6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Партбилетты изге ҡулдарға
08.06.06


       Кисә Ауыл хужалығы министрлығының ҙур залында Рәсәйҙең иң ҙ ур һанлы партияһының партбилеттары тапшырылды. "Берҙәм рәсәйлеләр" командаһына Туриндың көмөш призеры Алексей
       Селиверстов һәм Рәсәй Федерацияһы Геройы Рафиҡ Ихсанов та ө ҫтәлде.
       Был көндө йәштәр өлкән иптәштәренән тормошто дөрөҫ аңларға өйрәнде. Уларға ни өсөн ВЛКСМ - һыҙ ҡыйын булыуын һәм ни өсөн "Берҙәм Рәсәй" менән бергә яҡшы буласағын аңлаттылар. Башҡортостан Республикаһының икенсе социаль
       форумы сиктәрендә республика йәштәренең "Беҙҙең көс берҙәмлектә" тип аталған слеты үтте. Ул Башҡортостандың үҙ и рке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуына арналды.
       Йәштәр слеты маҡсатына ирешә алдымы - "республика йәштәрен нигеҙендә патриотлыҡ ятҡан, тыуған Башҡортостан тураһында хәстәрлек күреү һәм уға булған мөхәббәт, төбәктә һ әм илдә халыҡтар дуҫлығы һәм татыулығы һәм ысын демократик
       федерализм органик өлөшө булып торған идея - сәйәси платформа тирәләй туплауға" ирешелдеме - уныһын инде ваҡыт
       күрһәтер. Әлегә слетта ҡатнашҡан 550 делегатҡа фекер
       йүнәлеше бирелде, тип әйтергә кәрәк.
       - Нимә ул йәштәр - тынып ҡалған залға БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Юлай Ильясов ошондай һорау ме нән мөрәжәғәт итте һәм үҙе үк яуап та бирҙе. - Улар үҙ проблемалары булған айырым кешеләр төркөмө. Һәм быны, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хатта Рәсәйҙә юғары урын биләүселәр ҙә әлегә аңлап етмәй. Беҙҙең алда - демократия үҫеше һәм гражданлыҡ йәмғиәте формалашыуы тора.
       Йәштәр министры республика йәштәрен тәрбиәләү һәм белем б иреү системаһын йәш быуынды тулыһынса социаллаштереү өсөн ҡәнәғәтләнерлек түгел, тип юҡҡа ғына әйтмәне. Һәм бында
       үҙе етәкләгән ведомствоның да ғәйебе бар, тип таныны ул. Иҫбатлау сифатында Юлай Ильясов һуңғы социологик һорау алыу һөҙөмтәләрен килтерҙе: һорауға яуап биреүселәрҙең 39 проценты йәштәрҙе дәүләт яҡлауын көсһөҙ һәм ҡәнәғәтләнерлек түгел тип һанай. Етәксене шатландырыусы берҙән - бер нимә - республикала һәм Рәсәйҙә йәштәрҙең социаль әүҙемлегенең үҫешә барыуы.
       - Минең өсөн сетерекле мәсьәлә - Башҡортостанда балалар -
       йәштәр хәрәкәте, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Юлай Ильясов.
       - Бөгөнгө йәштәр хәрәкәтендә ( был урында республикала 500 - ҙән ашыу йәштәр ойошмаһы булыуын, уларға 350 меңдән ашыу балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр инеүен билдәләргә кәрәк)
       идеология юҡ.
       Хәрби - патриотик блоктан йәштәргә Республика һуғыш, хеҙм әт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары советы рәйесе Марат Муллағәлләмов һәм Советтар Союзы Геройҙары һәм РФ Геройҙары фонды вице - президенты, Рәсәй Федерацияһы
       Геройы Рафиҡ Ихсанов мөрәжәғәт итте. Һуңғыһының әйткән һүҙҙәрен ҡабатлап үтеү кәрәктер:
       - Өлкән быуын бөйөк илде беҙгә мираҫ итеп ҡалдыра. Әйҙәге ҙ аҙыраҡ һөйләп күберәк эшләйек.
       "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Ринат Миһранов түбәндәгеләрҙе әйтте:
       - Беҙҙең маҡсат - йәштәрҙе "Берҙәм Рәсәйҙең" идеялары һәм
       бурыстары менән таныштырыу, яңы быуынды беҙҙең
       эшмәкәрлеккә йәлеп итеү. Яңы, саф йәштәр хәрәкәте кәрәк,
       әлбиттә - һәм был "Берҙәм Рәсәйҙең йәш гвардияһы" булыуы ла мөмкин.
       Иң күп һандағы, төрлө йүнәлештәге сәйәси елдәргә буйһонмаған йәштәр исеменән Республика профсоюздар
       федерацияһы рәйесе урынбаҫары Ленара Иванова сығыш яһаны. Б еҙҙең барыбыҙ ҙа ҡайҙа булһа ла эшләй. Шул иҫәптән
       35 йәшкә тиклемге йәштәрҙең күп өлөшө республика профсоюздарына инә.
       Йыйында студиозус лидерҙары, ауыл йәштәре, йәштәрҙең
       милли - мәҙәни йәмәғәт ойошмалары, ижади берләшмәләр,
       эшҡыуарлыҡ ойошмаларының да фекерҙәре яңғыраны.
       - Мин һеҙ 2020 йылда Рәсәйҙең, республиканың, беҙҙең гүз әл илебеҙҙең хужалары булырһығыҙ, тип уйлайым. Бөгөн иһә беҙ күсеү этабында. Беҙҙең партия - социаль консерватизм партияһы. Партияның позицияһы - һайлауҙар Рәсәй өсөн түгел, улар хаосҡа һәм яуапһыҙлыҡҡа алып килә. Һеҙҙе "ҡыҙғыл - һары
       революцияларҙа файҙаланыуҙарына бер ҡасан да юл ҡуймаясаҡбыҙ, - тип ышаныслы рәүештә белдерҙе
       "Берҙәм Рәсәйҙең" Башҡортостандағы бүлексәһенең сәйәси советы секретары Мансур Әйүпов. - Ә илдең беренсе сираттағы проблемаларына килгәндә, иң мөһиме - торлаҡ һәм тағы ла: йәштәр өсөн торлаҡ.
       Сара аҙағында резолюция ҡабул ителде. Уға ярашлы, БР
       Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты етәкселегендә республикалағы барлыҡ ижтимағи йәштәр ойошмаларын берләштереүсе структура булдырылырға, республикала
       йәштәрҙең гражданлыҡ, рухи - әхләҡи мәҙәнилеген һәм социаль
       ынтылыштарын үҫтереү буйынса план ҡабул ителергә, йәштәр өсөн мәғлүмәт - аңлатыу эштәре алып барылырға тейеш. Йәштәр шулай уҡ Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуы айҡанлы үткәреләсәк сараларға
       әҙерләнеү эштәрендә лә әүҙем ҡатнашырға теләк белдерҙе.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал