6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Иҫтәлекле даталар

Һеҙҙең мәнфәғәтегеҙ һағында
15.12.03


       10 декабрь көнө бөтә донъя халҡы Халыҡ - ара кеше хоҡуғы көнөн билдәләй. Был дата алдынан беҙҙең корреспондент Башҡор тостан Республикаһының кеше хоҡуғы буйынса вәкил Сыңғыҙ Ғәз изов менән осрашты.
       - Сыңғыҙ Барый улы, беҙҙең республика - Рәсәйҙә был вази фа раҫланған тәүге төбәк, ә һеҙ - тәүге вәкил...
       - Эйе, 1996 йылдың етенсе декабрендә БР Дәүләт Йыйылышы м иңә ошо вазифаны йөкмәтергә тигән ҡарар сығарҙы. Бер нисә ай ҙан һуң ошо уҡ вазифаны Свердловск өлкәһендә лә индерҙеләр. Хәҙер бындай вәкилдәр Рәсәйҙең 24 субъектында эшләй.
       - Тимәк, был вазифаны булдырыу - булдырмау төбәктәрҙең ү ҙ ҡарамағында тигәнде аңлата
       - Тап шулай. Көнбайышта был институт яҡшы үҫешкән, үҙен а ҡланы тип әйтергә була. Беҙгә лә ошо кимәлгә етергә күп ҡалм ағандыр тип уйлайым.
       - Вәкилдең төп бурыстары нимәнән ғибәрәт Ябай халыҡҡа ул
       нисек ярҙам итә ала
       - Ул милиция, прокуратура һәм кеше хоҡуғын яҡлаған башҡа органдарҙы эшмәкәрлеген алмаштыра тип уйларға ярамай. Ә бын а әгәр кемдер суд, район хакимиәте һәм башҡаларҙың ҡарары ме нән риза түгел икән, ул беҙгә мөрәжәғәт итә ала. Бының өсөн 50 - 44 - 62 номеры буйынса шылтыратып, ҡабул итеүгә яҙылырғ а кәрәк. Дүшәмбе көнөн мин тулыһынса халыҡ менән эшләүгә бағ ышлайым. Үҙ ғаризаңды хат аша ебәрергә лә була.
       - Ә Эске Эштәр министлығы, прокуратура, суд менән мөнәсәбәт егеҙ нисек
       - Беҙ тығыҙ бәйләнештә торабыҙ. Уларҙан тыш башҡа хоҡуҡ һ аҡлау органдары менән дә хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
       - Һеҙгә йышыраҡ ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр
       - Иң йыш осрағағаны фатир мәсьәләһенә ҡағылышлы. Ҡайһы бе рҙәренең бөтөнләй фатирҙары юҡ, икенселәре булғанын бүлешә а лмай, өсөнсөләре һатып алырға теләй... Торлаҡ менән тәьмин т иеү мәсьәләһенең айырыуса ҡатмарлыһы етем балаларға ҡағыла.
       - Һайлауҙарға ҡағылышлы һорауҙар булманымы
       - Был турала бер ҡатындың шылтыратып һорауын ғына хәтергә
       төшөрөп үтә алам. Уны Республика Президенты вазифаһына канд идат итеп теркәүҙән баш тартҡандар. Мин уға был өлкәлә уның ниндәй хоҡуҡтарға эйә икәнлеген аңлатып бирҙем һәм ғариза яҙ ып ҡалдырырға тәҡдим иттем. Әммә эш уға тиклем барып етмәне.
       Әле бына һеҙҙән алда ғына миндә бер ветеран булып китте. Ул
       туғандары менән уртаҡ тел таба алмай икән. Дөрөҫөн генә әйт кәндә, мин уға ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеге тураһында ө йрәтеп кенә сығара ала инем. Тик оло кешегә кәңәш бирмәйенсә
       ебәреү килешмәй. Әйткәндәй, вәкил вазифаһы йөкмәтелгән кеш е ант биргән ваҡытта закон һәм намыҫҡа таянып эш итергә тигә н һүҙҙәр бар.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал