6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Закондарҙы ла тикшерҙек, төрөксә лә һөйләштек
15.06.06


       Республика Дәүләт Йыйылышының утыҙ алтынсы ултырышында ҡа тнашыусы тәүге ҡунаҡ, беҙҙең республикаға сәфәр менән килгән парламент делегацияһының етәксеһе, Төркиәнең Бөйөк Милли Йыйылышы вице - спикеры Садиҡ Яҡут бөгөн республика парламентын төрөк телендә сәләмләне. Коллегаларҙың туғандаш дәүләт парламенты сессияһында ҡатнашырға теләк белдереүе аңлашыла.
       - Иҡтисади бәйләнештәр менән бер рәттән Рәсәй менән Төрки ә араһында сәйәси диалог та үҫешә, һәм беҙ Рәсәй Федерацияһы
       төбәктәре менән мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға айырыуса ҙур иғтибар бүләбеҙ. Төрөк һәм башҡорттарҙың этник тамыры уртаҡ,
       дәүләт төҙөлөшө өлкәһендәге хеҙмәттәшлегебеҙ эҙмә - эҙлекл е нығына бара, һуңғы өс йылда Башҡортостан Президентының, БР
       Хөкүмәте Премьер - министрының, яңыраҡ Дәүләт Йыйылышы спикерының да Төркиәлә булып ҡайтыуын хәтергә төшөрөү етә, - тине Садиҡ Яҡут. - Республиканың Истанбулдағы вәкиллеге уңышлы эшләй, күптән түгел беҙҙә Башҡортостан көндәре үтте.
       Төрөк парламентының Башҡортостанға сәфәр программаһы бик бай һәм ҡунаҡтар артабан - парламентаризм музейына юл тотто. Халыҡ - ара кимәлдәге хеҙмәттәшлек өлгөһөнән илһам алған Дәүләт Йыйылышы депутаттары уй - фекерҙәрен туплап, тиҙ арала көн тәртибендәге 35 пунктты тикшерҙе.
       Дәүләт Йыйылышы спикеры Константин Толкачев ултырышта
       ҡатнашыусыларға "Рәсәйҙең ТОРМОШ партияһының" теркәлеү
       үтеүе тураһында белдерҙе.
       Башҡортостандың Төп законына төҙәтмәләр башҡаса парламентарийҙар иғтибарын йәлеп итмәне. Әгәр икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙарҙан һуң закон сығарыусылар халыҡтың үҙенә президент һайлау хоҡуғын яҡлап, власть вертикален нығытыу йүнәлешенә ҡаршы тороу теләге менән янһа, БР Конституцияһына
       төҙәтмәләр буйынса өсөнсө уҡыу ҡәҙимгесә үтте, законды
       раҫлауҙың һуңғы этабына парламентарийҙар бер ниндәй тәҡдим менән дә сығыш яһаманы.
       "Башҡортостан территорияһында уйын бизнесы объекттарын ойоштороу һәм урынлаштырыу тураһында" закон проекты ла тормошҡа йүнәлтмә алды. Уйын бизнесын тулыһынса тыйыуҙы яҡлап сығыш яһаусы Мортаза Рәхимовтың законға ҡул ҡуясағы һәм уның быйыл уҡ үҙ көсөнә инәсәгендә шикләнергә тура килмәй. Закондың төп положениеларын хәтергә төшөрөп үтәйек: 2008 йылдың 1 ғинуарына тиклем күсеү ваҡытында уйын йорттары эшмәкәрлегенә ҡарата ҡаты сикләү ҡарала - Өфөләге
       88 уйын йортонан 22 казино һәм уйын автоматтары залдары ҡаласаҡ тип күҙаллана. Ә инде йыл ярымдан ҡалаларҙа ла, ауылдарҙа ла уйын бизнесы барлыҡҡа килмәйәсәк - улар өсөн хөкүмәт билдәләгән махсус территорияларҙа урын бүленәсәк. Көтөлгән федераль закон проектының республикала ҡабул ителгәненән төп айырмаһы уның "ҡомар" квотаһы тигән төшөнсә hmdepe       Республиканың ике законына - "Башҡортостан Республикаһында
       ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында" һәм "Ойошмаларҙың мөлкәтенә һалым һалыу тураһында" - индерелгән төҙәтмәләр иғтибарға лайыҡ. Беренсе закон проектында ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең граждандар тарафынан бушлай бер тапҡыр хосусилаштырыу ваҡыты билдәләнә - 2008 йылдың 1 ғинуарына тиклем. Икенсеһендә - дәүләт мәнфәғәтендәге эштәрҙә файҙаланған машина - технологик станцияларҙы мөлкәткә һалымдан бушатыу тәҡдим ителә.
       Республиканың мәғариф министры Зөһрә Рәхмәтуллина ла депутат корпусының күңелен яулауға иреште, беренсе уҡыуҙа ул
       "Башҡортостан Республикаһында патронат тәрбиәләү тураһында"
       закон проектын тәҡдим итте. Быға оҡшаш закондар Рәсәйҙең тиҫтәләгән төбәктәрендә эшләп килә, әммә Башҡортостанда был йәһәттән ашығыу һиҙелмәй, һуңғы биш йылда 9 - сы һанлы балалар йортонда эксперимент майҙаны эшләй.
       - Патронат тәрбиәләү системаһын булдырыу балалар йорттарына
       һәм интернаттарға эләгеүсе социаль етемдәр ағымын
       ҡыҫҡартырға мөмкинселек бирәсәк һәм балаларҙың социаль хоҡуҡтарын яҡлауҙы көсәйтәсәк, - ти Зөһрә Йыһанур ҡыҙы.
       Дәүләт Йыйылышы депутаттары Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына өс з акондар сығарыу инициативаһын оҙатасаҡ.
       Көтөлгәнсә, муниципаль реформаны тейешенсә баһалап, бөгөн
       депутаттар урындағы үҙидара һорауҙары, милләт, йәмәғәт һәм
       дини ойошмалар мәсьәләләре һәм мәғлүмәт сәйәсәте буйынса
       комитет ағзаһы Станислав Хисмәтуллинды яңы барлыҡҡа килгән "БР Муниципаль берәмектәр советы" Ассоциацияһындағы БР Дәүләт Йыйылышы вәкиле итеп тәғәйенләүгә ризалығын бирҙе. Республика парламентының яҙғы сессияны тамамлаусы киләһе пленар ултырышы 6 июлдә үтәсәк.
       Ултырышта Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, БР Хөкүмәте Премьер - министры һәм уның урынбаҫарҙары, Хөкүмәт һәм Федерация Советы ағзалары, федераль министрлыҡ һәм ведомстволарҙың территориаль органдары, республиканың суд һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
       Андрей Старостин фотоһы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал