6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Башҡортостанда пенсияны яңыса билдәләйҙәр
15.06.06


       - Күптән күренгәнең юҡ, хәлдәрең нисек
       - Ярайһы ғына, бына күптән түгел хаҡлы ялға сыҡтым. Күҙ алдыңа ғына килтерсәле, уны рәсмиләштергән ваҡытта миңә пенсияны дөрөҫ билдәләмәгән булғандар. Дөрөҫ, Пенсия фонды идаралығында уны ваҡытында күреп яңынан иҫәпләнеләр. Хәҙер, Аллаға шөкөр, барыһы ла һәйбәт, яҡшы ғына пенсия аласаҡмын.
       Магазинда икмәк артынан сиратта торған ваҡытта миңә оло
       ғына йәштәге ике ҡатындың ошондай әңгәмәһенә шаһит булырға тура килде.
       Ҡайһы бер кешеләргә пенсияны дөрөҫ билдәләмәү осраҡтары булыуына аптырарға тура килмәй. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, беҙҙең
       илдә пенсия билдәләү схемалары бер нисә тапҡыр алмашынды, ҡайһы саҡ уларҙы йырып сығыу белгестәргә лә ауыр бирелә, ябай кешеләр тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Шул арҡала кемгәлер аҙыраҡ, кемгәлер, киреһенсә, тейешенән күберәк
       пенсия түләнеүе мөмкин. Мәҫәлән, быйылғы йыл башынан республикала ошондай биш осраҡ асыҡланған.
       Биш осраҡ, бәлки, күп тә түгел кеүектер, әммә уларҙың һәр
       береһенең артында кеше яҙмышы тора. Ә инде һәр тинен иҫәпләп тотоноусы пенсионерҙарыбыҙҙың бөгөн ниндәй пенсия алыуын хәтергә төшөрһәк, түләүҙәрҙе дөрөҫ билдәләүҙең ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйә булыуы аңлашыла.
       Әммә тиҙҙән иҫәпләүҙәрҙә хата ебәреүгә сәбәп булыусы кеше
       факторының юҡҡа сығыуы ихтимал. Бөгөн Башҡортостанда пенсия иҫәпләү, билдәләү һәм түләү технологияһының өр - яңы "пилот" проекты өҫтөндә әүҙем эш бара.
       Уның яңылығы нимәлә һуң Хәҙер бар мәғлүмәт электрон базала йыйыла, һәм махсус программа автоматик рәүештә һәр кешегә шәхси рәүештә пенсия түләүҙәрен билдәләй. Йәғни Пенсия фонды идаралығы хеҙмәткәрҙәре элекке кеүек күп томлы ҡағыҙ төпләмәләр йыйыу менән түгел, бары тик кәрәкле мәғлүмәтте электрон машинаға индереү менән генә
       шөғөлләнәсәк.
       Был, беренсенән, төрлө сығымдарҙы ҡыҫҡартырға һәм пенсионерҙың да, уның эшен рәсмиләштереүсе хеҙмәткәрҙең дә в аҡытын экономияларға мөмкинселек бирәсәк. Икенсенән, аҡыллы программа төрлө хаталарға һәм өҙөклөктәргә юл ҡуймаясаҡ. Өсөнсөнән, мәғлүмәттәр элекке кеүек төрлө архивтарҙа түгел, ә бер базала тупланасаҡ.
       Дөрөҫ, электрон архивтарҙың ҡорамалдары арзан тормай - өс
       миллион һум тирәһенә төшә. Әммә, белгестәр иҫәпләүенсә, ул
       үҙен тиҙ арала аҡлаясаҡ. Беренсенән, ул майҙандарҙы
       ҡыҫҡартыуҙан экономия бирә - бөгөн архивтар өсөн бик ҙур майҙандар ҡуртымға алына. Икенсенән, хеҙмәткәрҙәрҙең кәйефе һәм хәл - торошонда яҡшы сағылыш табасаҡ, сөнки уларҙың күптәренә йылдар буйына күп һанлы томдар, төпләмәләр янында ҡағыҙ туҙаны йотоп ултырырға тура килә. Кешенең вафатынан
       һуң да һәр эштең тағы ла 75(!) йыл һаҡланыуын иҫәпкә алғанд а, уның күләмен күҙ алдына килтерергә мөмкин. Өсөнсөнән, яңы технология пенсия йәше етмәгәндәр өсөн дә файҙалы. Ул
       республикала эшләүсе граждандарҙың шәхси счетына средство и неүен контролдә тоторға мөмкинселек бирә.
       Бөгөн Өфө ҡалаһының Ленин районында, Ҡырмыҫҡалы районы, Бөрө ҡалаһы һәм районында эксперимент рәүешендә яңы технология буйынса пенсия түләү ойошторолған. Һәм үҙен бик яҡшы яҡтан күрһәтеүен әйтергә кәрәк. Яңылыҡ пенсионерҙарҙың да, Пенсия фонды идаралығы хеҙмәткәрҙәренең дә күңеленә хуш килгән. Белгестәр әйтеүенсә, уларҙың хәҙер оло кешеләргә
       консультациялар биреү өсөн ваҡыттары күберәк ҡала икән.
       Пенсия билдәләүҙең "пилот" проекты менән Рәсәй Пенсия фондының Урал буйы федераль округы идаралығы начальнигы
       Виктор Бабакаев, уның урынбаҫары Сергей Кувшинов һәм журналистар ҙа танышты. РФ Пенсия фондының БР буйынса
       бүлексәһе мөдире Фоат Хантимеров пенсияны яңыса билдәләү технологияһы тураһында бик ентекле итеп һөйләне һәм Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы бүлексәһенең ултырыштар залында урынлаштырылған махсус мониторҙарҙа пенсияны билдәләү схемаһы менән дә таныштырҙы.
       Виктор Бабакаев был проектҡа юғары баһа бирҙе. Шуға күрә
       башҡорт технологияһы тиҙҙән тотош Рәсәйҙә ҡулланыла башлаһа, бер ҙә аптырамағыҙ.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал