6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Изгелек эшләргә ашығайыҡ
09.06.06


       Һөнәри байрамың көнөндә ҡотлау һүҙҙәре ишетеүе күңелле, әлбиттә. Айырыуса был һүҙҙәрҙе билдәле кешеләр әйтһә. Кисә -
       Социаль хеҙмәткәр көнөндә икенсе социаль форумға йомғаҡ яһалды. Өҫтәүенә социаль өлкә белгестәре алдында социаль проекттың башҡарыусылары ғына түгел, проектта туранан - тура
       ҡатнашыусылар булып сығыш яһау бурысы тора.
       Республика етәкселегенең башлыса төбәк хөкүмәте һәм
       "Берҙәм Рәсәй" партияһы бүлексәһе үткәргән форумға ҡарата ҡыҙыҡһыныуы юғары нөктәһенә етте тип әйтергә мөмкин. БР Президентының баш советнигы Фәүҡәт Ҡыҙрасов форумда ҡатнашыусыларға Мортаза Рәхимовтың сәләм һүҙҙәрен еткерҙе.
       "Иҡтисад һәм социаль өлкәнең төрлө яҡлы үҫеше, халыҡтың йәшәйеш кимәлен күтәреү - дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының стратегик бурыстары. Шул уҡ ваҡытта илдәге ярлылыҡ, етемлек, наркомания, рухи фәҡирлек, демографияның
       түбәнәйеүе кеүек киҫкен социаль проблемаларҙы барлыҡ
       йәмғиәтте консолидациялау шарттарында ғына еңеү мөмкин, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала Президент. - Башҡортостанда закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдары тарафынан йәмәғәт берләшмәләре менән берлектә социаль йүнәлешле дәүләт сәйәсәтенең һөҙөмтәле моделе булдырылған. Республиканың иҡтисади потенциалы тиҫтә йылдар дауамында эре сәнәғәт һәм
       социаль инфраструктураның аҡрын үҫеше араһында барлыҡҡа
       килгән ярашмаусанлыҡты бөтөрөү өсөн тулы кимәлендә файҙаланыла. Халыҡты социаль яҡлауҙы һәм етеш тормошта йәшәү мөмкинселеген арттырыуға булышлыҡ итеүсе өҫтәмә социаль гарантиялар булдырылды".
       Республика президенты дәүләт власы органдары, сәйәси
       партиялар һәм йәмәғәт ойошмаларының хеҙмәттәшлеге халыҡ тормошоноң кимәлен һәм сифатын арттырыуға булышлыҡ итеүен а йырым билдәләне. Башҡортостан Республикаһының социаль форумы конструктив йәмәғәт диалогын көйләү факторы булып тора ла инде - ул гражданлыҡ инициативаларын алға ебәреү өсө н файҙалы инструмент ролен үтәй һәм йәмәғәтселек араһында танылыу яулай. Хәҙер инде Башҡортостан Республикаһының икенсе форумы ни өсөн өҫтөнлөклө милли проекттарға һәм тотороҡло үҫештең перспективалы инновацион технологияларына арналыуы аңлашыла. Социаль сәйәсәт өлкәһендә проект
       инициативаларының асыҡ конкурсына йөҙҙән ашыу ҡыҙыҡлы һәм й әмәғәтселек өсөн файҙалы проект тәҡдим ителеүе сер түгел.
       БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов социаль конкурстың мөһимлегенә тағы бер тапҡыр иғтибар йүнәлтеүҙе кәрәк тип тапты:
       - Беҙҙең өсөн был социаль сәйәсәтте реформалаштырыу һәм
       гражданлыҡ инициативалары кимәлен күҙәтеү мөмкинселеге. Был социаль проблемаларҙы оператив рәүештә асыҡлау һәм гражданлыҡ йәмғиәтен уңышлы төҙөү юлдарын эҙләү, шулай уҡ коммерция булмаған ойошмаларҙы дәртләндереү алымы, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Фидус Әғләм улы. - Социаль форумдар социаль сәйәсәтте формалаштырыуҙың төп механизмына әүерелеүе мөмкин. Әгәр социаль инициативалар булдырыу системаһы тулы көсөнә эшләй башлай икән, беҙ үҙ маҡсатыбыҙға
       ирештек тип әйтә аласаҡбыҙ.
       2004 йылдың октябрендә беренсе республика социаль форумында ете проекттың еңеүсе тип танылыуын хәтергә төшөрәйек. Улар, билдәле булыуынса, төрлө ойошмалар тарафынан тормошҡа ашырыла. Лауреаттарҙың һәр береһе һуңынан сирек миллиондан ярты миллион һумға тиклем федераль грантҡа эйә булды. Тағы 19 проект республика етәкселеге
       рекомендациялары буйынса төбәктең алдынғы предприятиелары п ротекцияһы менән файҙаланды.
       Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан тәҡдим ителгән өҫтөнлөклө милли проекттарҙы күпселектең алдынғы партияһы -
       "Берҙәм Рәсәй" үҙ ҡанаты аҫтына алды. Шуға күрә ул юҡҡа ғын а беренсе социаль форум һөҙөмтәләренә ҙур иғтибар бирмәй: республиканың "берҙәм рәсәйлеләре", партияның төбәк сәйәси
       советы ағзаһы Рөстәм Әхмәҙинуров әйтеүенсә, еңеүсе проекттарҙы башҡарыусыларҙың һәр береһенә өҫтәмә 40 - 50
       мең һум бүлергә ҡарар итте.
       - Ҡарағыҙ, 15 йылдан ашыу дәүләт реформалар үткәрә, социаль тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, улар халыҡтың 70 - 80 процентына ят булып ҡала. "Берҙәм Рәсәй" партияһы берләшмәйенсә һәм халыҡты яҡлауға иғтибар бирмәйенсә
       үҙгәртеүҙәрҙән бер нимә лә килеп сыҡмаясаҡ, тип иҫәпләй - б еҙ кешеләрҙе үҙебеҙҙең союздаш итергә һәм инициативаларын төрлө яҡлап хупларға теләйбеҙ, - тине "единоростарҙың" төбәк бүлексәһе секретары, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Мансур Әйүпов.
       Икенсе социаль форумдың номинациялары шулай итеп өҫтөнлөклө милли проекттар буйынса билдәләнде. Лауреаттар һаны 12. "Мәғариф" номинацияһында: БР Мәғариф министрлығы, " Респект" компанияһы һәм "Алтын ҡулса" туристик компанияһы. Б Р Торлаҡ төҙөү фонды, Өфөнөң инвестицион - төҙөлөш комитеты һәм баш ҡаланың ипотекалы кредитлау агентлығы - "Һәр кем ала алырлыҡ һәм уңайлы торлаҡ" номинацияһында лауреат исемен яуланы. Һәр лауреат республика исеменән бөтә
       Рәсәй социаль инициативаларҙың асыҡ конкурсында еңеүгә дәғүә итә ала - ә был аҡсалата федераль гранттарға эйә булыу
       мөмкинселеге асылыуын аңлата. Бөгөн иһә республика форумында ҡатнашыусылар "Изгелек эшләргә ашығығыҙ" тип аталған матур статуэткалар алды.
       Шулай итеп, "Агросәнәғәт комплексы үҫеше" номинацияһында шулай уҡ өс лауреат: күренекле "Алексеевский" совхозы, "Рощинский" совхозы һәм Шишмә районының "Әғле" хужалығы. "Һа улыҡ һаҡлау" номинацияһында билдәләнгән лауреаттар ҙа күпселеккә таныш: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Медицина мәғлүмәт - аналитика үҙәге һәм Республика СПИД һәм
       инфекцион ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм дауалау үҙәге.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал