6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Әхмәт - Зәки Вәлиди фонды һәр кем өсөн асыҡ
09.06.06


       Апрель айында булдырылған Төбәк йәмәғәт фонды хеҙмәткәрҙәре фондҡа кемдең исеме биреләсәге хаҡында шикләнмәне лә. Күренекле ғалим, шәрҡиәтсе, башҡорт милли хәрәкәте алдынғыһы, башҡорт автономиялы республикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһенә лайыҡлы баһа бирелергә тейеш. Ә ммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәш быуын, йәғни һеҙҙең менән беҙ,
       бөйөк яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереүгә тейешле иғтибар бүлмәйбеҙ, юҡһа ни өсөн Башҡортостанда уның исемен й өрөтөүсе бер урам йәки һәйкәл юҡ..
       Фондҡа нигеҙ һалыусылар был етешһеҙлекте бөтөрөргә ҡарар итте һәм, уның рәйесе Марат Ҡолшәриповтың һүҙҙәре буйынса, у лар Әхмәт - Зәки Вәлидигә һәйкәл асыу һәм баш ҡала
       урамдарының береһенә уның исемен биреү өсөн бар көсөн һаласаҡ. Фонд шулай уҡ гуманитар фәндәр өлкәһендә бөйөк ғалим исемендәге премия булдырырға ниәтләй.
       Фондтың төп маҡсаты - Рәсәйҙә федерализмдың нығыуына һәм үҫешенә булышлыҡ итеү. Уның аныҡ бурыстары фән, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәләренә ҡағыла. Бында шулай уҡ халыҡ - ара конференцияларҙа һәм, беренсе сиратта, Вәлидов уҡыуҙарында, төрлө симпозиум, фестивалдәр, күргәҙмәләр, аукциондарҙа
       ҡатнашыу тураһында ла һүҙ бара. Уларҙы республикала ғына түгел, БДБ илдәрендә һәм сит илдәрҙә лә ойоштороу планлаштырыла, сөнки Зәки Вәлиди исеме Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан кеүек дәүләттәрҙең
       барлыҡҡа килеүе менән дә тығыҙ бәйле.
       Фонд балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә, етем балаларға
       ярҙам итеүсе хәйриә акцияларында ҡатнашырға, төрлө полиграфик, нәшриәт һәм шуның кеүек башҡа эшмәкәрлектә ярҙам ҡулы һуҙырға, делегациялар, төркөмдәр, туристарҙы ҡабу л итергә йыйына. Австрия, Германия, Төркиә университеттары
       менән хеҙмәттәшлек тә планлаштырыла.
       Әхмәт - Зәки Вәлиди исемендәге Төбәк йәмәғәт фондының төп
       ойоштороусыһы булып Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы сығыш яһаны. 2000 йылда барлыҡҡа килгән был ойошма 40 - тан ашыу милли йәмәғәт ойошмаһын берләштерә, һәм республикала бе р ҙур сара ла уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Башҡортостан, Рә сәй халыҡтары араһында үҙ - ара аңлашыу һәм хеҙмәттәшлекте н ығытыуҙа ассоциация хәл иткес роль уйнай, сәйәси һәм мәҙәни тотороҡлоҡҡа өлгәшеүгә йүнәлтелгән ҙур сараларҙың ойоштороусыһы булараҡ сығыш яһай.
       Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Нияз Мәжитов Төбәк йәмәғәт фондының беренсе йыйылышында егерменән ашыу билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар һәм эшҡыуарҙарҙан торған коллегия төҙөлөүен билдәләне.
       Фондты ойоштороусылар әйтеүенсә, июнь урталарында үтәсәк
       икенсе ултырыш Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләүгә арналасаҡ.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал