6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Ҙур уҙышсы Селиверстов
07.06.06


       Туринда үткән Олимпия уйындарының көмөш призеры Алексей С еливерстов - ҙур уҙышсы. Ни өсөнмө Бына мәҡәләне уҡып ҡарағыҙ әле.
       Өфө егете, бобслейсы Селиверстов ғәҙәти кешеләр кеүек йәшәргә өйрәнмәгән. Наркотиктар, алкоголь, садистлыҡ, психик
       ауырыуҙар, язалау камералары - ҡурҡмағыҙ, был һүҙҙәр уның тураһында түгел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Селиверстов ябай
       рәсәйлелән бик ныҡ айырыла. Беренсе сиратта ул хәрәкәт тиҙлегенә, күсмә тормошҡа өйрәнгән. Спорт тормошо шулай инде ул - бөгөн һин Канадала, иртәгә - Швейцарияла, бер нисә
       көндән Өфөгә инеп сығып, тағы ла ете диңгеҙ артына ашығаһың . Тәүҙә был сәйәхәттәрҙең Селиверстов өсөн ял түгеллеген билдәләйек. Улар физик көсөргәнештәр, һаулыҡ һәм ғүмер өсөн хәүефле спорт төрө - бобслейға бәйле. Командировкала башҡа эштәр ҙә етерлек. Был экстремаль спорт төрөнөң күңелһеҙ өлөшө лә бар. Сана шыуырға яратаһың икән, уны һөйрәргә лә,
       шулай уҡ йыйып - һүтергә, таҙартырға, йүнәтергә лә ярат. Теләйһеңме - юҡмы, тиҙлеккә өйрәнергә тура килә, ә тормош ҙу р уҙыш булып күренә башлай. Алексейҙың хәбәрҙе тиҙ һөйләүе л ә ваҡытты бушҡа үткәрмәү теләгенән киләлер, моғайын.
       Алексей Селиверстовты беҙ бер нисә минутҡа ғына "эләктерә " алдыҡ. Әммә быны ла уңыш тип һанарға булалыр, ни тиһәң дә ҙур уҙышсыны туҡтаттыҡ бит. Спортсы күптән түгел генә сит илдән ҡайтҡан һәм бөгөн тағы ла Көнбайышҡа юл тота.
       - Алексей, һуңғы арала һеҙ күҙҙән юғалдығыҙ, "Башинформда " Олимпиадаға арналған матбуғат конференцияһында булғандан һуң тағы ла ниндәй эштәр башҡарҙығыҙ
       - Мине журналистар йонсотто, мәктәп һәм институттарға,
       ярыштарға, асыҡ теннис турнирына һ.б. саҡырҙылар. Олимпиадала еңеүселәрҙең Рәсәй Президенты Владимир Путин мен ән осрашыуын айырым билдәләгем килә. Бынан тыш мин Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтовта булдым, илебеҙ һәм төбәктәрҙең эске эштәр министрлығы етәкселәре менән осраштым.
       - Путин менән осрашыу нимәһе менән хәтереңдә ҡалды
       - Ул эше күп булыуына ҡарамаҫтан, йыйылма команданың сығыштары тураһында тулыһынса хәбәрҙар икәнлеген күрһәтте. Күптәрҙе йөҙгә танып белә. Бер һүҙ менән әйткәндә, спортта ү ҙ
       кеше. Спортсылар һәм илдең беренсе шәхесе араһында ярайһы у ҡ иркен һөйләшеү килеп сыҡты. Беҙ һорауҙар бирҙек - ул яуапланы.
       - Президент шәхсән һеҙҙең менән һөйләштеме
       - Юҡ. Беҙ, бобслейсылар, бик мөһим һорау күтәреп сыҡтыҡ - Рәсәйҙә әлегә тиклем бер бобслей трассаһы ла юҡ. Ә ул бик тә
       кәрәк.
       - Һәм Владимир Путин вәғәҙә иттеме
       - Ул бер генә түгел өс сана - бобслей трассаһы төҙөләсәк тип белдерҙе.
       - Ә Турин уйындарында миҙал алған һәр ир кешегә президен т тарафынан вәғәҙә ителгән "Land Cruiser" джибын алдығыҙмы
       - Юҡ. Машина ҡайҙалыр Мәскәүҙә юғалып ҡалды.
       - Ә Олимпиадала кейгән формағыҙ ҡайҙа - берәйһенә бүләк итеп бирҙегеҙме
       - Юҡ, иҫтәлеккә ҡалдырҙым, тик уны йыуырға кәрәк. Ә бына шлемдан Олимпиада эҙҙәрен бөтөрөп булмай - ул Туринда йығылған ваҡытта ватылды.
       - Һеҙҙең һуңғы сәйәхәтегеҙ Черногорияға булды - унда нәҡ Сербиянан айырылыу мәсьәләһе буйынса референдум үткән ваҡыт ине. Барыһы ла тыныс булдымы
       - Эйе, нормаль. Унда халыҡ бик ҡунаҡсыл, хатта аҙыраҡ рус са ла һупалайҙар. Бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс хәл, сыуалыштар булманы. Хәйер, күптән түгел генә илдә һуғыш барғаны һиҙелә.
       - Адриатика диңгеҙе буйында оҡшанымы
       - О, эйе! Тәүге тапҡыр беҙҙең йыйын көньяҡта, йылыла үтте . Нигеҙҙә дөйөм физик әҙерлек менән шөғөлләндек. Һыу индек, һыу саңғыһында шыуҙыҡ.
       - Черногорияла "мөхәббәтегеҙ" ҡалманымы
       - Юҡ, бер кем дә ҡалманы. Хатта ундай теләк башыма ла ине п
       сыҡманы.
       - Ҡуйығыҙсы, һеҙ бит һау - сәләмәт егет. Бобслей буйынса донъя кубогы этабы үткән урындарҙа сибәркәйҙәр артығыҙҙан эйәреп йөрөйҙөр әле, моғайын
       - Эйе, Европаның бобслей трассалары булған һәр ҡалаһында берәр балам бар. Һуңынан хәрби дан юлдары буйлап йөрөп йәшлекте иҫләр өсөн ( көлә).
       - Мин балалар тураһында әйткәнегеҙҙе яҙасаҡмын бит!
       - Эйе - беҙҙең журналистар күп яҙа. Бер саҡ мине хатта
       Анастасия Волочкова менән мөнәсәбәттә тип тә яҙғайнылар.
       - Ну - ка - ә һеҙҙең арала нимә булды
       - Әйҙәгеҙ был теманы ябайыҡ, - тип ҡаты ғына өндәште
       Селиверстов.
       - Беҙҙең республикала, тотош илдәге кеүек үк, халыҡ араһы нда физик культураны үҫтереү тураһында күп һөйләнелә. Бар ер ҙә лә фитнес - үҙәктәр асыла, спорт комплекстары төҙөлә. Һеҙ Башҡортостан кешеләре араһында иң атлетик фигуралы
       кешеләрҙең береһе. Ирҙәргә кәңәш бирегеҙсе - нисек итеп
       үҙеңде формала тоторға
       - Мин өй шарттарында шөғөлләнмәйем, спорт залына йөрөйөм.
       Йөҙөүгә ҙурыраҡ иғтибар бирергә кәңәш итер инем. Шулай уҡ футбол уйнау ҙа ярҙам итә ( тик тубыҡтарҙы һаҡлағыҙ). Турник та аҫылынып тороу ҙа файҙалы.
       - Ә был юлы ҡайҙа юл тотаһығыҙ Тағы ла ярышҡа әҙерлек үтергәме
       - Был юлы - Францияға, Беренсе канал өсөн "Большие гонки" тапшырыуында төшөргә саҡырҙылар.
       - Ҡыҙыҡ, ҡыҙыҡ. Бобслейсыларҙан тағы кем саҡырылған унда
       - Филипп Егоров ҡына.
       - Аңлашыла - экипаждан иң күрмәлеклеләрен һайлағандар. Ә һеҙгә нисек итеп сыҡтылар
       - Теләһәң, ҡатнашырға мөмкинселек бар, тинеләр. Мин ул тапшырыуҙы күргәнем булмаһа ла килештем. Һуңынан ҡараным
       да - үкендем (көлә).
       - Республика намыҫын яҡлап сығыш яһаясаҡһығыҙмы Еңеүҙе алда торған ҙур байрам - Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй
       составына инеүенә 450 йыл тулыуына арнайһығыҙҙыр
       - Нәҡ шулай!

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал