6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Интернет - тере!
13.02.06


       Мәғлүмәт эҙләп интернетта йөҙөүҙән дә ҡыҙығыраҡ эш юҡтыр,
       хәйер, унда үҙ материалыңды оҙатыу - тағы ла ҡыҙығыраҡ.
       Дүртенсе йыл интернет менән әүҙем дуҫлашыу дәүерендә мин быға тулыһынса инандым. Мәҡәләләр яҙам, башҡаларҙыҡын уҡыйым, бер һүҙ менән әйткәндә, күңелһеҙләнергә ваҡыт юҡ.
       Баш мөхәррир Виктор Игнатьевич Журавлев етәкләгән
       "БАШвестЪ" интернет - гәзитендә минең кеүек үҙен бөтә донъя
       селтәренән тыш күҙ алдына ла килтерә алмаған ике тиҫтәгә яҡ ын кеше эшләй. Бөгөн беҙҙең теләк - сираттағы еңеү шатлығы
       менән уртаҡлашыу ине.
       "БАШвестЪ" гәзите дүртенсе "Интернет - Өфө" ҡала конкурсының "Йәмғиәт, фән, мәҙәниәт" номинацияһында өсөнсө у рын яуланы һәм дипломға өҫтәп бүләк - төҫлө принтерға ла эйә
       булды. Бындай принтерҙар, мониторҙар, система блоктары менән баш ҡаланың тағы 24 интернет - сайты наградланды. Улар
       араһында www.ugkr.ru - Өфө дәүләт радиоэлектроника колледжының рәсми сайты, www.minobr.ufanet.ru - республиканы ң Мәғариф министрлығы сайты һәм башҡалар бар.
       Быйылғы конкурста ҡатнашырға 150 - гә яҡын сайт теләк белдергән. Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев етәкселегендәге конкурс комиссияһы биш номинацияла е ңеүселәрҙе билдәләне: "Белешмә - мәғлүмәт сайты", "Эшлекле д онъя", "Йәмғиәт, фән, мәҙәниәт", "Мәғариф", "Спорт, һаулыҡ, күңел асыу, ял".
       Беренсе номинацияла иң яҡшыһы тип "УфаПортал" мәғлүмәт
       системаһы танылды. "Эшлекле донъя" номинацияһында еңеүҙе "Солнечный" торлаҡ комплексы яуланы. Беҙҙең номинацияла беренсе урын www.vatan.yeshlek.ru сайтына - "Тыуған яғым - Башҡортостан", икенсе урын - Башҡортостан Республикаһының нефть химия эшкәртеү институтының www.inhp.ru сайтына эләкте . Өсөнсө урынды "БАШвестЪ" гәзите менән "Өфө" журналының электрон версияһы бүлеште. 39 - сы гимназияның рәсми сайты
       "Мәғариф" номинацияһында иң яҡшыһы тип табылды. Күңел асыу һәм спорт сайттарында тау велосипедтары тураһында ресурс еңеү яуланы.
       "Башинформ" агентлығының конкурста ҡатнашыусы сайттары араһында "БАШвестЪ" гәзитенән тыш Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуына арналған
       рәсми сайт та - www.bashkortostan450. ru - призлы урын алды . Агентлыҡтың яңылыҡтар таҫмаһы махсус призға лайыҡ булды.
       Еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы Өфө клубтарының береһендә
       үтте. Уларҙың иғтибарына "Нонсенс" ансамбле брейк - данс бейеүе, көнсығыш гүзәле Санира - майшәмдәр менән бейеү, "Чувство полета" төркөмө - интернетсылар гимнын әҙерләгән ине.
       Дөйөм алғанда, байрам шәп булды. "Электрон" коллегалар менән аралаштыҡ, иң мөһиме, интернеттың тере булыуына һәм сәскә атыуына тағы бер тапҡыр инандыҡ.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал