6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

"Мәк" операцияһы башланды
14.06.06


       Республикала "Мәк" исеме аҫтындағы киң күләмле профилактик о перация сиктәрендә ҙур эш башланды: ул үҫемлектәрҙән әҙерләнгән наркотиктарға бәйле енәйәттәрҙе иҫкәртеү һәм асыуға йүнәлтелә. РФ Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре башҡа хоҡуҡ һаҡлау органдары, урман һәм ауыл
       хужалығы вәкилдәре һәм урындағы хакимиәттәр менән берлектә законһыҙ үҫтерелгән мәк һәм киндер баҫыуҙарын асыҡлау һәм
       юҡ итеү, составында наркотик матдәләр булған ҡырағай үҫемлектәрҙе бөтөрөү, уларҙың республикаға инеү һәм
       сығыу каналдарын ябыу менән шөғөлләнәсәк.
       Республиканың наркотиктарға ҡаршы көрәшеүсе төп
       ведомствоһының матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, составында наркотик матдәләр булған, тыйылған үҫемлектәрҙе законһыҙ рәүештә эшкәртеү һәм үҫтереү ҡаты эҙәрлекләнә. РФ
       Енәйәт кодексының 231 статьяһына ярашлы, бының өсөн 500
       минималь эш хаҡы күләмендә штраф формаһында яза ҡарала.
       Бер нисә кешенән торған төркөм алдан һөйләшеү буйынса ошондай уҡ "эште" бер нисә тапҡыр йәки ҙур күләмдә башҡарһа,
       һигеҙ йылға тиклем хөкөм ителеү янай.
       Башҡорт наркоконтроле мәғлүмәттәре буйынса, үткән йылда үткәрелгән "Мәк" операцияһы барышында 319 кеше енәйәт
       яуаплылығына тарттырылған, 621 кешегә административ яза бирелгән. Наркополиция тарафынан халыҡтан 350 килограмдан ашыу наркотик тартып алынған һәм майҙаны 50 гектарҙан ашыу тәшкил иткән ҡырағай мәк һәм киндер баҫыуҙары асыҡланған. Дөйөм алғанда, тәртип һаҡсылары составында наркотик матдәләр булған 900 тоннанан ашыу ҡырағай үҫемлектәрҙе юҡ
       иткән.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал