6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Полпредҡа айныҡ мужиктар етешмәй
13.06.06


       Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Александр Коноваловтың үткән шәмбеләге блиц -
       сәфәре полпредтың Башҡортостандағы прокурорлығы хаҡында ҡән әғәтлек менән иҫкә алыуын күрһәтте.
       Әммә яҡшы компьютер уйынындағы кеүек, икенсе кимәлгә күсеү Александр Владимировичты башҡа проблемалар сәбәпле борсолоуға килтерә. Ошоға бәйле, республикаға ҡыҫҡа ваҡытлы сәфәренән һуң, ул "элеккене" һәм "бөгөнгөнө" сағыштырыуҙан
       ҡырҡа баш тартты.
       - Бында минең прокурор вазифаһын үтәгән ваҡыттан алып республикала булып үткән үҙгәрештәр турһында комментарийҙар бирергә әҙер түгелмен. Сөнки ул ваҡытта тар ведомство эшмәкәрлеге менән генә шөғөлләнә инем. Ә хәҙер барыһына ла киң профилле ҡараш кәрәк, - тип аңлатма бирҙе Коновалов, әмм ә маҡтау һүҙенән тыйылманы. - Сәфәрҙән алған дөйөм тәьҫоратҡ а килгәндә, иң мөһим социаль - иҡтисади бурыстарҙы үтәү буйы нса төбәктә системалы, компетентлы, дөйөм эш алып барылыуы һиҙелә. Проблемалар ҙа юҡ түгел, әлбиттә.
       Республика йортонда үткән кәңәшмәлә БР Хөкүмәтенең барлыҡ вице - премьерҙары Мортаза Рәхимов һәм Александр Коновалов алдында дүрт өҫтөнлөклө милли проект буйынса отчет
       биргәндән һуң, полпред алдында дәүләт башлыҡтары
       инициативаларын эштә ҡулланыуҙан һиҙелерлек һөҙөмтәгә өлгәшеү бурысы ҡуйылыуы аңлашылды.
       - Ысынбарлыҡта һәр бер өҫтөнлөклө проекттың һөҙөмтәһе булып үҙләштерелгән аҡса күләме лә, хатта төҙөлгән квадрат метрҙар ҙа түгел, ә халыҡтың йәшәйеш сифаты күтәрелеүе тора,
       - тине Александр Владимирович.
       - Аҡса урланып бөтөр, тип ҡурҡмайһығыҙмы, һәм маҡсатлы сығымдарҙы нисек контролдә тоторға уйлайһығыҙ
       - Был һорауға йыш ҡына өҫтөнлөклө проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың башланғыс стадияһында яуап бирергә тура килде. Һәм бөгөн мин шулай уҡ яуап бирергә әҙер, - полпред бер ҙә юғалып ҡалманы. - Беҙҙә бюджет - финанс контроленең күп аспектлы һәм ведомство - ара системаһы бар. "Насар" миҫалдарҙы асыҡлау тәжрибәһе лә етерлек... башҡа төбәктәрҙә.
       Тимәк, был система эшләй тигән һүҙ.
       Бер ыңғайҙа полпред беҙҙең төбәк өсөн ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған өс көнүҙәк проблемаға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.
       Беренсенән, алдағы киләсәктә Волга буйы федераль округына
       инеүсе тағы ла ниндәйҙер субъекттарҙың берләшеүе шик тыуҙыра.
       - Бөгөнгө көнгә был һорау артыҡ көнүҙәктер тип уйламайым.
       Округ составында алты милли республика булыуын беләбеҙ - бындай берәмектәрҙең булыу факты үҙе үк ярайһы уҡ мөһим һәм ул һаҡланырға тейештер, моғайын. Берләшеүгә иҡтисади сәбәптәргә киллгәндә, Волга буйы федераль округында, башҡа округтарҙағы кеүек, иҡтисади яҡтан үҙаллы булмаған бәләкәй генә субъекттың иҡтисади йәһәттән үҫешкән эре субъект менән
       күрше тороуы кеүек асыҡ миҫалдар ҡалманы.
       Икенсенән, муниципаль реформа һәр урында ла тип әйтерлек
       оҡшаш проблемаларға барып төртөлә, шуға күрә полпред теге
       йәки был төбәктә килеп тыуған ситуация араһында айырма күрмәй.
       - Сөнки, дөйөм алғанда, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер губернатор
       әйтмешләй, округта тулы ҡанлы муниципаль Совет булдырыу
       өсөн йыш ҡына айныҡ ирҙәр етешмәй. Был уртаҡ бәлә, уртаҡ
       проблема, - тине Коновалов һәм, - ауыл һаҡланған урындарҙа,
       ә Башҡортостанда ул ярайһы уҡ ҙур дәрәжәлә һаҡланған, бында й күренештәр башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда һирәгерәк осрай, - тип өҫтәне.
       Өсөнсөнән, полпредство Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләүгә федераль статус бирелеүе тураһында ҙур хәстәрлек күрә. Юбилей тантаналарына тиклем бер йылдан ашыу ваҡыт бар, Александр Коновалов юбилей округ кимәленә мөмкин тиклем тиҙерәк сығырға тейеш, тип күҙаллай.
       - Байрам яҡынайған һайын уның тематикаһы Башҡортостанда ҙурыраҡ урын биләр, тип уйлайым. Беҙ ҙә бының өсөн өҫтәмә көс һаласаҡбыҙ. Байрамды округ кимәленә күсереүгә килгәндә, бының өсөн мөмкинселектәр бар. Полпред эргәһендәге Советтың киләһе ултырышын беҙ Өфөлә үткәрергә планлаштырабыҙ. 2007йыл дың ҡышында республика етәкселеге ярҙамы менән Өфөлә
       тәүге тапҡыр дөйөм Рәсәй форматында инноваторҙар һәм инновацион технологиялар йәрминкәһен үткәрергә ниәтләйбеҙ.
       Мәҙәни проекттар тураһында һүҙ йөрөткәндә, Александр
       Владимировичтың әйтеүе буйынса, Волга буйы федераль округының ҡайһы бер төбәктәрендә "450 йыл билдәһе аҫтында" С анкт - Петербургтың Мариинка театры гастролдәрен үткәреү тураһында тәҡдимдәр бар. Рус милли оркестрының Волга буйлап гастролен тормошҡа ашырыу ҙа мөмкин булыр, моғайын.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал