6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Тамашасы уны белә, ярата һәм юғары баһалай
16.06.06


       Әлфиә Кәримова тиҙ арала яңы ролгә инеү оҫтаһы, ул төрлө
       битлекте үҙендә һынап ҡарай. Һәм ул барлыҡҡа килтергән сәхн ә образдарының һәр береһе "тере" һәм гүзәл. Шат күңелле, ғаш иҡ Джульеттанан (Шарль Гуно "Джульетта вальсы") ул күҙ асып
       йомғансы мөһәбәт Төн Батшабикәһенә ( Вольфганг Моцарт
       "Тылсымлы флейта") йәки тауышында ҡылған шыбырҙауы яңғыраған моңһоу башҡорт һылыуына әүерелә...
       Башҡорт дәүләт филармонияһының Орган залында йәш булыуына ҡарамаҫтан, бик күптәргә билдәле йырсының миҙгел ябылыуға арналған концерты үтте. Әлфиә Кәримова - музыкант -
       башҡарыусыларҙың Нариман Сабитов исемендәге асыҡ конкурсы, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге асыҡ республика конкурсы, Төньяҡ Кавказ йырсылар конкурсы (Нальчик), Рөстәм Яхин
       исемендәге Халыҡ - ара камера йырсылары конкурсы (Ҡазан), "Гәрәбә һандуғас" Халыҡ - ара камера йырсылары конкурсы (Калининград) лауреаты. Ул һирәк осраусы колоратур сопрано тауышҡа эйә. Был бик юғары һәм, опера сәнғәтен һөйөүселәр билдәләүенсә, иң матур ҡатын - ҡыҙҙар тауышы. Уны нимә менән
       генә сағыштырмайҙар! Шишмә сылтырауы, һандуғас моңо, аҫыл таштар сыңлауы тиҙәр уны!
       Һәм Александр Алябьевтың "Һандуғас" романсын Әлфиә юҡҡа ғына үҙ репертуарында иң уңышлы йырҙарҙың береһе тип һанамайҙыр. Бөгөн был йырын ул "бисҡа" башҡарҙы. Башҡортостандың атҡаҙанған органсыһы Владислав Мортазин кис дауамында органда уйнаһа, рояль артына күсеп ултырҙы, ә Инна Фоменко ҡулына флейта алды.
       - Минең тауышым һәм флейта моңо тембры буйынса оҡшаш. Улар берләшкәндә ҡыҙыҡлы музыкаль эффект барлыҡҡа килә, - тип һөйләй солистка "БАШвестЪ" гәзитенә. - Тамашасыларға был
       ныҡ тәьҫир итә. Уны залдың реакцияһынан да күреп була.
       Залдағы мөхит ысынлап та бик йылы. Иоганн Бах, Вольфганг
       Моцарт, Шарль Гуно, Винченцо Беллини, шулай уҡ Сергей
       Рахманинов, Николай Римский - Корсаков музыкаһы Әлфиә Кәримованың көслө, төрлө төҫтәргә бай тауышы менән ҡушылып, барыһына ла лә сағыу тәьҫораттар бүләк итте. БР атҡаҙанған органсыһы Владислав Мортазин, халыҡ - ара конкурс лауреаттары, скрипкасы Марат Ғабдуллин һәм флейтала уйнаусы Инна Фоменконан торған музыканттар составы ла быға булышлыҡ итте.
       Әлфиә Кәримова Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисткаһы булып 2002 йылда эшләй башлай. Уның төп ролдәре -
       Заһир Исмәғилевтың "Салауат Юлаев" операһында Әминә, Петр Ч айковскийҙың "Иоланта" операһында Бригитта, Моцарттың "Тылсымлы флейтаһында" - Төн Батшабикәһе. Үҙенең оҫталығы һәм моңло тауышы менән ул Өфө тамашасыларын бик тиҙ әсир итте - уны беләләр, яраталар, баһалайҙар һәм сәхнәгә һәр сығыуын көтөп алалар.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал