6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Башҡорт ҡыҙы немецтәргә немец теленең нескәлектәрен өйрәтә
16.12.03


       Гүзәл исемле ябай башҡорт ҡыҙы бәләкәй сағында барыһы кеү ек үк мәктәптә белем ала, спорт менән шөғөлләнә, ағалы - эне ле Гриммдарҙың әкиәттәрен уҡый. Германия тураһында бары тик дәреслек һәм география карталарынан ғына белә. Һәм ҡасандыр Германияның иң абруйлы университеттарының береһе - Берлин те хник университетында уҡытырмын тип күҙ алдына ла килтермәйҙе р, моғайын.
       Ваҡыты еткәс, ҡыҙыҡай йәш ғалим булып үҫешә. Немец техник
       телен уҡытыуҙың үҙ методикаһын булдыра һәм 31 йәшендә, кан дидат диссертацияһын яҡлағандан һуң, Германияға, стажировка үтергә, юл тота. Ғәҙәттә капитализм хөкөм һөргән илдәрҙә төр лө гастарбайтерҙарға шикләнеп ҡарайҙар. Ә бына Башҡортостанд ан килгән йәш ғалимды Германияла бик яратып ҡабул итәләр. Би ш ай эсендә әсир итә Гүзәл Берлинды. Студент халҡы барса ерҙ ә лә бер төрлө. Әммә беҙҙең студенттар, Гүзәлдең фекере буйы нса, яуаплылыҡтары һәм тәртип һаҡлай белеүҙәре менән айырылы п тора. Немец студенттарында иһә үҙаллылыҡ көслө, тәртип боҙ ған өсөн уларға бер профессор ҙа шелтә бирә алмай.
       Гүзәл Рафатовна, немецтар әйткәнсә, Гизела, университетта
       бик тиҙ абруй яулай. Уның дәрестәренә йәштәр бик теләп һәм ҡыҙыҡһынып йөрөй. Ҡыҙыҡ булмай ни, ниндәйҙер сит ил ҡыҙы һиң ә үҙ телеңде өйрәтһен әле. Әйткәндәй, университет профессоры , герр Штайнмюллер Биҡҡолова ханымға артабан да хеҙмәттәшлек
       итергә тигән тәҡдим менән мөрәжәғәт иткән.
       Һәм, әлбиттә, бер ниндәй дәреслектән дә табып булмай тор ған тәьҫораттарға байып ҡайтҡан ул. "Көнбайыш ожмахы" тураһы нда үҙ фекере барлыҡҡа килгән, әлбиттә. Беренсенән, немец ир ҙәре Рәсәй ҡатындарынан ҡурҡа икән. Һуңғы ун йылда рус матур ҡайҙарының көнбайыштың көслө заттарына яһаған һөжүм һөҙөмтәһ елер был, моғайын. Икенсенән, беҙҙең йәшәйештән сығып ҡараға нда, бында йәшәү бик ҡиммәткә төшә икән. 900 евро тәшкил итк ән айлыҡ стипендия Гизела, ғәфү итегеҙ, Гүзәлдең һүҙҙәре буй ынса, көскә осто осҡа ялғарға ғына етә. Ә бына немец магазин дарында юлға һалынған ташламалар системаһы аҡсаны экономияла рға ярҙам итә ти ул. Мәҫәлән, бәләкәй туғаны өсөн алынған, ғ әмәлдә 100 евро торған портфель ташламалар арҡаһында 30 евро ға төшкән. Өсөнсөнән, Көнбайыш халҡы бигерәк иркә өйрәнгән и кән. Уларға эҫе ярамай, йәнәһе. Беҙҙең һымаҡ йәйгеһен эҫе һы уһыҙ йәшәп ҡараһалар нимә эшләрҙәр ине икән.
       Әңгәмәбеҙҙе тамамлап, мин йәш ғалим Гүзәлдән Көнбайышҡа й әшәргә күсергә уйың юҡмы тип һораным. Ҡыҫҡа ғына "Юҡ" булды яуап.

Эльвира Ғәниева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал