6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Башта һынау, унан - ғаилә
14.06.06


       Иртәгә республика парламенты лайыҡлы рәүештә социаль
       етемдәр йорто тип атарға мөмкин буласаҡ бинаның һуңғы кирбесен һаласаҡ. Рәсми яңғырауына ҡарамаҫтан, был бинаның ғаиләгә туранан - тура ҡағылышы бар. Республиканың "Патронат
       тәрбиәләү тураһында" законы бөгөн балалар йорттарында тәрбиәләнеүсе 3200 балаға йылы ғаилә усағында йәшәргә мөмкинселек бирәсәк.
       - Балаларҙы башҡа ғаиләләргә урынлаштырыуҙың дүрт төрө бар, - тип һөйләй хеҙмәт, социаль мәсьәләләр, ғаилә, әсәлек, балалыҡ һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса парламент комитеты рәйесе Әлфиә Шәрәфетдинова. - Был балалыҡҡа алыу, опекунлыҡ, аҫрауға алыу һәм бына патронат ғаилә.
       Бөгөн Башҡортостан Республикаһында социаль етемдәр һаны
       18 меңдән ашыу. Был балаларҙың атаһы йәки әсәһе, йәки икеһе
       лә бар. Әммә улар йә ата - әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгән, йә хөкөм ителгәндәр. Республикала 3700 - гә яҡын сабый сит ғаил ә тарафынан балалыҡҡа алынған. Бындай ғаилә хоҡуҡи статусы
       буйынса ҡәҙимге ғаиләләрҙән бер нимәһе менән дә айырылмай. Дәүләт был осраҡта ситләшә ( билдәле дәрәжәгә тиклем, әлбитт ә), һәм яңы ата - әсәгә һәм уларҙың бала проблемаларын хәл и теү һәләтенә иҫәп тота.
       Балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыуҙың йыш файҙаланылған һәм иң таралған формаһы - опекунлыҡ. Башлыса улар - баланың туғандары. Бөгөн 11500 - гә яҡын етем бала ошондай ғаиләләрҙ ә йәшәй. Республикала күптән түгел ҡабул ителгән законға яра шлы, опекунға баланы тәрбиәләү өсөн түләнгән пособие беренсе ғинуарҙан 3200 һум тәшкил итә.
       Аҫрауға алыусы ғаилә институты - иң өйрәнелмәгәндәр иҫәбе нәинә. Дәүләт Йыйылышы депутаттары уға ярашлы закон сығарыр алдынан ентекле әҙерләнде: балалар йорттары буйлап йөрөнөләр , бәхәсләштеләр һәм баланы аҫрауға алыуға дәғүә итеүсе ғаиләләрҙе өйрәнделәр. Һәм бына аҫрауға алыусы ғаиләләр тураһындағы закондың Башҡортостанда үҙ көсөнә инеүенә бер йыл да үтмәһә лә, аҫрауға алыусы 19 ғаилә барлыҡҡа килде,
       уларҙа 50 бала йәшәй.
       Патронат ғаиләгә юл һалыуы ауырғараҡ тура килде. Өфөнөң туғыҙынсы балалар йортонда эксперимент бишенсе йыл дауам итә, 95 тәрбиәләнеүсе 71 патронат ғаиләлә йәшәй.
       - Бының ыңғай һөҙөмтәләр биреүен билдәләргә кәрәк, - ти
       Әлфиә Шәрәфетдинова. - Патронат тәрбиәләү өс яҡлы яуаплылыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыуҙы күҙ уңында тота. Беренсе яҡтан - патронат тәрбиәсе, ул етем балаға пособие һәм быға тиклем бала йәшәгән интернат учреждениеһынан эш хаҡы ала. Икенсе һәм өсөнсө яҡтарҙан - балалар йәки интернат һәм муниципаль опека һәм бағыусылыҡ бүлеге. Дәүләт балалар мәнфәғәте һағында ҡала һәм һәр мәлдә үҙ һүҙен әйтергә әҙер тора.
       Баланы тәрбиәләү өсөн яуаплылыҡты тулыһынса үҙ өҫтөңә алырға баҙнат итеү ҡыйын, әлбиттә. Ниндәй генә изге ниәт булмаһын, күп ғаиләләр яҙмышында бындай үҙгәрештәр етди ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Был осраҡта патронат - иң яҡшы ысул. Ә
       иң мөһиме - һайлау мөмкинселеге барлыҡҡа килә. Яңы закон проекты буйынса, ошондай ҡарар ҡабул иткән ғаилә бер - ике сәғәткә, бер аҙнаға йәки өс айға ... патронат тәрбиәсегә әйл әнә ала, тип аңлата Әлфиә Шәрәфетдинова. Танышырға, атай - ә сәй булыуҙың тәмен тойорға ла ваҡыт кәрәк бит.
       - Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр иң ҙур теләгең ниндәй тигән һорауға ғәҙәттә атай - әсәйҙәрен табыу һәм балалар йортоноң ябылыуы, тип яуаплай, - тип һөйләй Әлфиә Мазһар ҡыҙы. - Интернат нисек кенә яҡшы йыһазландырылһа ла, ҡаҙна йорто булып ҡалыуын дауам итә. Ҡала халҡы өсөн, минеңсә, бөгөн патронат тәрбиә формаһы иң уңайлыһы. Өҫтәүенә дәүләт етем баланың яҙмышын социаль контролдән төшөрмәй. Көҙөн
       закон проекты өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителер, ә инде ҡышҡа "Патронат тәрбиәләү тураһында" закон үҙ көсөнә инер, тип
       ышанам.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал