6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Таһыллыҡ һәм зирәклек байрамы
14.06.06


       Приздар тапшырыу һәр ваҡыт күңелле. Байрам ваҡытында баш о сонда ҡояш йылмайһа, приздарҙы яҡшы кәйефле йәш спортсылар яулаһа, икеләтә, өсләтә күңеллерәк. 12 июндә,
       Дуҫлыҡ Монументы эргәһендә, байрам саралары сиктәрендә, урам баскетболы буйынса Бөтә Рәсәй турниры үтте. "БАШвестЪ" интернет - гәзите был ярыштарҙа бағыусы булараҡ сығыш яһаны һәм унда ҡатнашыусылар менән баскетбол тарихы буйынса викторина һәм үҙешмәкәр шағирҙар ҡатнашлығында ижади конкурс ойошторҙо.
       Конкурста бөтә республиканан килгән ике мең ярым самаһы кеше ҡатнашты. Өфөлөләрҙең һаны барыһынан да күберәк ине, әлбиттә. Шулай уҡ Салауат, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Талбазы һәм
       башҡа ҡала һәм райондарҙан килеүселәр ҙә етерлек булды. Ула р ике көн дауамында саф һауала, причал эргәһендә эшләнгән ун асыҡ майҙанда көс һынашты. Ҡыҙҙар һәм егеттәр өс йәш категорияһында уйнаны. Төп турнирҙан тыш тағы ла VIP - турни р ойошторолдо, унда инде киң мәғлүмәт саралары, банкылар һәм башҡа етди учреждение командалары үҙҙәренең көс һәм таһыллығын күрһәтте.
       Ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла конкурс логотибы т өшөрөлгән футболкалар бүләк ителде. Һәр команда үҙе
       һайлаған төҫтәге форма кейгән - йәшел, күк, зәңгәр, һоро, ә ммә һәр майкала һарғылт туп һүрәте балҡып тора. Һәр команда кәм тигәндә бер уйын уйнаны. Еңеүселәрҙе һанап тороу кәрәкмәҫ, моғайын. Был ярышҡа еңеү түгел, ә ҡатнашыу мөһим тигән әйтем
       тура килә. Призерҙарҙың барыһына ла баскетболсы фигураһы төшөрөлгән кубоктар, миҙалдар һәм башҡа бүләктәр
       тапшырылды.
       Ә бына "БАШвестЪ" гәзите үткәргән викторинала ентеклерәк туҡталырға кәрәктер, моғайын. Заман техникаһы - микрофондар
       һәм тауышты көсәйткестәр "БАШвестЪ" гәзитенең һорауын бар м айҙан ишетерлек итеп яңғыратты: заманса баскетбол ҡасан барлыҡҡа килгән, СССР командаһы был спорт төрө буйынса ҡасан еңеү яуланы һ. б. Кемгәлер һорауҙар артыҡ ауыр булып күренһә, кемдер - киреһенсә, уйламай ҙа яуап бирҙе. Ә гәзитт ең приздары өсөн көрәшеүселәр араһында ни өсөндөр баш ҡаланы ң ҡунаҡтары айырылып торҙо. Республика ҡалаларынан килгән егет һәм ҡыҙҙарҙың баскетбол теорияһын өфөлөләргә ҡарағанда яҡшыраҡ белеүе асыҡланды. Һөҙөмтәлә Стәрлетамаҡ физик культура институты студенты Евгений Хохлов викторинаның еңеүсеһе тип танылды. Салауаттан килгән Дмитрий Кофонов һәм Ишембай егете Алексей Балашов унан бер аҙ ҡалышып, икенсе һәм өсөнсө урынға сыҡты. БДУ студенткаларына дәртләндереү
       призы тапшырылды. Улар Өфө тренерҙары һәм судьяларының фамилияларын яҡшы белә, был да мөһим, әлбиттә.
       Һуңынан конкурста ҡатнашыусылар шиғырҙар ижад итте. Һәм ябай шиғырҙар ғына түгел, уларҙа мотлаҡ "баскетбол" һәм
       "БАШвестЪ" һүҙҙәре яңғырарға тейеш. Был конкурста ла юғары кимәл күрһәтелде, Ни тиһәң дә еребеҙ таланттарға бай беҙҙең. Өс дуҫ - Алексей Мөслимов, Рөстәм Шаһиев һәм Рөстәм
       Ғималетдиновтың шиғыры абсолют еңеүсе тип табылды. Ул былайыраҡ яңғырай:
       Если на счете денежки есть,
       Скорей открывай ты газету "БАШвестЪ"!
       Много вестей интересных там есть,
       Ты много полезного сможешь прочесть.
       Про баскетбол ты сможешь узнать,
       Про праздник народный здесь прочитать.
       Большое спасибо газете "БАШвестЪ".
       Газета "БАШвестЪ" - газета the best

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал