6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Байрам сағыу булмаҡсы
06.06.06


       Байрам көнөн билдәләү һәр ваҡыт күңелле. Айырыуса уны бөт ә ихата, ауыл, ҡала менән байрам иткән осраҡта... Ә быйыл Башҡортостанда үтәсәк Ҡала көнө - ябай байрам һәм түңәрәк дата ғына түгел. Был "дөйөм Рәсәй күләмендәге, бөтә ил өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған ваҡиға".
       Бөгөн Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендә хакимиәт башлығы Павел Качкаев етәкселегендә матбуғат конференцияһы үтте. Ул Рәсәй көнө, Салауат Юлаев көндәре һәм Башҡортостандың баш ҡа лаһы - Өфө көнөнә арналған байрам сараларын үткәреү тураһында һүҙ алып барҙы.
       Өфө башлығының һүҙҙәренә ҡарағанда, байрам көндәрендә республикала социаль әһәмиәткә эйә булған бер нисә объект асыу ҡарала. 11 июндә сәғәт 11. 00 - дә Ленин районында балалар поликлиникаһы асыласаҡ ( Әхмәтов урамы, 318/1).
       Шулай уҡ Сипайлово һәм "Южный" биҫтәһендә ике поликлиника а сыу планлаштырыла.
       12 июндә элекке кизе - мамыҡ комбинаты (ХБК) бинаһында "Ирәмәл" сауҙа - күңел асыу комплексы үҙ ишектәрен асасаҡ.
       Сипайловолағы М. Жуков урамында күп ҡатлы гараж асыу - Ҡала көнөнә өфөлөләр өсөн ҙур бүләккә бәрәбәр. Павел Качкаев
       әйтеүенсә, "бында автомобиль өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырыла" , өҫтәүенә "хаҡтары ла еңел ҡабул итерлек":
       - Планда - 12 автопарк һәм гараж төҙөү тора. Әммә беренсе сиратта был гараждарға ҡағылышлы алыпһатарлыҡҡа, уларҙы
       беҙҙән һатып алып, һуңынан өс тапҡыр арттырып һатыуҙарына юл ҡуйырға ярамай, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
       Ул шулай уҡ 12 июндә ҡаланың 17 - се дауаханаһында ( Азатлыҡ урамы, 29) яңы тыуған балаларҙың патологияһы бүлег е - 80 урынлыҡ корпус асыласағы хаҡында хәбәр итте. Бүлекте йыһазландырыуҙың бер өлөшө швейцар фонды тарафынан финансланған.
       Калинин районында ( Беренсе май урамы) физкультура - һауыҡтырыу комплексы асыла. Бынан тыш Иван Якутов
       исемендәге паркта ла яңы физкультура - һауыҡтырыу комплексы
       барлыҡҡа киләсәк. Унда лайыҡлы рәүештә "Рәсәйҙең иң ҙур өрө п тултырылмалы ҡоролмаһы" исемен алған теннис корттары урынлаштырыла. Үткән йыл менән сағыштырғанда, түбәһе ябыҡ майҙандың ҡеүәте өс тапҡыр артты, тип билдәләне Качкаев.
       Баш ҡалабыҙ байрамы төрлө тантана сараларына бай булырға оҡшай. Уларҙың беренсеһе - Рәсәй көнө хөрмәтенә Дуҫлыҡ монументы һәм Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалыу, әлбиттә.
       Сәғәт иртәнге 11 - ҙә Ағиҙел йылғаһы буйында ҡала халҡын "Өфө - Башҡортостан халыҡтарының дуҫлыҡ һәм берҙәмлек ҡалаһы" тип аталған байрам программаһы һәм
       "Балалыҡ планетаһы" байрамы көтә. Ленин исемендәге майҙанда сәғәт 12. 00 - дә йәштәр өсөн "Өфө - Урал ынйыһы" программаһы башланасаҡ. Унда Мәскәүҙән "Смысловые галлюцинации" төркөмө килеүе көтөлә.
       Йола буйынса, Рәсәй көнө һәм Ҡала көнөндә, Ленин исемендәге
       майҙанда өфөлөләр өсөн байрам фейерверкы ойошторола. Ул
       23. 30 - ҙа башланасаҡ.
       Матбуғат конференцияһы аҙағында Качкаев Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте байрам саралары ваҡытында тәртипкә һәм хәүефһеҙлеккә ҙур иғтибар бүлә, тип белдерҙе. Бының өсөн Өфө
       эске эштәр идаралығында оператив штаб булдырылған. Бер ниндәй һыра һәм шешәләр булмаясаҡ - быға өйрәнә башланыҡ инде, тип билдәләне ҡала башлығы. Шулай уҡ 12 июндә, киске байрам программаһы тамамланғас, йәғни, сәғәт 12 - нән һуң, халыҡты ҡаланың төрлө йүнәлештәренә ташыу ойоштороласаҡ, тип билдәләне ҡала башлығы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал