6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Башҡортостан буйлап, донъя күреп
15.06.06


       "Башҡортостан юлдары буйлап" исеме аҫтындағы уникаль тарихи - крайҙы өйрәнеү экспедицияһында ҡатнашыусылар бер аҙға
       беҙҙең республиканың баш ҡалаһында ла туҡталды. Уларҙың төп
       маҡсаты - урындағы киң мәғлүмәт саралары менән осрашыу ине . Экспедиция етәксеһе, спорт туризмы буйынса СССР һәм Рәсәй чемпионы Николай Рундквистты ( Екатеринбург) "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһының йондоҙло ҡунағы тип әйтергә булалыр, моғайын.
       Башта экспедиция тураһында бер нисә һүҙ. Николай Рундквис т әйтеүенсә, төп бурыстарҙың береһе - крайҙың тәбиғәте тураһындағы стереотиптарҙы емереү:
       - Рәсәйлеләр тыуған яҡтарының матурлығын белмәй. Беҙ Свердлов өлкәһе буйлап ошондай уҡ экспедиция үткәрҙек.
       Ғәҙҙәттә кешеләр беҙҙең төбәк тураһында нимә уйлай Насар
       экология, тирә - яҡта - завод торбалары. Беҙ үҙ яғыбыҙҙың ы сын матурлығын - Уралдың ҡабатланмаҫ гүзәл тәбиғәтен күрһәтт ек.
       Башҡортостан тураһында ла хаталы фекер йәшәй. Барыһы ла бында икһеҙ - сикһеҙ дала йәйелгән, унда ат көтөүҙәре сабып йөрөй, тип күҙ алдына килтерә. Ә беҙҙең тәбиғәттең күп төрлөлөгөнә иҫең китерлек: тауҙар, йылғалар, күлдәр, шул уҡ далалар, урмандар. Рәсәй һәм, ғөмүмән, бар донъя халҡын беҙ
       ошо гүзәллек менән таныштырырға теләйбеҙ ҙә инде.
       Бындай экспедиция хаҡында идея ҡайҙан барлыҡҡа килде Беҙ
       көньяҡ - көнсығыш Азия буйлап сәйәхәткә сыҡтыҡ һәм урындағы
       халыҡҡа беҙҙең яҡта төшөрөлгән фотографияларҙы күрһәттек. Улар аптырай: һеҙҙә ундай гүзәл тәбиғәт булғас, ни өсөн беҙг ә килеп ваҡыт әрәм итергә! Рәсәйҙең тәбиғәте хаҡында ла донъял а хаталы фекер йәшәй. Бындағы ташландыҡ ерҙәрҙе ҡар баҫҡан, ҡара урмандарҙа айыуҙар тулып йөрөй, тип уйлайҙар!
       Беҙ Башҡортостан биләмәләре буйлап дүрт туристик маршрут үткәрергә планлаштырабыҙ. Уларҙың ике этабы үтте лә инде - Урал тауҙары буйлап йәйәү поход һәм йылғалар буйлап төшөүҙе ойошторҙоҡ. Алда тағы велосипед һәм автомобиль маршруттары к өтә.
       Һөҙөмтәлә Башҡортостан Республикаһы тураһында фотоальбом һәм тарихи - крайҙы өйрәнеүгә арналған фильм төшөрөргә ниәтләйбеҙ. Һәр этапта команда составтары төрлө, улар башлыс а күпте күргән, һынау үткән кешеләр. Әммә беҙ үҙебеҙ менән
       журналистарҙы һәм спорт туризмын яратыусыларҙы алыуҙан да б аш тартмаҫ инек. Элемтә өсөн Екатеринбургтағы телефон номеры - 8 ( 343) 212 - 17 - 23.
       "Башҡортостан юлдары буйлап" проектына Николай Рундквист бик етди ҡарашта тора:
       - Бына һеҙҙең республиканың атласын һатып алдым - өйрәнәм . Тулы картина булдырыу өсөн республика биләмәләренә тағы бе р нисә тапҡыр килергә уйлайым - был беҙҙең дүрт маршрут таҫмаһына инмәгән урындарҙы яҡтыртыу өсөн кәрәк буласаҡ.
       Беҙҙең экспедицияны тиҙ арала Башҡортостандың үҙ ирке
       менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләүгә
       арналған саралар исемлегенә индереүҙәре өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә айырым рәхмәт белдерергә теләйем. Урындарҙа бер ниндәй ҙә проблема тыумай - район башлыҡтары й ылы ҡабул итә, урындағы үҙенсәлектәр менән таныштыра.
       Күптән түгел Мәсәғүткә - ысын һабантуйҙа ҡатнашырға саҡырҙылар. Һеҙгә, республикала йәшәүселәргә бындай байрам яҡшы таныш, беҙҙең өсөн иһә был иҫ киткес матур, өр - яңы са ра булды ул.
       Башҡортостан һәм уның халҡы тураһында һөйләгәндә Рундквист
       һәм уның юлдаштарының телдәренән бал тама. Райондарҙа
       уларҙы ысынлап та яҡшы ҡабул итәләр, күрәһең...
       - Һеҙҙәге иң ташландыҡ ауылдар ҙа, әйтәйек, беҙҙең өлкә менән сағыштырғанда, яҡшыраҡ хәлдә. Бөхтәлек күҙгә ташлана, кешеләр асыҡ күңелле, хәстәрлек һиҙелә. Ғөмүмән, милли автономияларҙа ауылдар Рәсәй төпкөлөндәге ауылдарҙан хәллерәк. Айырма төбәк сиктәрен үткәс үк һиҙелә башлай. Бәлк и был милли үҙенсәлектәргә бәйлелер
       Урындағы аш - һыуҙан алынған тәьҫораттар тураһында айырым
       һөйләргә кәрәк. Сәксәктән өҙөлмәйбеҙ, ҡымыҙ менән дә күптән танышбыҙ - уның артынан йыш ҡына Екатеринбургтың ҡыйбатлы ма газиндарына инәбеҙ.
       Әммә экспедицияның төп маҡсаты - Башҡортостан тәбиғәтен өйрәнеү, уны фотоға һәм видеоға төшөрөү. Ҡунаҡтар кемуҙарҙан
       был туралағы фекерҙәре менән уртаҡлаша:
       - Өфө йылғаһы буйлап йөҙгән саҡта туҙбаш йыландарҙың ҡыҙыҡлы миграцияһына тап булдыҡ. Улар маҡсатлы рәүештә бер я рҙан икенсе ярға йөҙә ине. Ниңә икәнлеге аңлашылмай. Һаман
       да уларҙың берәүһе өсөн борсолам. Йылан беҙҙең кәмәгә бәрелде һәм нокаутта булыу сәбәпле, йүнәлешен юғалтты ла кире ярға йөҙөп китте, йәғни миграция процесынан төшөп ҡалды . Хәҙер нимә эшләйҙер инде, бахырҡай...
       Үҙҙәре зыян килтереүгә һәләтле йыландарға ла осраныҡ, мәҫәлән, ҡара йылан. Бәхеткә ҡаршы, ул беребеҙҙе лә сағып
       өлгөрмәне.
       Башҡортостан фаунаһында ҡоштарҙың күплеге хайран
       ҡалдырҙы. Бер йылда беҙҙә бүреләрҙе атып алып бөтөү сәбәпле, ҡуяндар һаны күбәйгәйне. Моғайын, Башҡортостанда ла
       ошондайыраҡ хәлдер, тип фараз итергә ҡала. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, ул ҡоштар - селәндәр булһа кәрәк, әммә фотоларҙы энциклопедиялағы фотолар менән сағыштырып ҡараясаҡбыҙ әле
       Конференцияға йомғаҡ яһап, түбәндәгене хәбәр итәбеҙ: прое кт июль аҙағында тамамлана. Альбом һәм фильмды быйылғы ҡышҡа планлаштырабыҙ. Улар бик күптәр өсөн ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыр, тип уйлайым.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал