6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Иҫтәлекле даталар

Ун йыл элек Башҡортостанда тәүге Президент һайланды
17.12.03


       Президент институты беҙҙең республикала СССр Юғары Со веты тарафынан 1990 йылдың февралендә ҡабул ителде. Март айы нда халыҡ депутаттарының Өсөнсө сьезы Советтар Союзының тәүг е Президентын - Михаил Горбачевты һайланы. 1991 йылдың 12 ию нендә Рәсәйҙең беренсе президенты -Борис Ельцин һайлана. Рә сәйлеләр фекеренсә, ул осорҙа Борис Ельцин Горбачевҡа ҡараға нда бер башҡа юғарыраҡ булып иҫәпләнә, сөнки бөтә халыҡ реф ерендумында һайлана.
       Рәсәйҙән һуң президент союз республикаларынан тыш, ав тоном статуслыларында ла булдырыла. Улар иҫәбенә Татарстан, Мордва һәм Яҡут республикалары инә.
       Башҡортостанда иһә Президент 1991 йылдың 30 октябрен дә республиканың ун икенсе саҡырылыштағы ы Юғары Совет се ссияһында раҫлана. Әммә 1991 йылдың 15 декабренә тәғәйенләнг ән тәүге президент һайлауҙары булмай. Илебеҙ, дөйөм алғанда,
       был осорҙа ауыр осор кисерә. Ә үҙәк өсөн тап ошо ваҡытта тө бәктәрҙе контролдән сығармау бөтөнләй кәрәк булмай. Былай ғы на түгел Мәскәүҙә хатта республика башлыҡтарын ҡуйыу мәсьәлә һе лә тикшерелә. Шуға ла республикала тиҙ арала Башҡортостан
       Республикаһы Президентының хоҡуҡи статусына төҙәтмәләр инде реп, уны һайлау тәртибен билдәләй һәм һайлауҙарҙы 1993 йылды ң 12 декабренә тәғәйенләй.
       Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы Президент вазифа һына ике кандидатура теркәй. Уларҙың береһе БР Юғары Совет ы рәйесе Мортаза Рәхимов һәм икенсеһе - "Восток" халыҡ-ара акционер банкы идаралығы рәйесе Рәфис Ҡадыров.
       Һайлауҙарҙа ҡатнашҡан халыҡтың 64 проценты Мортаза Рә химов өсөн тауыш бирҙе, 28,5 проценты Рәфис Ҡадыровты һайлай . Шулай итеп тәүге һайлауҙар һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһы Президенты итеп Мортаза Рәхимов һайлана.
       1993 йылдың 25 декабрендә Башҡортдәүләт опера һәм балет
       театрында республиканың тәүге президенты инаугурация үткәр ә. Үҙенең сығышында Мортаза Рәхимов йыйылыусыларҙы республика
       ниндәй сәйәси курсты һайлауын белдерә. Ул да булһа сәйәси һәм иҡтисади тотороҡлолоҡ, халыҡтар татыу лығы һәм дуҫлығы. Әйткән һүҙендә Президент тора һәм әле лә б еҙ тап ошондай ғүмер кисерәбеҙ.

Нина Владимирова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал