6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Телһеҙ башҡорт
07.06.06


       Кисә Александр Сергеевич Пушкиндың тыуыуна 207 йыл тулды.
       Беҙҙең рубрикала бөйөк шағир һәм яҙыусыны иҫкә алып китеү урынлы булыр тип уйлайым.
       "Капитан ҡыҙы" романында Пушкин рус нәфис әҙәбиәтендә т әүге тапҡыр башҡорт образын һүрәтләй. Был романда башҡорт кешеһе Белогорск нығытмаһын һүрәтләгәндә пәйҙә була. Нығытма башҡорттарҙы буйһондороп тотоу өсөн төҙөлгән. Пушкиндың "башҡорто" халыҡтың дөйөмләштерелгән образы. Уны Пугачевтың "болартыусы" листовкалары менән ҡулға алалар һәм нығытма коменданты эргәһенә алып киләләр. Артабан
       Пушкин "башҡортто" роман геройы Гринев исеменән һүрәтләй:
       "Мин уға ҡараным да ҡалтыранып ҡуйҙым. Был кешене бер ҡасан да онотмаясаҡмын. Уның танауы ла, ҡолаҡтары ла юҡ. Башы таҡыр итеп алынған, һаҡал урынында бер нисә сал сәс тырпайып тора, буйға бәләкәй, ябыҡ һәм бөкрө, әммә ҡыҫыҡ күҙҙәре ут сәсрәтеп яна.
       Нығытманы пугачевсылар баҫып алғандан һуң карателдәр тарафынан ғәрипләнгән, телһеҙ башҡорт икенсе планда
       күрһәтелә. Нығытма һаҡсыларынан үс алыу бара, комендант
       Мироновты язалайҙар: "Пугачев нахмурился и махнул белым платком, - тиелә романда. - Несколько казаков подхватили старого капитана и потащили к виселице. На ее перекладине очутился верхом изувеченный башкирец, которого допрашивали н акануне. Он держал в руке веревку..."
       Пушкин өсөн был башҡорт - азатлыҡ өсөн көрәш символы, авторҙың уға миһырбанлы ҡарашта булыуы һиҙелә.
       "Капитан ҡыҙы" романы авторының әҙерлек материалдарында о шондай яҙма бар: "Юғары Яйыҡ нығытмаһы коменданты полковник Ступин Башҡортостанға инде, бушап ҡалған бер нисә ауылды яндырҙы һәм баш күтәреүселәрҙең береһен ҡулға алып уның ҡолаҡтарын, танауын , уң ҡулының бармаҡтарын ҡырҡып ебәрҙе. Баш күтәреүселәрҙең барыһы менән дә ошондай хәл
       буласаҡ, тип янаны ул..."
       Өфө журналисы Рәүф Насиров үҙенә романдағы башҡорт ҡарты - уйлап сығарылған образмы әллә ысынбарлыҡта булған
       кешеме, тигән һорау бирә һәм уға яуап табырға тырыша.
       Ул иҫбатлау сифатында документтарға һылтана. Уларҙа Исәт
       повинцияһы воеводаһына бирелгән "4800 башҡорттан торған команда йыйырға һәм һәм тиҙ арала уны батша ғәскәрҙәренә Пугачевҡа ҡаршы тороуҙа ярҙам итергә ебәрергә" тигән
       приказдың үтәлмәүе тураһында әйтелә. Полковник Ступишин "Күп кенә башҡорттар, хатта Юғары Яйыҡ нығытмаһы эргәһендәге волость старшиналары ла походҡа барыуҙан баш тарта", тип белдерә. "Башҡорттарҙы элекке хәлгә клтереү өсөн " бер ауыл яндырыла, баш күтәреүселәр баҫтырыла. Башҡорттарҙ ы ҡурҡытырға теләп, Ступишин уларға былай тип яҙа: Сего числ а
       около Верхне - Яицкой пойман башкирец Зеутфундинка Мусин с воровскими татарскими письмами от злодеев, и ко мне оный
       башкирец приведен, и хотя он немой, тому вору - башкиру велел я отрезать нос и уши и к вам, ворам, с сим письмом
       посылаю..."
       Ступишиндың яҙыуҙары буйынса, - тип яҙа Рәүф Насиров, - у л үҙенең каратель эшмәкәрлеген бөгөнгө Учалы районының Наурыҙ - Истамғол - Ахун ауылдары сиктәрендә башҡарыуы тураһында һығымта яһарға мөмкин. Тимәк, "Капитан ҡыҙы" романы геройының прототибы булып был райондың Сәйфетдин йәки
       Зыяфетдин Мусин исемле кешеһе тороуы мөмкин.
       Журналистың документтар менән нығытылған фекерҙәре үҙенсәлекле һәм Пушкин тематикаһын тикшереүселәрҙең иғтибарына лайыҡ.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал