6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Йылдың иң яҡшы табибы бүләккә фатир алды
08.06.06


       "Йылдың иң яҡшы табибы" ҡала конкурсы Өфөлә бишенсе тапҡыр үткәрелә. Йола буйынса ул медицина хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы алдынан тамамлана.
       Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре 20 мең тирәһе иҫәпләнә. Уларҙың күптәре "иң яҡшы" исеменә лә дәғүә итте. Һәм бына, ниһәйәт, бар этаптар ҙа үтелде, финалға "күренекле һәм үҙ эшенә тоғро" 40 табип сыҡты. Еңеүселәрҙең исемен атарға ла ваҡыт...
       "Иң яҡшы табип - 2006" конкурсына йомғаҡ яһау тантанаһы Башҡорт дәүләт филармонияһында үтте. Конкурсанттарҙы БР һаулыҡ һаҡлау министры Фәнил Шәмиғолов, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев, Өфө ҡалаһы ҡала округы советы рәйесе Ирек Ниғмәтуллин һәм башҡалар ҡотланы.
       Еңеүселәрҙең йәшерен тауыш биреү юлы менән билдәләнеүе иғтибарға лайыҡ. Тамашасылар һәм конкурсанттар үҙҙәре лә түҙемһеҙлек менән һөҙөмтәләрҙе көтә.
       Һәм, ниһәйәт, тулҡынландырғыс мәл. Конкурсты алып барыусылар быйыл жюри ҡарамағына 77 эш тапшырылыуы тураһында хәбәр итте. Ҡатнашыусылар - ҡаланың 26 дауалау - профилактика учреждениеһынан 77 табип һәм провизор. Конкурсанттар 11 номинация буйынса ярышты, уларҙың береһе быйыл тәүге тапҡыр индерелде һәм "Һаулыҡ һаҡлауға индергән өлөшө өсөн" тип аталды. Финалда ҡатнашыусыларҙың етәүһе лә был номинацияла призлы урынға лайыҡ булыуын билдәләргә кәрәк. Уларҙың һәр береһенә почет грамоталары һәм төҫлө телевизор бүләк ителде.
       "Стационарҙың иң яҡшы терапевты" исеме ҡаланың 8 - се клиник дауаханаһының ҡабул итеү бүлеге мөдире Анна Макароваға, "Иң яҡшы хирург" исеме - БСМП хирургы Марат
       Вәлиевҡа, "Иң яҡшы педиатр" исеме - 17 - се балалар клиник дауаханаһы табибы - неонатолог Әлфиә Исмәғилеваға, "Иң яҡшы акушер - гинеколог" исеме - 1 - се ҡатын - ҡыҙҙар консультац ияһы табибы Валентина Ҡанбәковаға, Иң яҡшы стоматолог" исеме
       - 2 - се стоматология поликлиникаһының дауалау эше буйынса баш
       врач урынбаҫары Ғиззәтуллинаға бирелде. "Иң яҡшы провизор" - 13 - сө клиник дауахана аптекаһы мөдире - Татьяна Архипочк ина, "Иң яҡшы тикшереүсе табип" - 8 - се дауахананың бактери ология лаборатияһы мөдире Татьяна Хомякова, "Иң яҡшы табип - физиотерапевт" - 6 - сы балалар поликлиниканың аяҡҡа баҫтыры у бүлеге мөдире Елена Пушкарева. Ҡалған ике номинацияла - "И ң яҡшы табип - невролог" һәм "Иң яҡшы кисектергеһеҙ һәм тиҙ медицина ярҙамы табибы" тип 4 - се дауахана неврологы Ания Әхмәҙиева һәм ССМП кардиологы Рәйлә Моратова табылды. Уларҙың барыһына ла унар мең һум аҡса, персональ ноутбук һәм  дауалау аллаһы Эскулаптың алтын статуэткаһы бүләк ителде.
       Әммә "еңеүселәр араһында еңеүсе" тип тулы хоҡуҡ менән 5 - се клиник дауаханала участка терапевты һәм дөйөм практик а табибы булып эшләүсе Гөлнара Ғәзизованы әйтергә кәрәк.
       "Иң яҡшы йыл табибы" конкурсында еңеү яулап, ул бер бүлмәле
       фатирға эйә булды.
       - Ҡаланың 5 - се клиник дауаханаһында мин ун йыл эшләйем. Конкурста ҙур теләк менән ҡатнаштым. Еңеүгә ирештем һәм был ҙур бәхет. Еңеүгә өмөтөмдө өҙмәһәм дә бындай һөҙөмтә һәм был тиклем ҙур бүләк көтмәгәйнем, - тине "БАШвестЪ" гәзитенә
       Гөлнара Ильсон ҡыҙы.
       - Һөнәрем буйынса мин терапевт, әммә 2002 йылда дөйөм практика табиплығына специализация үттем, тип һөйләй ул үҙе тураһында. - Минең бурысым - неврологик, тире һәм лор - ауырыуҙар, күҙ ауырыуҙарынан яфаланғандарға ярҙам итеү, шулай уҡ ҙур булмаған хирургик операциялар эшләй алам.
       Байрамдың тантана өлөшөн Өфө хакимиәте башлығы Павел Качкаев тамамланы. Ул һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә
       һаулыҡ, мөхәббәт, бәхет, еңел булмаған эштәрендә уңыш һәм
       түҙемлелек теләне. Сөнки "медицина йәшәһә, беҙ ҙә йәшәйәсәкбеҙ".

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал