6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

"Һаулыҡ" милли проекты - киләһе аҙымдар
15.06.06


       Вәғәҙә ителгәнсә, "Һаулыҡ" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә беренсел медицина звеноһы - муниципаль поликлиникаларҙы, участка дауаханаларын нығытыу, был учреждениеларҙы кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин итеү, дөйөм практика табиптарын ҡабаттан уҡытыу, участка врачтары һәм шәфҡәт туташтарына эш хаҡын арттырыу, бала табыу
       сертификаттары индереүгә айырыуса ҙур иғтибар бирелә.
       Өфө ҡалаһы ҡала округында үткән матбуғат конференцияһындах акимиәт башлығы урынбаҫары Ильмира Харисова журналистарға ре спубликала был проекттың тормошҡа ашырылыуы тураһында һөйләне.
       - Өфө хакимиәте башлығы тарафынан "Өфөлә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә өҫтөнлөклө милли проектты тормошҡа ашырыу буйынса төп сараларҙы раҫлау тураһында" ҡарар ҡабул ителде, Өфө хакимиәте эргәһендә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә өҫтөнлөклө м илли проектты тормошҡа ашырыу буйынса Совет булдырылды, - ти п хәбәр итте Ильмира Миңнулла ҡыҙы. - Бөгөн федераль регистрҙың ҡала сегментында 2813 белгес иҫәпләнеүен
       билдәләргә кәрәк. Участка белгестәре регистрына, мәҫәлән, 3 70 участка терапевты, 247 участка педиатры, 29 дөйөм практик а
       врачы һәм башҡалар индерелгән. Фельдшер - акушерлыҡ пункттары персоналының ошондай уҡ регистрында дүрт белгес
       иҫәпләнә, 661 "Тиҙ медицина ярҙамы" табиптары, фельдшерҙар
       һәм шәфҡәт туташтары, 790 бала табыу учреждениелары хеҙмәткәрҙәре иҫәпләнә.
       Медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы шаҡтай артты. Бөгөн участка терапевтарының хеҙмәт хаҡы 16267 һум, участка педиатрҙарының - 15661 һум, дөйөм практика врачтарының - 16896 һум, шәфҡәт туташтарының - 9270 һумдан 10842 һумға тиклем барып етте. Ильмира Харисованың һүҙҙәре буйынса, үткән йылда 233 врач үҙ квалификацияһын күтәргән, быйыл уларҙың һаны - 70: 31 участка терапевты, ике дөйөм практика врачы һәм 37 участка педиатры.
       Иң проблемалы һорауҙарҙың береһе булып медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителеш тора. Был өлкәләге ихтыяждарҙың дөйөм суммаһы 528 миллион һум тәшкил итә.
       Быйылғы йылда бөтә ихтыяжды ҡаплау вәғәҙә ителмәй - Өфөнөң дауалау - пофилактика учреждениелары кәрәкле диагностикалау ҡорамалдарының дүрттән бер өлөшөнә, ни бары йөҙ берәмеккә генә иҫәп тота ала. Әммә был да аҙ түгел.
       Бынан тыш, һаулыҡ һаҡлау идаралығы тарафынан "Тиҙ ярҙам" автопаркын яңыртыуға ғариза әҙерләнгән. Бөгөнгө көндә автопаркта 111 берәмек санитар автотранспорт иҫәпләнә, уларҙың 49 - ы файҙаланыуға яраҡһыҙ хәлдә. Шулай итеп, санитар автомобилдәргә ихтыяж 67 берәмек тәшкил итә. Тиҙ медицина ярҙамы станцияһының автомобилдәр паркына август
       айында яңы машиналар ҡайтарылыуы шатлыҡлы хәбәр, әлбиттә, т ик уларҙың һаны әлегә 35 кенә буласаҡ.
       "Һаулыҡ" милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса тағы бер йүнәлеш - бала табыу сертификаттары индереү. Ильмира Миңнулла ҡыҙы хәбәр итеүенсә, ҡаланың ҡатын - ҡыҙҙар консультацияһы һәм бала табыу йорттарында ауырлы һәм бала тапҡан ҡатындарға 6233 сертификат тапшырылған. Шулай уҡ ул быйыл Өфө хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау идаралығы ауырлы ҡатындар өсөн социаль календарь төҙөлөүе тураһында белдерҙе,
       уның буйынса ҡатындың хәл - торошо, яралғының үҫеше, тейешле физик ауырлыҡ, диета һәм башҡалар тураһында тулы
       мәғлүмәт алырға мөмкин буласаҡ. Календарҙы 15 мең данала сығарыу планлаштырыла, бындай "памяткаға" тиҙҙән һәр ауырлы ҡатын эйә буласаҡ.
       - Бала табыу сертификаттары буйынса дауалау учреждениеларына 28200 мең һум күсерелде, уларҙан эш хаҡына 11075 мең һум, дарыу алыу өсөн - 1328 мең, медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыуға - 7730 мең һум бүленде. Бала табыу сертификаттары буйынса түләү иҫәбенә акушер - гинекологтарҙың уртаса эш хаҡы 4261 һумға, неонатологтарҙың
       - 4070 һумға, анестезиологтарҙың - 3436 һумға һәм акушерҙар ҙың эш хаҡы - 2364 һумға артты, - тип белдерҙе Ильмира Харис ова.
       Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, милли проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә бер йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларҙы В вирусы
       гепатитына ҡаршы иммунизациялау ҡаралған. Бынан тыш Өфөлә б юджет өлкәһендә эшләүсе 35 - 55 йәшлектәр өсөн
       диспансерлаштырыу планлаштырыла.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал