6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Һыу үҙ ҡорбандарын аямай
09.06.06


       Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендәге Ҡашҡаҙан күле ҡалала һыу
       инеү өсөн иң хәүефһеҙ урын булараҡ танылыу тапҡан. Дөйөм алғанда, бөгөнгө көнгә баш ҡаланың биш һыу инеү урыны ял итеүселәрҙе ҡабул итергә әҙер, яҡын арала тағы дүрт пляж тикшереү үтәсәк. Бөгөн үткән матбуғат конференцияһында
       Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса төп идаралығы начальнигы Марат Мәһәҙиев һәм Башҡортостандың авария - ҡотҡарыу хеҙмәте етәксеһе Владимир Темашев һыу инеү
       сезонына әҙерлек тураһында һүҙ алып барҙы.
       Әлеге ваҡытта көс водолаздарға төшә: улар республиканың һыу ятҡылыҡтарын тикшерә һәм таҙарта. Владимир Темашев әйтеүенсә, был эште ҡотҡарыусылар түләүһеҙ башҡара. Бөгөнгө көнгә бирелгән 400 - ҙән ашыу заявканың яртыһынан күберәге үтәлгән дә инде.
       Ҡотҡарыусыларҙың алдағы планында рөхсәт булмауына ҡарамаҫтан һыу инергә яратыусыларҙы йәлеп иткән һыу ятҡылыҡтарын тикшереү буйынса рейд үткәреү тора. Был эшкә улар киләһе ял көндәрендә тотонасаҡ. Статистика күрһәтеүенсә , һыуҙағы бәхетһеҙ осраҡтарҙың күпселеге нәҡ ошондай, һыу ин еү өсөн тәғәйенләнмәгән урындарҙа була ла инде. Әммә был мәғлүмәттәргә халыҡ артыҡ ҡолаҡ һалмауы сәбәпле, ҡотҡарыусыларға бындай урындарҙа күсмә постар ойошторорға тура киләсәк. "Легаль" пляждарҙа ҡотҡарыусылар даими дежур
       итәсәк, әлбиттә.
       Ял итеү урындарын ошондай постар менән тәьмин итеү бурысы
       муниципалитеттарҙа, шулай уҡ шәхси пляж ойоштороу рөхсәтенә
       эйә булған эшҡыуарҙарҙа ята. Матбуғат конференцияһында билдәләнеүенсә, бюджет средстволары дефициты шарттарында ике нсе вариант бик уңайлы булырға тейеш.
       Ул арала һыу ҡорбандарын иҫәпләүгә башланғыс һалынды ла инде: быйылғы йыл башынан ғына республикала 22 кеше һыуға батып үлде. Марат Мәһәҙиев 8 июнде "ҡара көн" тип атаны. Кис ә һыу инеү ваҡытында 10 кеше һәләк булған, шул иҫәптә ике ба ла ла бар: Мишкә районында 10 һәм 12 йәшлек ике ҡыҙ һыу төбө нә киткән. Өфө районында 31 йәшлек ир кеше һәм уның 11 йәшле к ҡыҙы һыу ҡорбандарына әйләнә. Стәрлетамаҡ районында 48 йәшлек ир үҙенең 14 йәшлек ҡыҙын ҡотҡарырға һыуға ташлана
       һәм кире ҡалҡмай.
       Фажиғәләрҙең төп сәбәбе билдәле: өлкәндәр өсөн был эскән килеш һыу инеү, балалар өсөн - ата - әсәләр тарафынан ҡарап еткерелмәү, шулай уҡ, тағы бер тапҡыр ҡабатлайыҡ, һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урында йөҙөү.
       Республикала һыу инеү ваҡыты күп тигәндә өс ай дауам итә. Был ваҡыт эсендә, уртаса алғанда, 300 - 400 кеше һәләк була.
       - Ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү был һанды бер ни сә тапҡыр ҡыҫҡартырға мөмкинселек бирер ине, әммә беҙҙең кешеләр үҙҙәренең ғүмерен һәм һаулыҡтарын һаҡлауға иғтибар
       бирмәй, - ти Марат Мәһәҙиев.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал