6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
мәҙәниәт

Башҡорт һабантуйы төрөк ханлығын да әсир итте
06.06.06


       Республикабыҙ райондарында билдәләнгән игенсе байрамы - һабантуй - төрөк ханлығын да әсир итергә өлгөрҙө. Үткән йәкшәмбе көнө Төркиә халҡы Мехмет Акиф Эрсой исемендәге паркта башҡорт халҡының данлы йолалары менән танышты. Был па рк Истанбулдың тарихи үҙәгендә урынлашҡан. Байрамды ойоштороуға Истанбулда Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте К өндәре үткәреү сәбәп булып торҙо. Тантана Фәйзи Ғәскәров
       исемендәге Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм
       Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективының уртаҡ сығышы
       менән тамамланды.
       Һабантуйға кире ҡайтып башҡорт тирмәһенә күҙ һалайыҡ.
       Төркиәлә башҡорт тирмәһе саф төрки мәҙәниәте символы булараҡ ҡабул ителә, шуға күрә унда инеп күрергә теләүселәр бик күп булды.
       Истанбулдар "Ерем минең - Башҡортостан", "Ҡояш балалары" фотокүргәҙмәләре менән дә бик ҡыҙыҡһынып танышты.
       Республика фоторәссамдарының 47 эшен үҙ эсенә алыусы һәм күп милләтле Башҡортостандың байрамдарын сағылдырыусы "Һабантуй" экспозицияһы йәкшәмбе көнө үткәрелгән күргәҙмәнең иң мөһим өлөшө булды, тип әйтергә кәрәк.
       Башҡортостандың Истанбулдағы вәкиле Ҡаншаубий Мизиевтың һ үҙҙәренә ҡарағанда, бындай экспозицияларҙы ойоштороу баһалап бөтмәҫлек әһәмиәткә эйә:
       - Күргәҙмәләр ярҙамында беҙҙең республика төрөк тамашасыһы алдында яңы яҡтары менән асыла, бының менән мәҙәни программа тулыландырыла. Башҡортостандың Милли
       музейы үҙ экспозицияһы менән үткәнгә ҡараш ташларға һәм халыҡ йолаларын һаҡлап ҡалырға саҡыра икән, фотография иһә
       бөгөнгө Башҡортостанды һәм уның халҡының тормошон бар
       матурлығында сағылдыра.
       Төрөк Республикаһында үткән һабантуйға Башҡортостан Республикаһының рәсми делегацияһы БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев етәкселегендә килде. Байрамды БР Президенты Хакимиәте Етәксеһе Радий Хәбиров асты. Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов исеменән тәбрикләү һ үҙҙәрен һәм изге теләктәрҙе еткергәндән һуң, ул РФ Төркиәләге илсеһе Петр Стегний, Төрөк Республикаһының мәҙәниәт министры Атилла Коч, Истанбул ҡалаһы мэры Ҡадир Топбаш һәм Рәсәй Федерацияһының Истанбулдағы генераль консулы Александр Кривенкоға Башҡортостан мәҙәниәте Көндәрен үткәреүҙә күрһәткән ярҙамдары өсөн оло рәхмәт белдерҙе.
       Байрамда башҡорт яғынан килгән делегаттар, БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Фәтих Ҡаҙаҡбаев, БР тышҡы иҡтисади
       бәйләнештәр һәм сауҙа министры Борис Колбин, БР мәғариф министры Зөһрә Рәхмәтуллина, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай д епутаты Зөфәр Еникеев, БР Яҙыусылар союзы рәйесе Рауил
       Бикбаев, Башҡортостандың Астаналағы вәкиле Ержан Азанов
       та әүҙем ҡатнашты.
       Ижади коллективтар Истанбулда һабантуйҙы тулы гүзәллегенд ә күрһәтә алды тип әйтергә кәрәк. Тамашасылар Фәйзи Ғәскәров исемендәге күренекле ансамбль һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы артистарының дәртле, рухландырғыс сығыштарын ҡа рап рәхәтләнде. Уларҙан тыш республиканың сәнғәт оҫталары - Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия д рама театры артистарының сығышы ла иҫтә ҡалырлыҡ булды.
       Парктың төрлө мөйөштәрендә һәм сәхнә алдындағы майҙанда б ашҡорт һабантуйы өсөн хас булған уйындар һәм ярыштар ойошторолдо. Урындағы халыҡ һәм ҡала ҡунаҡтары уларҙа ҙур теләк менән ҡатнашты. Улар таныуынса, күпселеге туғандаш башҡорт халҡының бындай күңелле байрамы булыуы тураһында ишетеп тә белмәгән икән.
       Беҙҙең республика тураһында иҫтәлек итеп Төркиә тамашасылары халыҡ ижады ынйылары һәм бөгөнгө көн
       башҡарыусылары сығыштарын үҙ эсенә алған компакт - дискылар, шулай уҡ Салауат Юлаев шиғырҙары, Ғабдулла Туҡай, Шәйхзада Бабич, Аҡмулла әҫәрҙәренең баҫмаларына эйә булды.

Ғәзиз Йосопов, Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал