6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Ҡатын - ҡыҙҙар араһында дуҫлыҡ мөмкинме
09.06.06


       Ҡатын - ҡыҙҙар һәм ир- аттар дуҫлығы. Был ике төшөнсә бер
       - береһенән боҙ һәм ҡыҙған таба кеүек айырыла, тигән фекер йәшәй. Ирҙәр араһында дуҫлыҡ ел - дауылдарға бирешмәй, ә инде әхирәттәр араһында етди дуҫлыҡ булыуына ышаныуы ҡыйын. Шулаймы был
       Антон ( 19 йәш):
       - Ирҙәр араһында дуҫлыҡ ысынлап та бик көслө. Сөнки һәр и р кешенең үҙ намыҫ кодексы, билдәле тормош төшөнсәләре бар,
       уны боҙоу - үҙеңде юғалтыу менән бер. Был беҙҙең өсөн мөһим . Ә ҡатын - ҡыҙҙарҙы нимә берләштерә ала Ғәйбәт һөйләү һәм кейем - һалым.
       Григорий ( 23 йәш):
       - Дуҫлыҡ төшөнсәһе күп яҡлы булыуы мөмкин. Уны һәр кем үҙенсә аңлай. Ҡатын - ҡыҙ булып ҡарағаным юҡ, улар тураһында
       бер нимә лә әйтә алмайым. Ә ирҙәр араһындағы дуҫлыҡтың төрлөһө була. Кешеләрҙе ғәҙәттә ниндәйҙер бер уртаҡ эш берләштерә. Ошо ерлектә ныҡлы дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре барлыҡҡа килә, тип һанайым мин. Ҡалғаны иһә иптәшлек, әшнәлек кенә.
       Алина ( 20 йәш):
       - Ҡатын - ҡыҙҙар араһында дуҫлыҡтың булыуы мөмкин түгел - тормош быны миңә үҙе иҫбатланы. Иң яҡын әхирәтем - мәктәп эскәмйәһенән дуҫлаша инек - егетем менән минең араны боҙҙо. сөнки ул уның үҙенә лә оҡшай. Бынан һуң ниндәй дуҫлыҡ тураһында һүҙ алып барырға мөмкин.
       Дарья ( 23 йәш):
       - Ҡыҙҙар араһында дуҫлыҡ булыуы мөмкин генә түгел, ул бар .
       Ундай дуҫлыҡ малайҙарҙың төшөнә лә инеп сыҡмай! Һәр кем дә дуҫлаша белә тип әйтеүе ҡыйын, әлбиттә, шуға күрә дуҫлыҡтың
       сифаты ла төрлөсә була. Был төшөнсәгә аныҡ ҡына билдәләмә
       биреүе ауыр. Ҡыҙҙар араһында мөнәсәбәт ябайыраҡ: беҙгә бер - беребеҙгә көсөбөҙҙө, таһыллыҡты, "текәлекте" иҫбатларға кәрәкмәй. Беҙҙе ниндәйҙер үҙ - ара тартылыу көсө яҡынайта. Дөрөҫ, һәр кем дуҫлыҡты һаҡлай алмай. Әммә ҡатын - ҡыҙҙар араһында дуҫлыҡтың ут һәм һыуҙар аша үтеп, ғүмер буйы дауам
       иткәндәре лә етерлек. Миҫал итеп үҙемдең оләсәйемде һәм уны ң фронтташ әхирәтен килтерә алам. Мәктәп эскәмйәһенән дуҫтар , һуғышты бергә үтәләр. Хәҙер төрлө ҡалала йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, хатлашып торалар һәм бер - береһе хаҡында
       ҡайғырталар. Оләсәйем уны туғандаш йән тип атай, улар апалы
       - һеңлеле кеүек. Йышыраҡ аралашыу өсөн оләсәйем хатта интернетты үҙләштерергә тотондо. Уның йәшендә был ысын батырлыҡ, минеңсә!
       Альбина ( 18 йәш):
       - Мин ҡатын - ҡыҙҙар дуҫлығына ышанам. Улар ирҙәр араһындағы дуҫлыҡтан бер ҙә кәм түгел...
       "Аяҡҡа баҫыу менән малайҙар шау- шыулы компанияға йыйыла башлай һәм ҡартайғансы коллектив тормошта йәшәүҙе хуп күрә. Һуғышыу, уйындар, ҡыйҡыулау, һыҙғырышыу, йүгереү!.. Малайҙар
       һәр ваҡыт кеше алдында үҙҙәрен күрһәтергә тырыша, - тип һанай "Elle" журналы хәбәрсеһе Марина Степнова. - Әммә улар өсөн иң мөһиме - малайҙар мөхитендә ҡәтғи абруй яулау, яҡшы уҡырға, таҙа кейемдә йөрөргә һәм уңайы тура килгән һайын "рәхмәт" әйтергә кәрәкмәй. Бәхетле булыу өсөн көслө тауыш һәм терһәктәр, ныҡлы характер һәм һыҙырылған тубыҡтар етә".
       Ә ҡыҙҙарҙы нисек тәрбиәләйҙәр Улар өсөн иң мөһиме - тирә
       - яҡтағыларҙа үҙе тураһында ыңғай тәьҫорат ҡалдырыу. Шуға к үрә ҡыҙ кеше "әҙәпле, матур итеп кейенгән, таҙа итеп йыуынға н" булырға һәм шикле ғаиләлә тәрбиәләнеүсе балалар менән дуҫлашмаҫҡа тейеш. Өлкәндәрҙең бына ошо алйотлоғо сәбәпле
       ҡыҙҙар ысынлап та дуҫлашмай, ә аралаша ғына, тип һанай
       Марина Степнова.
       - Ҡатын - ҡыҙҙар араһында ныҡлы дуҫлыҡ бар. Тик ул был һү ҙгә ирҙәр һалған мәғәнә буйынса бер аҙ айырыла, - ти "БАШвес тЪ" гәзитенең психологы Әлфиә Садиҡова. - Көслө дуҫлыҡ мөмкинлегенә ышанмау өсөн ябай ғына бер сәбәп бар. Ике әхирәт араһындағы мөнәсәбәткә кәртә булып ғәҙәттә бер көслө затты оҡшатыу йәки уға ҡарата һөйөү тойғоһо кисереү тора. Ирҙәргә был турала мәғлүм һәм улар шуға күрә үҙҙәрен көслөрә к тоя.
       Ҡатын - ҡыҙҙар өсөн һәр ваҡытта ғаилә һәм көслө зат менән мөнәсәбәт мөһимерәк. Ирҙәр иһә күп йыллыҡ дуҫлыҡ хаҡына "үҙҙәрен ҡорбан итә алыу" һәләттәре менән ғорурлана. Мәҫәлән , ике яҡын дуҫ ҡыҙ кеше арҡаһында барлыҡҡа килгән конфликтты
       көйләгәндә лә иптәштәрсә мөнәсәбәтте һаҡлауҙы хуп күрә. Ҡатын - ҡыҙҙар был йәһәттән килешеүҙән алыҫ. Улар аҡылды түгел, тойғоларҙы өҫтөн ҡуя, йәғни беренсе урында - мөхәббәт .
       Хатта әхирәтен юғалтырға тура килһә лә. Әммә бындай хәл килеп тыумаһа, ҡатын - ҡыҙҙар араһындағы дуҫлыҡ ирҙәр дуҫлығын күпкә артта ҡалдырырға һәләтле. Йыш ҡына әхирәттәр араһында мәктәп йылдарында башланған дуҫлыҡ ваҡыт үткән һайын көсәйә бара. Улар ҡартайғансы аралашалар, ауыр мәлдә
       бер - береһенә ярҙамға киләләр. Был миҫалдар - ҡатын - ҡыҙҙ ар араһындағы дуҫлыҡтың ныҡлығы һәм ышаныслылығына өлгө.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал