6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Архитектура һәм төҙөлөш беренсе планда
06.06.06


       Бөгөн Өфөнөң Спорт һарайында "Ҡала. Архитектура һәм төҙөлөш - 2006" тип аталған ун өсөнсө Халыҡ - ара махсуслаштырылған
       күргәҙмә асылды. Уны асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов һәм башҡалар ҡатнашты.
       Ҙурлығы һәм халыҡты йәлеп итеү кимәле буйынса күргәҙмә
       "Газ. Нефть. Технологиялар" күргәҙмәһенән һуң икенсе урында тора, һәм ул Рәсәйҙә төҙөлөш тематикаһына үткәрелгән
       күргәҙмәләрҙең иң ҙурыһы. 2002 йылда уға Күргәҙмә һәм
       йәрминкәләрҙең Халыҡ - ара берләшмәһе билдәһе бирелде - был күргәҙмә эшмәкәрлегендә профессионаллыҡҡа юғары
       квалификацион баһа биреүҙе аңлата.
       Быйыл ҡаланың географик үҙәгендә урынлашҡан экспозиция
       ҙур аренала, Спорт һарайы фойеһында һәм Һарай алдындағы
       майҙанда биш мең квадрат метрҙан ашыу майҙан биләй.
       Йола буйынса, экспофорум Ҡала көнөнә арналған байрам саралары сиктәрендә үтә. 2006 йылдың БР Президенты тарафынан Төҙөкләндереү йылы тип иғлан ителеүенә бәйле,
       күргәҙмә тематикаһы айырыуса актуаль яңғырай. Ойоштороусы ярҙамсылары булып быйыл Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте, БР
       Торлаҡ - коммуналь хужалыҡ министрлығы, БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығы, Башҡорт республика төҙөүселәренең фәнни - техник йәмғиәте сығыш яһай.
       Күргәҙмәнең географияһы һәр саҡтағыса бик киң. Мәскәү, Санкт - Петербург, Силәбе, Ижевск, Пермь, Красноярск, Һамар, Ҡазан, Тольятти һәм башҡа ҡалаларҙан килгән 250 - нән ашыу предприятие ҡатнаша.
       Күргәҙмә саралары сиктәрендә етди фәнни - техник программ а ҡаралған. Башҡорт республика төҙөүселәренең фәнни - техник йәмғиәте "Төҙөлөштә энергия һаҡлау технологияларын камиллаштырыу" тип исемләнгән фәнни - техник конференция үткәрергә планлаштыра. Тематик семинарҙар үткәреү ҙә
       ҡаралған.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал