6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Милиция арсеналын дини йолалар тулыландыра
15.06.06


       Милиция күп быуатлыҡ дини йолаларҙы ла ҡоралланыу өсөн файҙалана. Бөгөнгө көндә Рәсәй Эске эштәр министрлығы Рус православие сиркәүе менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡ ул ҡуйҙы, сиратта - мосолмандар конфессияһы тора. Уртаҡ эштең маҡсаты - әхләҡи ҡиммәттәргә нигеҙләнгән, йәмғиәт именлеге һәм хәүефһеҙлеге өсөн мөһим фактор булған
       рухилыҡты тергеҙеү.
       Дини һәм көс структураларының хеҙмәттәшлеге үҙ һөҙөмтәләрен көттөрмәй. Мәҫәлән, Белоретта Эске эштәр идаралығы бер нисә йыл рәттән традицион конфессия вәкилдәрен балиғ булмағандар менән эш алып барыуға йәлеп
       итә.
       - Беҙ бергәләп үҫмерҙәрҙең өйҙәрендә булабыҙ, бушлай төшк ө аштар ойошторабыҙ, сәләмәт тормош алып барыуға саҡырабыҙ, - тип һөйләй Белорет ҡалаһының эске эштәр идаралығы бүлеге начальнигы Ирина Ладесова. - Һәр үҫмер сиркәүгә, мәсеткә инә ала, уны бер кем дә ҡыумай, ә тамағын туйҙырып сығара. Свято
       - Троицк ҡорамы эргәһендә күп йылдар дауамында йәкшәмбе мәктәбе эшләй, ул бер ваҡытта ла буш тормай, беҙҙең тәрбиәләнеүселәребеҙ ҙә унда йыш була.
       Христиандар сиркәүе вәкилдәренең эше актуаль, улар эсергә яратыусыларҙы, наркомандарҙы дөрөҫ юлға баҫтырырға тырышыу менән мәшғүл.
       Дүртөйлө районы Иҫке Янтыҙ ауылының имам - хатибы Булат
       Әхмәҙиев һәр ваҡыт йәмәғәт тормошоноң уртаһында ҡайнай. Урындағы халыҡ уның "Кәүсәр" мәсетенә ҙур теләк менән йөрөй.
       - Ҡарттар ҙа, балалар ҙа килә. Быйыл ауылдың бер нисә малайы мәҙрәсә шәкерте булып китте. Балаларҙа әхлаҡи нигеҙҙәрҙе сабый саҡтан тәрбиәләргә кәрәк, - ти имам - хатиб .
       Дүртөйлө ҡалаһы һәм районы Эске эштәр бүлегенең өлкән участка милиционеры Марат Закиров та уны хуплай:
       - Беҙҙең ауыл халҡы дөрөҫ юлдан бара, тип һанайым. Айырыу са бөгөн Енәйәттәр кодексына ғына түгел, дингә лә етди ҡараш та булған йәштәр өсөн шатмын. Булат хәҙрәт ялҡауланмай, ул һәр ваҡыт халыҡ араһында. Мин бында алты йыл участка милиционеры булып эшләйем, был ваҡыт эсендә үлтереш, йәрәхәтләндереү, хулиганлыҡ осраҡтарына юл ҡуйылғаны юҡ.
       Райондың башҡа ауылдарында ла ошондай уҡ хәл тип раҫлай Дүртөйлө ҡалаһы һәм районының Эске эштәр бүлеге начальнигы у рынбаҫары Ришат Бакиров:
       - Ҡалала һәм районда 27 мосолман ойошмаһы, ике православие
       сиркәүе мәхәлләһе, "Новый Завет" сиркәүе эшләй. Кешеләрҙә законға, йәмәғәт тәртибен һаҡлауға ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү  эшендә беҙ улар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Дин әһелдәре йыш ҡына шәхси состав алдында, шулай уҡ хеҙмәт коллективтарында сығыш яһай. Ҡала һәм райондың Эске эштәр
       бүлеге эргәһендәге кеше хоҡуғын яҡлау буйынса Йәмәғәт
       советы ағзалары араһында православие һәм мосолман конфессиялары вәкилдәре лә бар.
       Бөгөн хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм дини ойошмалар уртаҡ эшмәкәрлек өсөн һәр мөмкинселекте файҙалана, сөнки ике яҡтың арсеналында ла уртаҡ темалар етерлек.
       Һүрәттәрҙә: Ришат Бакиров һәм имам - мөхтәсиб Рәмил Иҫәнбирҙин. Марат Закиров һәм имам - хатиб Булат Әхмәҙиев.
       Фото БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән алынды.

Әлфиә Шәрәфетдинова, Ғәлиә Ғәйнетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал