6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Шәхес

Рауил Бикбаев: " Халҡым яңылышмаһын ине"
18.12.03


       12 декабрь көнө Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортост ан Республикаһының Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, философия фәндәр е докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанғ ан фән эшмәкәре Рауил Төхвәт улы Бикбаевҡа 65 йәш тулды. Ун ы юбилейы менән ҡотлап, бер ыңғайҙан киләсәккә пландары тур аһында ла һөйләшеп алырға булдыҡ.
       Яҙыусылар союзында Рауил Бикбаев 1995 йылдан алып эшлә й. Ә уға тиклем хеҙмәт кенәгәһендә бары тик бер генә яҙыу б улған.
       - Мин тыумышым менән Ырымбур яғынан, Башҡорт Дәүләт ун иверситетын тамамлағандан һуң 30 йыл буйы Фәндәр академияһы нда эшләнем: фәнни эшмәкәрлектән тыш шиғриәтте өйрәнеү менә н дә шөғөлләндем. Ошо арҡала Шәйхзада Бабич һәм заман шиғри әте хаҡында монографиялар барлыҡҡа килде лә инде.
       - Фәнни эшмәкәрлекте ижади донъя менән ҡушып алып барыуы нисек бирелә һеҙгә
       - Мин ике йүнәлештә эшләйем, әйтеүемсә, фән һәм, иң мөһиме, шиғриәт. Башҡорт, рус һәм татар телдәрендә тиҫтәләг ән шиғыр китаптары, шулай уҡ монографиялар баҫылды. Күптән түгел, 2001 йылда иң етди эштәремдең береһе "Башҡорт шиғриә те антологияһы" сыҡты. Ә инде һеҙҙең һорауға килгәндә, фәнн и эшмәкәрлек һәм шиғриәтте бергә алып барыуы еңел түгел инд е ул, уларҙың бер - береһенә ҡамасаулаған саҡтары ла булғыл ай. Әммә ыңғай яғы ла юҡ түгел, ул да булһа, донъяға ҡараш тың киңәйеүен әйтер инем.
       - Әлеге ваҡытта нимә өҫтөндә эшләйһегеҙ
       - Революция шиғриәтен, уның үҫеш юлын, Шәйхзада Бабичтың ижадын өйрәнеүемде дауам итәм. Заман шиғриәтен дә онотмайым , әлбиттә. Фәнни эшмәкәрлек миңә, мәҫәлән, "Башҡорт шиғриәт е антологияһы"н төҙөгәндә ныҡ ярҙам итте. Мин уны шағир бул араҡ ҡына түгел, ғалим булараҡ та төҙөнөм.
       - Тимәк, һеҙ шиғриәтте төрлө яҡлап беләһегеҙ килеп сыға
       - Һәр хәлдә быға яҡынайырға тырышам.
       - Әлеге ваҡытта республикалағы хәл - торошҡа ҡарашығыҙ ни сек Өҫтәүенә тыуған көнөгөҙ менән һайлауҙар тап килде.
       - Оло йәмғиәт ваҡиғалары янында минең тыуған көнөм ҙур ро ль уйнамайҙыр. Ә инде хәл - торошҡа килгәндә һуңғы ун өс йы л эсендә республикабыҙ күп нәмәгә өлгәште.
       Һайлауҙар тураһында әйткәндә инде... Беҙ көн һайын ниндә йҙер һайлау алдында торабыҙ, көн дә ниндәйҙер һорауға яуап бирәбеҙ. Бөгөн республиканың һайлау алдында тороуында ла х әҙерге заманда йәмғиәттең тәбиғи рәүештә алға табан барышын
       күрәм. Оппозицияның барлыҡҡа килеүе лә аптыратмай. Бәғзе бер кандидатҡа тауыш биргәндә уның миллионлаған тираждағы ө гөтләү ҡағыҙҙарына, рекламаға аҡсаны ҡайҙан алыуы тураһында
       уйланырға кәрәк. Беҙ үҙ тауышыбыҙҙы буласаҡ президент өсөн генә түгел, Башҡортостандың, балаларыбыҙҙың, йәштәребеҙҙең
       киләсәге өсөн бирәбеҙ. Ошо турала оноторға ярамай.
       - Һеҙҙең тыуған көнөгөҙҙә артыҡ сәйәсәткә бирелеп китмәйе к әле, мәҙәниәт һәм фән эшмәкәре, шағир һәм ижади шәхес бул араҡ пландарығыҙ менән бүлешһәгеҙ ине
       - Фәнни эштәрҙе планлаштырырға була, әлбиттә: киләһе йылд ан башлап мин бөйөк шағир, дуҫым һәм уҡытыусым Рәми Ғарипов
       хаҡында монографияға тотонмаҡсымын.
       "Антология..." тураһында әйткәйнем инде, ул башҡорт телен дә сыҡты, хәҙер был китапты рус телендә баҫтырырға материал дар әҙерләйбеҙ.
       Шиғриәт хаҡында һүҙ йөрөтһәк, күптән түгел генә һуңғы йыл дарҙа яҙған шиғыр һәм поэмалар йыйынтығым донъя күрҙе. Килә һе йылда "Китап" нәшриәтендә яңы китабым сығыр тип өмөт итә м. Әле яҙылмаған шиғырҙар тураһында бер һүҙ ҙә әйтә алмайым , сөнки шиғриәт - ул яҙмыш, ә иртәгә нимә булырын беребеҙ ҙ ә алдан әйтә алмай.
       -Тыуған көнөгөҙҙә үҙегеҙгә ниндәй теләктәр теләр инегеҙ
       - 21 декабрь көнө халҡымдың яңылышмауын теләйем. Ә инде ү ҙем әкилгәндә, пландарымдың тормошҡа ашыуын, Яҙыусылар ойош маһының яҡшы йәшәүен, минең дә, ҡәләмдәштәремдең дә яңы кит аптары сығыуын теләйем. Беҙҙе уҡыусылар һаны кәмемәүен телә йем, әҙәбиәткә телевидение менән көрәштә еңеүе бик ауырға т ура килә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал