6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Йәшен йәшнәүендәй ҡыҫҡа ғүмер
15.06.06


       1920 йыл. 15 июндең иртәһендә ике дуҫ - РКСМ губкомының ауылдар араһында эш алып барыу буйынса бүлек мөдире Бари
       Башмаков һәм "Йәш коммунист" гәзите мөхәррире Шамун
       Фидаи юлға сыға. Улар йәйәүләп Өфөнән Подымалово,
       Ҡамышлы ауылына илткән юл буйлап атлай...
       Был комсомол губкомы ҡушыуы буйынса ойошторолған ғәҙәти к омандировкаларҙың береһе. Ауылда йәшәүсе ярлы - ябағайға татар - башҡорт комсомол ойошмалары төҙөүҙә ярҙам итергә, йәштәрҙе муллалар, байҙар, милләтселәр йоғонтоһонан йолоп алырға кәрәк.
       Шамун Фидаиҙы иһә алда ғәҙәттән тыш командировка көтә.
       Өфөлә һәм Өфө губернаһында комсомол ойошмаһы төҙөүҙә әүҙем ҡатнашыусы, "Йәш коммунист" гәзитенең беренсе мөхәррире РКСМ - дың өсөнсө Бөтә Рәсәй съезына делегат итеп
       һайлана. Йәғни Шамун Фидаиҙы Мәскәү көтә.
       1920 йылдың 15 июнендә уға 18 йәш тула. Һәм ул нәҡ ошо ваҡытта Шәрип волосының Ҡамышлы ауылынан (бөгөн Кушнарен районы) алыҫ түгел һаҙлыҡлы урында дошмандарҙың
       комсомол ағзалары өсөн ҡот осҡос яза әҙерләүен башына ла килтермәй, әлбиттә.
       ... Бишенсе августа "Йәш коммунист" гәзитендә Шамун Фидаи
       һәм Бари Башмаковтың һәләк булыуы тураһында хәбәр ителә.
       18 йәшлек комсомол шағиры Шамун Фидаиҙың ысын исеме - Ҡасим Мөхәмәтйән улы Шәкирйәнов. Ул Ырымбурҙа тыуа. Бик
       ҡыҙыҡһыныусан малай була, белемгә ынтыла. Өфөлә уҡыған ваҡыты Октябрь революцияһы осорона тап килә. Талантлы шағир ихлас күңелдән революцияның "таҙартыусы янғынын" тәбрикләй.
       Шағир үҙенең шиғырҙарын Шамун Фидаи псевдонимы аҫтында иж ад итә. Ғәрәп теленән тәржемә иткәндә, "фидаи" һүҙе "үҙ ғүмерен ҡорбан итеүсе" тип яңғырай.
       1919 йылдың яҙында, Өфөнө колчаковсылар баҫып алғас, ул бишенсе армия составында армияға китә. Әммә иптәштәре - фронтовиктарға уның талантлы шағир икәнлеге мәғлүм була,
       шуға күрә улар егетте ҡыҙылармеецтарҙың "Ҡыҙыл Йондоҙ" гәзитенә мөхәррир итеп тәғәйенләүҙәренә өлгәшә. Мөхәрририәт Ырымбурҙа урынлаша. Бында ул Афзал Таһиров, Шәйхзада Бабич, Дауыт Юлтый менән бергә эшләй, йәш Муса Йәлил менән дуҫлаша.
       1920 йылдың яҙында Шамун Фидаи Өфөгә ҡайтып комсомол губкомында эшләй башлай.
       Ырымбурҙа тупланған тәжрибә Фидаиға Башҡортостанда тәүге комсомол гәзиттәре - "Йәш коммунист", "Йәш көстәр" - ойошторорға ярҙам итә. Әммә гәзит мөхәррире булыуҙан тыш,
       ул ҡалала һәм губернала комсомол ойошмалары төҙөүҙә ҡатнаша, йыйылыштарҙа һәм митингыларҙа сығыш яһай, комсомол губкомы ағзаһы була.
       "Шамун Фидаиҙы мин тәүге тапҡыр Өфөлә күрҙем: 1920 йылдың а прель башы ине, - тип хәтерләй Өфө комсомолы ветераны Ғәли И шбулатов. - Йылы яҙғы көндәр тора. Татар һәм башҡорт комсомолдарының ҡала йыйылышы бара. Башҡа һорауҙар менән бер
       рәттән башҡорт әҙәбиәте торошо хаҡында ла доклад
       яңғыраны. Докладтан һуң сығыш яһауҙар башланды. Ул ишектән алыҫ түгел баҫып тора ине, уртаса буйлы, аҡ йөҙлө, ҡара күҙҙ әре осҡор ҡарай. Ул йәштәрсә ҡыҙыу, яңғырауыҡ тауыш менән һөйләне. Беҙ уның аҡыллы сығышына, матур әҙәби теленә һоҡландыҡ. Минең эргәмдә ултырған иптәштәрҙең береһе уның йәш шағир Ҡасим Шәкирйәнов булыуын әйтте.
       Ошо көндән башлап мин уны йыйылыштарҙа йыш осраттым, яҡыныраҡ танышырға ла тура килде. Ул "Йәш коммунист"
       гәзитендә эшләй ине. Ошо уҡ гәзит биттәрендә уның шиғырҙары
       ла йыш ҡына донъя күрҙе".
       Шамун Фидаи һәләтле уҡыусы була. Ғабдулла Туҡай, Мәжит Ғафури ижады уға ыңғай йоғонто яһай. Пушкин, Горький, Маяковский әҫәрҙәрен тәржемә итә. Күп кенә шиғырҙары һәм тәржемәләренең һаҡланмауы аяныс. Әммә уның эшмәкәрлеге Афзал Таһировҡа "Шамун Фидаи пролетар идеологияны башҡа бик күптәргә ҡарағанда яҡшыраҡ аңлай ине. Пролетар әҙәбиәткә
       нигеҙ һалыусыларҙың береһе булды" тип әйтергә мөмкинселек бирә.
       Өфөнән алыҫ түгел, Өфө - Кушнарен трактынан өс километр тирәһе арала, Подымалово һәм Ҡамышлы араһында обелиск тора. Ул 1968 йылдың декабрендә Бари Башмаков һәм Шамун Фидаи һәләк булған урында Иҫке Ҡамышлы урта мәктәбе уҡытыусылары һ әм уҡыусыларының аҡсаһына һәм көсө менән асыла.
       Өфөлә Шамун Фидаиҙың тормошо һәм эшмәкәрлегенә бәйле иҫтәлекле урын да бар. Ленин районындағы Чернышевский
       урамында урынлашҡан 5 - се һанлы йортта Мәжит Ғафури һәм Ғәлимйән Ибраһимов тураһында иҫтәлек хөрмәтенә мемориаль таҡта ҡуйылған. Йәшен йәшнәүендәй ҡыҫҡа ғүмер кисергән Шамун Фидаи ҙа ошо уҡ бинала белем ала.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал