы. Ҡылыстың ҡыны юҡ, оҙонлоғо 96 см, киңлеге 3 см, бөгөлгән. Тотҡаһы һары баҡырҙа н, арыҫлан башы төшөрөлгән һәм ваҡ таштар менән биҙәлгән. Йөҙөндә ғәрәп телендә яҙма бар. Өфө губернаһының Ҡормантай а уылында табылған".
       Һәм тағы ла ҙур булмаған мәғлүмәт: ҡылысты музейға ҙур суммаға Сергей Рудольфович Минцлов һата. Ҡылыс тураһында башҡа мәғлүмәттәр һаҡланмаған.
       Ҡылыстың тарихы менән ғалим - тарихсы Булат Сабир улы
       Дәүләтбаев ҡыҙыҡһына башлай.
       1910 - 1911 йылдарҙа Стәрлетамаҡ өйәҙе Табын участкаһының
       земство начальнигы вазифаһын ысынлап та С. Р. Минцлов ( 187 0 - 1933) башҡара, ул яҙыусы, библиофил, археолог һәм антикв ар ҙа була. Эшләү дәүерендә ул күп кенә боронғо ҡомартҡыларҙы
       тикшерергә, легендалар яҙып алырға, "Урал буйы очерктары"н
       баҫып сығарырға, үҙ коллекцияһын ҡайһы бер боронғо предметтар менән тулыландырырға ла өлгөрә. Бөгөнгө Ғафури районының Ҡормантау ауылы башҡорттары Минцловҡа бүләк иткән йәки һатҡан ҡылыс ун һигеҙенсе быуат уртаһында йәки аҙағында эшләнгән. Формаһы буйынса ул гусарҙар хәнйәренә оҡшаған. Әммә алтын инкрустация, арыҫлан башы формаһында эшләнгән тотҡа көнсығыш оҫталарының эшен хәтерләтә. Алтын менән семәрләнгән яҙма ла ғәрәп яҙыуына оҡшатып эшләнгән, ул
       уҡылмай тиерлек.
       Б. С. Дәүләтбаев фекеренсә, урындағы халыҡтың Салауат ҡылысы тураһындағы хәбәренең дөрөҫлөгө шик тыуҙырмай. Изге р еликвияға ҡарата алдау ( Ҡөрьән һүҙҙәрен хәтерләткән алтын
       яҙма был тәьҫоратты тағы ла арттыра) бик ҙур ғәйеп булып һаналыр ине.
       Тарих фәндәре кандидаты Инна Гвоздикова үҙ сиратында 1774
       йылдың ноябрендә Салауат Юлаевты ҡулға алыуҙа Дыуан - Табын
       волосы кешеләре (Мөҡсин һәм уның ағаһы Ямғур Әбделсәләмовта р) лә ҡатнашыуын хәбәр итте. Улар Салауаттың һәм уның атаһы Юлайҙың мөлкәтен ҡулға төшөрөүҙән бер ҙә баш тартмаҫ ине.
       ...1980 йылдың 30 июнендә Латвия ССР - ының Тарих музейы директоры Е. С. Ванаг һәм бүлек мөдире А. А. Флея ҡиммәтле экспонат - Салауат ҡылысын Башҡорт дәүләт милли музейына тапшыра. Бөгөн ҡылыс Салауат Юлаевтың тыуған ерендә, Салауат районы музейында һаҡлана.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал