6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Өс - дүрт - биш. Имтихан бирергә өйрәнәбеҙ
15.06.06


       Психологтар фекере буйынса, уҡыусылар һәм студенттарҙы психик көсөргәнешкә килтереүсе сәбәптәрҙең береһе булып имтихандар ваҡытында алынған стресс тора. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙе бер кем дә махсус рәүештә имтихан бирергә өйрәтмәй. Ә психотехник күнекмәләрҙең файҙаһы бик ҙур. Улар имтиханға әҙерлек һөҙөмтәһен арттырыуҙан тыш, фекер йөрөтөү эшмәкәрлеге үҫешеүенә, хәл иткес мәлдә үҙеңде ҡулға алыуға
       булышлыҡ итә.
       - Интенсив аҡыл эшмәкәрлеге, саманан тыш шөғөлләнеү, хәрәкәт итеү әүҙемлегенең түбәнәйеүе, көн режимы боҙолоуы, эмоциональ көсөргәнешлек - былар барыһы ла кешенең дөйөм хәленә һәм организмдың ҡаршы тороу һәләтенә йоғонто яһай, - тип һөйләй юғары категориялы психолог Наталья Дербеко. - Кешенең был тормош кәртәһен пихологик йәһәттән нисек үтеүе
       организмдың хәл - торошона ғына түгел, имтихан һөҙөмтәһенә
       лә тәьҫир итә.
       Бөгөнгө көндә башы - аяғы менән һынауҙарға сумыусылар өсө н Наталья Дербеко бер нисә кәңәш тәҡдим итә.
       Иң мөһиме - имтихандар алдынан йоҡоно яҡшылап туйҙырырға кәрәк. Яҡшы йоҡо - элек - электән барлыҡ психик процестарҙы (хәтер, иғтибар ,фекер йөрөтөү һәм эшләү һәләте) тергеҙеүҙең иң һөҙөмтәле ысулы булып һанала.
       Йоҡлар алдынан саф һауала ял итеү тураһында ла оноторға ярамай. "Ниндәй ял" - тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерерһегеҙ һеҙ, моғайын, һәм хаҡлы булмаҫһығыҙ. Уҡылмаған материал күп
       ҡалыуына ҡарамаҫтан, саф һауала йөрөү өсөн 15 - 20 минут ваҡыт табығыҙ. Был һеҙҙе бер аҙға "ятлауҙан" арындыра, нервылар системаһын нығыта, мейене кислород менән байыта. Ә ул (мейе) рәхмәт йөҙөнән белемде ҙурыраҡ теләк менән "һеңдерә" башлаясаҡ.
       - Тулҡынланыу, хәүеф тойғоһо мускулдарҙың көсөргәнешлеген ә бәйле барлыҡҡа килә. Ҡурҡыуҙың тамаҡ мускулдарының ҡыҫылыуына, кәүҙәнең ҡайһы бер өлөштәренең ойоуына килтереүе барыбыҙға ла мәғлүм. Стрестың көтөлмәгән эҙемтәләренән һаҡланыу өсөн, профилактика маҡсатында, көнөнә өс - дүрт тапҡыр, ун бишәр минут физик күнекмәләргә л ә иғтибар бүлегеҙ, - ти психолог.
       Мәҫәлән, иртә менән, урындан тормаҫ элек, аяҡ табандарын, ҡул суҡтарын әйләндергеләп, кәүҙәнең барлыҡ мускулдарын эшләтеп алырға мөмкин. Йөҙ мускулдарынан башлағыҙ: ҡаштарҙы өҫкә күтәрәбеҙ һәм төшөрәбеҙ. Яңаҡтарҙы ҡабартабыҙ һәм аҡрынлап бушатабыҙ, йылмаябыҙ. Һәр күнекмәне өс - дүрт тапҡыр ҡабатлау мотлаҡ. Муйын, күкрәк, ҡорһаҡ, аяҡ һәм ҡул
       мускулдарын ҡатырығыҙ һәм бушатығыҙ.
       Күнекмәләр араһында күҙҙәрҙе йомоп, тәҙрә төбөндә тәрилкәл Ь ятҡан май киҫәген күҙ алдына килтерергә мөмкин. Кәүҙә тулыһынса бушаҡлана, мускулдарҙа рәхәт йылылыҡ барлыҡҡа
       килә. Йылындығыҙмы Ә хәҙер күҙҙәрҙе асығыҙ һәм фәнни
       ҡанундарҙы өйрәнеүҙе дауам итегеҙ.
       Был ваҡытта организм витаминдарға айырыуса мохтаж. Сәтләүектәр мейе эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай һәм
       нервылар системаһын нығыта. Кишер хәтерҙе яҡшырта, кәбеҫтә стресҡа ҡаршы тора. С витамины фекерҙәрҙе сафландыра һәм
       мәғлүмәт ҡабул итеүгә булышлыҡ итә. Ул лимонда, әфлисунда, ананаста күп. Еләк, банан, паприка тынысыраҡ һәм бәхетлерәк
       булырға ярҙам итер. Ә креветканың иғтибар туплауға файҙаһы
       ҙур.
       Хәтерҙе яңыртырға һәм көс һаҡларға ярҙам итеүсе эсемлек
       рецепты: бер сәй ҡалағы бал, бер йомортҡа һарыһы, бер стака н лимон йә әфлисун һуты.
       Имтиханға әҙерлек йыш ҡына "Бер көндә бер билетты ятларға !" тигән девиз аҫтында үтә. Һәм был ҙур хата. Наталья Дербек о һынауҙарға әҙерләнеүҙең яңы ысулын тәҡдим итә. Ул "өс - дүрт
       - биш" тип атала.
       Имтиханға тиклем ҡалған ваҡыт өс тигеҙ өлөшкә бүленә. Тәү ге бер нисә көндә кәрәкле материал тулыһынса "өслө" билдәһен ә өйрәнелә. Тағы бер нисә көн - "дүртлегә", ҡалғандары - "бишл егә" әҙерлек. Был алым һуңлауҙан һәм әҙерләнеп өлгөрмәүҙән
       ҡотолорға ярҙам итә, ә ҡабатлауҙың файҙаһы үҙегеҙгә мәғлүм.
       Имтиханға тиклем бер нисә көн ҡалғас, йоҡларға ятыр алдын ан үҙегеҙгә күрһәтмә бирергә өйрәнегеҙ: "Мин имтиханды еңел бирәсәкмен. Мин күпте беләм. Мейем аныҡ эшләй. Уй - фекерҙәр
       асыҡ һәм теүәл. Мин тыныс һәм көсөмә ышанам".
       Имтихан биреү бүлмәһенә йылмайып инергә кәрәк. Тәүге тәьҫоратты башҡаса ҡабатлап булмаясағын иҫегеҙҙә тотоғоҙ. "Көҙгө принцибын" ҡыйыу файҙаланығыҙ: уҡытыусыны бөтә
       күңелегеҙҙе биреп яратығыҙ ( тик ҡуштанланмағыҙ).
       Тәжрибәле студенттар имтихан тапшырыу ваҡытында "кеше
       факторын" оҫта файҙалана. Мәҫәлән, улар педагогҡа билеттың
       йөкмәткеһен үҙенә һөйләргә ҡамасауламай, башын ҡағып ризалығын белдереп ултыра һәм үҙенең нәҡ ошоно әйтергә уйлағанын раҫлай.
       Тигеҙ тауыш менән, оҙон паузалар яһамайынса һөйләргә кәрә к. Өндәшмәй ҡалыу теманы белмәү тип баһалана һәм өҫтәмә һорауҙар барлыҡҡа килтерә. Үҙегеҙ теманың ныҡлы белгән урынынан башлағыҙ. Тәүге дөрөҫ фразалар һәм көр тауыш имтихан алыусының күңеленә хуш килер.
       Шулай ҙа имтиханды тапшыра алманығыҙ икән ти. Был хәлде
       факт булараҡ ҡабул итегеҙ, анализлағыҙ, һығымталар яһағыҙ. Һәр хәлдә тормош тәжрибәгеҙ артты, ул һеҙгә киләсәктә ҡайһы бер хаталарҙы ҡабатламаҫҡа ярҙам итәсәк.

Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал