6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Риза Яхиндың "уңышлы" йылы
13.06.06


       1935 йылдың 13 июнендә Баймаҡ районы Йылайыр районының Ле нин орденына лайыҡ булыусы механизаторы, Социалистик
       хеҙмәт геройы Риза Хазиәхмәт улы Яхин донъяға килә.
       Миңә уның менән ун йыл элек, "Баймаҡ ере тураһында хикәйә т" китабын әҙерләгән ваҡытта осрашырға тура килде. Хеҙмәт Геройы Риза Яхин был китап геройҙарының береһе булырға тейеш ине.
       Атаһы Хазиәхмәт менән әсәһе Асияның өсөнсө, иң кесе балаһ ы булып донъяға килә. Башҡорттарҙың күп балалы ғаиләләрендә кесе балалар ғәҙәттә айырым урында тора. Әммә Ризаға был бәхетте татырға тура килмәй. Өс йәшендә ул атаһын, биш йәшендә - әсәһен юғалта.
       Риза буйға етә. Ун биш йәшендә баҡыр иретеү заводында слесарь, һуңынан "Йылайыр" совхозында - тракторсы булып эшләй. Совет Армияһында хеҙмәт итә, 1957 йылда тыуған яғына
       әйләнеп ҡайта. Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем үҙ ғүмерен "Йылайыр" совхозы менән бәйләй. Уның дүрт балаһы ла аталары юлынан барып, игенсе һөнәрен һайлай.
       Риза Хәзиәхмәт улының биографияһы ул замандағы ауыл механизаторҙары тормошонан артыҡ айырылмай.
       Хәтерендә уйылып ҡалған ваҡиға тураһында ул түбәндәгеләрҙ е һөйләй:
       - Минең өсөн иң иҫтәлекле, "уңышлыһы" - етмеш алтынсы йыл
       - тип хәтерләй ул. - Шул саҡта игенсе механизаторҙарҙың иң яҡшы сифаттары күренде лә инде. Беҙҙең звено рекорды хаҡында күп яҙҙылар.
       Беҙҙең звено ике "Нива" комбайны менән 53 мең центнерҙан ашыу иген һуғып алды - Башҡортостанда бындай һөҙөмтәгә ирешеүсе юҡ ине әле.
       Урып йыйыу - транспорт звеноһы ағзалары - комбайнсы
       Миңлеғәле Ғайсин, ярҙамсылар Т. Көмөшбаев, М. Ульябаев, водителдәр Ф. Кәлимуллин, Ю. Епапешников, Х. Бикбаев һәм Х. Сурмөхәмәтов - төрлө йәштәрҙәге кешеләр. Әммә беҙҙең
       барыбыҙҙы ла ваҡытҡа ла, төрлө ауырлыҡтарға ла ҡарамайынса,
       игенде һуңғы башағына тиклем йыйып бөтөү теләге берләштерҙе .
       Урып - йыйыу эшендә башта ямғырҙар ҡамасауланы, әммә беҙ бирешмәнек. Тәүлегенә 700 - 800 центнер иген ура башланыҡ, артабан был һан меңгә етте. "Тәүлегенә" тип әйтәм, сөнки беҙ бер минутты ла әрәм итмәҫкә тырыштыҡ, көндөҙ штурвал артына ярҙамсыларҙы ултыртабыҙ, бер аҙ ял иткәс, үҙебеҙ төндәрен дә
       эшләйбеҙ. Йоҡо ҡайғыһы булманы, бер нимә тураһында ғына борсолдоҡ, ул да булһа - машиналар түҙһә генә ярар ине!
       Ураҡтың һуңғы көнөндә минең бөтәһе 27 мең центнер иген урып йыйыуым һәм илдә "Нива" комбайнында бер кемдең дә әлегә тиклем бындай һөҙөмтәгә өлгәшә алмағаны асыҡланды.
       Ул йылда Баймаҡ районы дәүләт бураларына 130 мең тонна, туған совхозына - 47 мең тонна иген һала.
       Октябрь айының ҡояшлы көнөндә, ураҡ тамамланғандан һуң, беҙҙең барыбыҙҙы ла Өфөнөң иң матур Мәҙәниәт һарайҙарының бе реһенә саҡырҙылар. Бында Тыуған илгә бүләк ителгән ике
       миллион 450 тонна ауырлығындағы карауайға үҙ өлөшөн индереүселәрҙең барыһы ла йыйылған ине.
       Мине президиумға саҡырып оло хөрмәт күрһәттеләр. Залда ултырыусы ҡояшҡа ҡара янған яҡташтарымдың йөҙҙәренә ҡарап, м ин республиканың иген баҫыуҙарын күргәндәй, меңләгән машина геүләүен ишеткәндәй булдым. Йөрәк игенсе шатлығы
       менән тулды...
       1976 йыл Риза Яхин өсөн дә "уңышлы" була. Уға Социалистик
       Хеҙмәт Геройы исеме бирелә. Һуңынан башҡа наградалар менән дә бүләкләнә.
       Яхин хаҡында материал ингән "Баймаҡ ере тураһында хикәйәт " 1998 йылда сыҡты. Әммә герой үҙе китапты уҡып өлгөрә алман ы - шул йылда уҡ вафат булды. Ошо китаптан алынған һүрәттә "Тарихтан бер көн" рубрикаһы геройы - уртала.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал