6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Өфөгә Коновалов килә
09.06.06


       Иртәгә РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Александр Коновалов эш сәфәре менән Өфөгә килә. Был вазифала ете ай эшләү осоронда ул беҙгә тәүг е тапҡыр юл тота. Бөгөн иһә полпред ике әһәмиәтле ваҡиғала ҡатнаша, һәм уларҙың икеһе лә республикабыҙҙан һигеҙ сәғәтле к арала ойошторола. Ырымбурҙа ул РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле эргәһендәге Совет ултырышын үткәрә. Көн тәртибендә - енәйәтселеккә ҡаршы
       көрәш һәм сик буйы биләмәләрендә хоҡуҡ боҙоуҙы иҫкәртеү буйынса дәүләт органдарының эшмәкәрлеген координациялау мәсьәләләре. Өҫтәүенә, Советтың дәрәжәһе ярайһы уҡ юғары - Рәсәйҙең Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте, Наркотиктар әйләнеше,
       таможня, язаларҙы үтәү хеҙмәттәренең беренсе етәкселәре, һәм икенселәре - РФ Эске эштәр, Федераль миграция хеҙмәте, сик хеҙмәте министрлыҡтары. Совет ултырышында Федерация субъекттарының округ составына ингән беренсе шәхестәре лә
       ҡатнаша.
       Икенсенән, Александр Коновалов тыуған көнөн билдәләй - полпредҡа 38 йәш тулды. Санкт - Петербургта 13 йыллыҡ
       прокурор карьераһы, Башҡортостан Республикаһы прокуроры креслоһында туғыҙ ай эшләү осоро артта ҡалды. Түбәнге
       Новгород Кремлендә Коновалов Росатомға яуаплы йүнәлеш алған Сергей Кириенконан һуң урынлашты. Әммә элекке полпред округта "ер йыйыу" буйынса мөһим миссия үтәп һәм төбәк
       элиталары алдында ҡаҡшамаҫ ихтыяр күрһәтеп иҫтә ҡалһа, уға
       алмашҡа килеүсе Волга буйы федераль округтарына инеүсе төбәктәр менән йомшаҡ танышыуҙан башланы. Үҙенә таныш
       булған Башҡортостанды, федерация субъекты булараҡ, Коновалов иң аҙаҡҡа ҡалдырған, күрәһең.
       Һуңғы аҙна ярым ваҡыт эсендә Волга буйы полпреды Пенза өлкәһендә, Удмуртияла булды, ике төбәктең бер Пермь крайы булып берләшеүенә үҙ баһаһын бирҙе, Түбәнге Новгородта
       дәүләт наградалары тапшырҙы.
       Коноваловтың иртәнгә планлаштырған программаһына
       сәсеү эштәре тамамланыу хөрмәтенә Башҡортостан райондарының береһендә үткәрелгән байрамда ҡатнашыу инер, мо ғайын. Унда "Агросәнәғәт комплексы үҫеше" милли проектын тормошҡа ашырыу барышын тикшерергә лә мөмкин буласаҡ. Артабан полпред Башҡортостандың үҙ теләге менән Рәсәй составына инеүенең 450 йыллыҡ юбилейына әҙерләнеүсе төҙөлөш һәм реконструкция объекттарында туҡталасаҡ, сөнки полпредтың туранан - тура хужаһы тарафынан был байрамға федераль статус бирелде. БР Президенты хакимиәтендә үтәсәк кәңәшмәлә ҡалған милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм
       байрамға әҙерлек барышын тикшереү планлаштырыла.
       Рәсәйҙең Генпрокуроры Владимир Устиновтың көтөлмәгән отставкаһы Александр Коновалов фигураһына бер аҙ интрига өҫтәй. Йөрөгән хәбәрҙәрҙе раҫлау булмаһа ла, уларҙы кире ҡағыу ҙа ишетелмәй. Бынан тыш, элекке прокурорҙың яңы сифатта үҙенең республика менән мөнәсәбәтен нисек ҡорасағы
       аңлашылмай. "Известия" гәзитенә биргән интервьюһында Александр Владимирович Башҡортостандағы хәлде ярайһы уҡ
       оптимистик юҫыҡта һүрәтләй:
       "Үткәне йыш ҡына коммунистлыҡҡа бәйле булған тәжрибәле хужалыҡ итеүсенең көслө ҡулдары идара итеүсе төбәктәрҙә аҙыраҡ урлайҙар һәм бандитлыҡҡа юл ҡуймаҫҡа тырышыу һиҙелә. Тимәк, Башҡортостан беренсе сиратта тотороҡлоғо менән айырылып тора. Эйе, кемгәлер төбәк идаралығының патриархаль моделе оҡшап та етмәйҙер. Төбәккә бындай мөнәсәбәттең, либераль фекер йөрөтөүсе күҙлегенән сығып ҡарағанда, етешһеҙлектәре лә барҙыр, әммә унда ыңғай үҙенсәлектәр ҙә етерлек".
       Президенттың Волга буйы федераль округындағы полпредын хәҙер һәр бер айырым алынған төбәктә президенттың милли проекттары нисек тормошҡа ашырылыуы нығыраҡ борсоясаҡ. Файҙалы социаль технологиялар эҙләү менән сағыштырғанда,
       хатта аҡсаның да икенсе планға күсеүе тойола.
       Тулы хоҡуҡлы вәкил сифатында Александр Коновалов Волга буйы федераль округында йәшәүселәрҙе рәсми рәүештә Рәсәй
       көнө менән ҡотланы инде. Ҡотлау һүҙҙәрендә ул башлыса Рәсәй
       тормошонда ауыр замандарҙың үтеүенә һәм, идея буйынса, кешеләр бәхетле булырға тейешлегенә һылтана:
       - Бөгөн, Ватаныбыҙ тарихында ябай булмаған осорҙан һуң, милли рухтың сираттағы күтәрелешен, йолаларҙың тергеҙелеүен кисереү мөмкинселегебеҙ бар, һәм, иң мөһиме, илдең иҡтисади,
       социаль һәм сәйәси потенциалы заман технологиялары, танылыу
       тапҡан гуманитар, дөйөм кешелек ҡиммәттәре базаһында барлыҡҡа килә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал