6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Ҡытайҙар "эҙ ҡалдыра" - өфөлөләр асыҡлай
08.06.06


       13 ноябрь көнө Цзилинда шартлау яңғырауы һәм Сунгари йылғаһына (Амур ҡушылдығы) 100 тонна төрлө химик матдәләр ағып төшөүө өфөлөләр өсөн яңылыҡ булманы. 1990 йылдың яҙында Өфөнөң "Химпром" заводында ла ошондай уҡ аварияға юл ҡуйылғайны. Ҙурлығы һәм эҙемтәләре буйынса түгел ( уларҙы
       тикшерергә кәрәк әле), ә тирә - яҡ мөхиткә мөнәсәбәт буйынс а оҡшаш был ике ваҡиға. Ә был техноген һәләкәттәр нимәһе менән
       айырыла һуң: "Химпром" ватандаштарын фенол менән ағыуланы, ә ҡытай заводы ағыулы ҡалдыҡтарын Рәсәй территорияһына йүнәлеүсе йылғаға ағыҙҙы.
       Хабаоров крайы Хөкүмәте дүрт ай дауамында Рәсәйҙә Сунгари һәм Амур йылғаларындағы һыуҙың сифатын юғары кимәлдә анализларға һәләтле булған лаборатория эҙләне. Барлыҡ талаптарға ла яуап биреүсе берҙән - бер ойошманың БР Тәбиғәт
       ресурстары министрлығының дәүләт аналитик контроль идаралығы булыуы асыҡланды. Край хөкүмәте БР Хөкүмәтенә хат менән мөрәжәғәт итте һәм 15 майҙа һыуҙың тәүге пробалары экспресс - почта менән Өфөгә килтерелде.
       - Беҙ тиҙ осоусан һәм тиҙ осоусан булмаған органик ҡушылмаларҙы, шул иҫәптән нитробензол, фенол, хлорфенол, фталаттар, төрлө кластағы пестицидтар һәм ҡайһы бер ауыр металдарҙы асыҡланыҡ, - ти идаралыҡ начальнигы Валентина Сәфәрова. - Анализдар үткәреү өсөн заманса аналитик
       ҡорамалдар һәм методикалар файҙаланылды, был йәһәттән идаралыҡ бөтә илдә дан тота. Һыуҙа 54 органик ҡушылма булыу - булмауы тикшерелде. Икенсе партия 18 майҙа килде, һәм уны тикшереү буйынса эш әлегә тамамланмаған.
       - Минең тикшереү һөҙөмтәләрен белдерергә хаҡым юҡ, - ти Валентина Сәфәрова. - Шуны ғына әйтә алам: һыу пробаларының барыһында ла хлороформ, ҡайһы берҙәрендә - нафталин булыуы а сыҡланды. Беренсе ҡарашҡа бының артыҡ ҡурҡынысы юҡ та кеүек. Әммә уйлап ҡарағыҙ: Сунгари йылғаһының киңлеге - 600 метр, Амур - өс километрға тиклем. Бәләкәй генә пробиркала л а
       химик матдә табылғас, ҡытай предприятиелары был ҙур йылғаларға күпме күләмдә ағыулы матдәләр ағыҙа тигән һүҙ!
       БР Тәбиғәт ресурстары министрлығының дәүләт аналитик контроль идаралығы - тәжрибәле һәм күпте күргән "эҙтабар". Кемдең бысраҡ эҙ ҡалдырыуын өйрәнергә уға аяныслы фенол
       эпопеяһы ярҙам итте. Химик - аналитиктар уны "предприятие эҙҙәре буйынса бысратыу сығанағын оператив эҙләү методикаһы"
       тип атай. Асылы конкрет предприятиеға ғына хас булған индикатор ҡушылмалары аша ғәйеплене билдәләүгә ҡайтып ҡала. Идаралыҡта ҡағиҙә боҙоуҙары мөмкин булғандар тураһында ҙур б аза тупланған. Уны туплауы ауыр түгел: йыл һайын һәр предприятие дәүләт алдында тәбиғәтте нимә менән бысратыуы хаҡында отчет бирә. Бының өсөн түләйәсәк сумма ла ошонан сығып билдәләнә. Тағы килеп идаралыҡ белгестәре ағып төшкән һыуҙарҙы һәм сәнәғәт ҡалдыҡтарын контролдә тотҡанда, теге йәки был производствоға хас булған токсиканттарҙың тулы исемлеген булдыра.
       Мәғлүмәт ҡушылмалар, хроматограммалар, анализ һөҙөмтәләре,
       тәбиғәтте бысратыусы матдәләр нисбәтенең исемлеге
       формаһында һаҡлана. Шуға күрә белгестәр пробала ниндәй матдәләр булыуын асыҡлағас, һыуҙы ҡайһы предприятие бысратыуын еңел билдәләй.
       Был алымды ҡулланыу авария осрағында бысратыу сығанағын эҙләү ваҡытын ҡыҫҡарта, аварияны бөтөрөүгә аҙыраҡ аҡса
       тотонорға мөмкинселек бирә. Йыш ҡына насар эҙемтәләрҙе булдырмаҫҡа булышлыҡ итә.
       Методтың экологик афәт ваҡытында ла, планлы тикшереүҙәр
       барғанда ла файҙаһы ҙур. Миҫал өсөн: үткән йыл Өфө ҡалаһы районында Ағиҙел йылғаһының мониторингын үткәреү барышында һыуҙа хлорпропил эфирҙар, дихлорэтан, башҡа хлорлы ҡушылмалар булыуы асыҡланды. "Предприятие эҙҙәре" методы буйынса һыуҙы бысратыуҙа "Каустик" ябыҡ акционерҙар й әмғиәте ғәйепле булыуы асыҡланды, ә ул проба алған урындан 240 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
       БР Тәбиғәт ресурстары министрлығы дәүләт аналитик контрол ь идаралығының бай тәжрибәһе һәм сәнәғәттең төрлө тармаҡтары
       (химик, нефть эшкәртеү һ.б.) буйынса мәғлүмәттәр базаһы Сунгари йылғаһын бысратыусы ҡытай предприятиеларына ҡарата л а дөрөҫ һығымта яһарға мөмкинселек бирҙе. "Пробаларҙа асыҡланған органик компоненттар буйынса беҙ Ҡытай Халыҡ Республикаһының ҡайһы педприятиелары Рәсәйгә ағып төшкән һыуҙы бысратыуы, хатта был предприятиеларҙың нимә
       етештереүе тураһында ҙур ышаныс менән әйтә алабыҙ", - тип раҫлай Валентина Сәфәрова.
       Элек сәнәғәт шпионажы ярҙамында ғына табып була торған
       мәғлүмәттәрҙе ҡытай предприятиелары үҙ ҡулдары менән бирҙе.
       Улар Рәсәйҙә БР Тәбиғәт ресурстары министрлығының дәүләт аналитик контроль идаралығы кеүек юғары кимәлдәге лаборатория булыуына иҫәп тотмағандыр күрәһең. Анализдарҙы тикшереү тамамланғас, барлыҡ мәғлүмәт Хабаров крайы
       Хөкүмәтенә тапшырыласаҡ, улар инде ҡытай
       предприятиеларына ниндәй дәғүә белдерергә икәнлеген хәл итәсәк.

Инесса Брусиловская.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал