6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

"Соданы" тиҙ "иреттеләр"
15.06.06


       Рәсәй футболының беренсе лигаһы донъя кубогы ваҡытында ла
       эшен туҡтатмай. Ундағы ваҡиғалар Германияла үткән форумдағы
       кеүек глобаль түгел, әлбиттә, әммә бында ла баталиялар булғылап тора. Кисә Химкила ошондай уҡ исемде йөрөтөүсе клуб
       Стәрлетамаҡ командаһын ҡабул итте. Башҡортостандың футбол ф лагманын һыуға һалып иреттеләр тип әйтергә була. Хужалар командаһы беренсе таймда уҡ ике гол индереп, үҙенә өс мәрәй эшләне һәм турнир селтәрендә икенсе урынын һаҡлап алып
       ҡалды. "Содовик" иһә тағы ла түбәнгәрәк тәгәрәне - һигеҙен се урындан 12 - сегә төштө.
       Ҡунаҡтар "Химки" клубының төп йондоҙо Андрей Тихоновтың һәр бер хәрәкәтен күҙәтергә тырышыуына ҡарамаҫтан, утыҙынсы минутта ул "ҡараусыһыҙ" ҡалды һәм файҙаланырға ла өлгөрҙө. Иҫәп 1 : 0. Ошо гол арҡаһында Тихонов ҡапҡаға индерелгән туптар һаны буйынса "содовик" Зацепинды ҡыуып етте. Командаларҙың иң яҡшы һөжүмселәре иҫәбендә әлеге ваҡытта
       һигеҙәр гол.
       Ярышты күҙәтеүселәр фекеренсә, хужаларҙың икенсе голы - стәрлетамаҡтарҙың ҡапҡа һаҡсыһы Виталий Астаховтың хатаһы.
       Голкипер бер кәрәге булмаһа ла ҡапҡанан алға сыҡты, ә "хими к" Сергей Лебедков ҡапҡаның буш ҡалыуы менән файҙаланырға
       ашыҡты, ти улар.
       Хужалар ялан уртаһын контролдә тота алды. Беренсе таймда уларҙың билдәле голкиперы Роман Березовскийҙың эше булманы т ип әйтергә мөмкин.
       Матчтың икенсе яртыһында ла "Химки" һөжүмдәрен дауам итте , әммә был юлы Астахов хаталанманы. "Содовиктар" алыҫтан һуғырға тырышып та ҡараны, әммә тағы ла газон дөрөҫ булмағандыр, күрәһең. Осрашыу хужалар файҙаһына 2 : 0 иҫәбе менән тамамланды.
       Киләһе матчын "Содовик" командаһы 17 июндә Хабаровск ҡалаһында "СКА - Энергия" командаһына ҡаршы үткәрәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал