6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Йәш гвардиясылар юлбашсыһы
08.06.06


       Олег Кошевой 1926 йылдың һигеҙенсе июнендә Чернигов өлкәһенең Прилуки ҡалаһында тыуа. 1940 йылда Ворошиловград (
       әлеге ваҡытта Луганск) өлкәһенең Краснодон ҡалаһына күсеп килә.
       Краснодонды немец фашистары баҫып алғас, Олег өлкән подпольщиктар етәкселегендә "Йәш гвардия" ойошмаһын төҙөүҙә ҡатнаша. Ул ойошманың комиссары һәм штаб ағзаһына әйләнә. "Йәш гвардия" немец - фашист илбаҫарҙарына ҡаршы
       геройҙарса көрәш алып бара.
       "1943 йылдың ғинуарында йәш гвардиясыларҙың ойошмаһы фаш ителә. "Йәш гвардиясыларҙың күп кенә ағзалары ҡулға алына һәм гестапо төрмәһенә ырғытыла. Олег Кошевой фронт һыҙығын үтергә тырышып ҡарай, әммә Картушино станцияһында ун ы ҡулға эләктерәләр һәм гестапоға алып киләләр. Унда "Йәш гвардияның" башҡа етәкселәре лә була".
       Архив документынан алынған юлдар:
       "Олег Кошевойҙы 1943 йылдың 22 ғинуарында Картушино станцияһы эргәһендә ҡулға алалар. Уны туҡтатып кеҫәләрен тикшергәс, пистолет табалар, һәм егетте туҡмап, һаҡ аҫтында
       Ровенькиға оҙаталар. Пальто эслеге аҫтында ике ағза билеты бланкыһы һәм "Йәш гвардияның" мисәте табыла. Олег үҙенең "Йәш гвардия" ойошмаһы комиссары булыуын йәшермәй. "Алты көн
       һорау алыу ваҡытында уның сәстәре саллана".
       Йыртҡыстарса язалағандан һуң, 1943 йылдың 9 февралендә Олег Кошевой атып үлтерелә.
       Геройҙың һуңғы минуттарын үҙенең "Йәш гвардия" романында Александр Фадеев түбәндәгесә һүрәтләй: "Олег фельд - комендант Клер алдында тора, ҡулдары һынған, биттәре һурылғанлыҡтан яңаҡтары нығыраҡ беленә. Сикә сәстәре ап - аҡ . Әммә алтынһыу керфектәре аҫтынан ҙур күҙҙәре башҡа ваҡытта н да асығыраҡ ҡарай. Клер алдында ун алты йәшлек малай түгел , ә йәш юлбашсы тора, ул тормошта үҙенең юлын ғына түгел, ә
       халҡының һәм тотош кешелектең дә юлын асыҡ күрә. Һәм ул былай ти:
       - Һеҙ хәүефле түгел, һеҙ тар - мар ителгәнһегеҙ һәм көндәрегеҙ һанаулы ҡалған, - һеҙҙе тыуҙырыусылар ҡурҡыныс...
       Мин бары тик үҙ халҡым һәм дөйөм кешелектең сафтарында ғәҙел, намыҫлы тормош өсөн көрәшә алмаясағыма ғына үкенәм. У ның өсөн көрәшеүселәргә үҙемдең һуңғы сәләмемде ебәрәм...
       СССР Юғары Совет Президиумының Указы менән "Йәш гвардия" йәшерен ойошмаһының комиссары Олег Васильевич Кошевойға үҙе үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
       Өфө ҡалаһының 64 - се мәктәбендә эшләүсе йәш гвардиясылар
       музейында йыйылған материалдар "Йәш Гвардия" ойошмаһы ағзаларының тормошон һәм батырлығын сағылдыра. Был музейға Б ашҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан меңләгән уҡыусылар килә. Уға әҙәбиәт уҡытыусыһы Александр Алексеевич Федоров нигеҙ һалған. Музейҙа эшләүсе уҡытыусылар һәм уҡыусылар төрлө йылдарҙа Краснодон, Ровеньки, Ворошиловград ҡалаһында булып ҡайта. Улар тере ҡалған йәш гвардиясылар,
       геройҙарҙың туғандары, таныштары менән осраша, ҡиммәтле
       экспонаттар: әңгәмә яҙмалары, документтар, китаптар, хәрби йылдарҙа сыҡҡан гәзиттәр, фотопленкалар алып ҡайта. Геройҙар
       ҡәберенән алынған бер ус тупраҡ музей өсөн иң изге ҡомартҡы . Ул махсус капсулала һаҡлана. Музейҙа А. А. Фадеевтың 14 те лдә сыҡҡан ( немец, инглиз, хинди, венгр, СССР халыҡтары тел дәре) романы бар. Музейҙа шулай уҡ Олег Кошевойҙың көндәлеге , йәш гвардиясыларҙың ата - әсәләренең сығыштары яҙмалары һаҡлана.
       Өфөлә Олег Кошевойҙың урамы Калинин районында урынлашҡан ( "Кремль урамы" туҡталышы). Урамға был исем
       1949 йылда Черниковка башҡарма комитеты ҡарары менән бирелә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал