6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Һабан яҡшы эшләгәс, туй ҙа күңелле үтә!
06.06.06


       Һабантуй - башҡорт һәм татарҙарҙың ( ниндәйҙер кимәлдә дөйөм төрки халҡының да) иң яратҡан байрамы, игенсе тантанаһы. Игенселек менән шөғөлләнгән халыҡтар өсөн ашлыҡ сәсеү һәм уңыш йыйыу осоро иң яуаплы мәл һаналған. Элегерәк һабантуйҙы яҙғы сәсеү эштәре башланыуы хөрмәтенә билдәләһәләр ( апрель аҙағында), хәҙер иһә был байрам сәсеү эштәрен тамамлау шатлығына арнала (июнь айында).
       Яҙ - крәҫтиән өсөн иң яуаплы осор. Ул яҙғы эштәргә ҡышын уҡ әҙерләнә башлай: иң яҡшы орлоғон һайлап тултыра, атын һол о менән һыйлай, һуҡаһын әҙерләй. Ер һөргәндә, бәләкәй улына тә ү тапҡыр дилбегәне ышанып тапшыра. Атай кеше үҙенең иң яҡшы кейемдәрен кейә ( аҡ күлдәк, ҡулдан һуғылған аҡ туҡыма ойоҡ, яңы сабата), аҡ киндер алъяпҡысын бәйләй һәм ҡулына ашлыҡ тулы тубалын алып, улы артынан төшә. Әммә усына ашлыҡ
       алырҙан алда, крәҫтиән ергә эре, таҙа тауыҡ йомортҡалары ырғыта. Күрәһең был боронғо заманда тупраҡ хужаларын
       ризалатыу йолаһынан киләлер. Был йоланы башҡарғандан һуң башаҡтарҙа ашлыҡ йомортҡалай эре булып өлгөрөр тип ышана халыҡ. Иң яҡшыһын ергә биреп, крәҫтиән ерҙән дә изгелек көтә .
       Һабантуй байрамы - бик оло ваҡиға була, уға әҙерлек алдан башлана. Башта йәш егеттәр ауыл буйлап йөрөп ярыштарҙа һәм у йындарҙа еңеүселәр өсөн бүләк: сигелгән ҡульяулыҡ һәм таҫтамалдар, күлдәктәр, тауыҡ йомортҡалары йыя. Иң оло бүләк булып милли биҙәктәр һалып сигелгән, символик мәғәнәгә эйә булған таҫтамал һанала, уның янында әллә ниндәй ҡиммәтле бүләктәр ҙә юғалып ҡала.
       Ҡыҙҙар һәм йәш ҡатындар ҡыш буйы бүләк әҙерләй, туҡыма һуға, күлдәктәр тегә, сигеү сигә. Һәр ҡайһыһы нәҡ уның таҫтамалы иң көслө егеткә - милли көрәштә йәки ат сабышында еңеүсегә эләгеүен теләй.
       Бүләктәр оҙон ҡолғаға бәйләнә, ҡайһы бер ваҡытта егеттәр йыйылған таҫтамалдарҙы билдәренә урай һәм уларҙы тантана тамамланғансы сисмәй.
       Байрам ағышына ауыл аҡһаҡалдары етәкселек итә. Нәҡ улар егеттәрҙе бүләк йыйырға оҙата, еңеүселәрҙе бүләкләү өсөн жюр и ағзаларын тәғәйенләй, ярыштар барышында тәртип булдыра. Уларҙы һабантуйҙың үҙенсәлекле советы тип атарға мөмкин, йәғни байрам ваҡытына ауылдағы власть аҡһаҡалдар ҡулына күсә.
       Һабантуй көнөндә ауыл халҡы йәнләнә, уйын - көлкө яңғырай . Халыҡ иртә менән ауылдан алыҫ булмаған яланға - майҙанға йүнәлә. Иң алда байрамды ойоштороусылар бара. Уларҙың
       береһе һабантуй символы булған таҫтамал бәйләнгән һайғауҙы
       юғары күтәрә. Был көндө һандыҡтарҙан иң матур кейемдәр, биҙәүестәр алына. Байрамға ат егеп килеүселәр аттарының
       ялдарына төрлө төҫтәге таҫмалар ҡушып үрә, ҡыңғырауҙар таға .
       Һабантуйҙа ихлас һәм саф мөхит, күтәренке кәйеф хөкөм һөр ә. Ял итеүселәр үҙҙәре лә тейешле тәртипте һаҡлай. Борондан килгән йола буйынса янъялсы - боласылар майҙанға яҡын ебәрелмәй. Байрамға эсеп килеү халыҡты, аҡһаҡалдарҙы һанға
       һуҡмауға тиң була.
       Һабантуй көнөн татар һәм башҡорттар ғына түгел, рустар ҙа , сыуаштар ҙа, мариҙар ҙа - күрше йәшәүсе бар халыҡ көтөп ала. Һәм аҡрынлап һабантуй милләт - ара аралашыу байрамына әүерелә. Халыҡты айырыусы дини байрамдарҙан һабантуй ошо яғы менән айырыла ла инде.
       Бөгөн һабантуйға әҙерлек һәм уны үткәреү тураһындағы указ һәм ҡарарҙар дәүләт кимәлендә булдырыла. Һәр кимәлдә иң юғары дәрәжәләге етәкселәрҙән торған ойоштороу комитеттары т өҙөлә, финанслау сығанаҡтары билдәләнә.
       Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов
       быйылғы йылдың май башында уҡ "2006 йылда "Һабантуй"
       халыҡ байрамын үткәреү тураһында" Указға ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр, һөнәри байрамдар һәм башҡа әһәмиәтле даталар тураһында" Законының 2
       статьяһына ярашлы, 2006 йылда Башҡортостан райондары һәм ҡа лаларында яҙғы сәсеү эштәре тамамланыуына арналған
       "Һабантуй" халыҡ байрамын үткәреү графигы раҫланды.
       "Байрамға әҙерлек һәм уны үткәреү барышында БР муниципаль р айондары һәм ҡала округтары хакимиәттәре ауыл хужалығы предприятиелары һәм ойошмалары етәкселәре менән берлектә агросәнәғәт комплексы предприятиеларының ҡышҡы эшмәкәрлегенә һәм яҙғы сәсеү эштәренә йомғаҡ яһарға тейеш.
       Эштә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән етештереү алдынғыларын
       хөрмәтләү һәм бүләкләүҙе ойошторорға, халыҡ ҡулланыу тауарҙар йәрминкәһен, мәҙәни саралар, спорт ярыштары һәм халыҡ уйындары, шулай уҡ иң яҡшы йорт, урам һәм ауылға
       конкурс үткәреүҙе тәьмин итергә кәрәк" тип әйтелә Указда.
       Байрамды үткәреүҙә БР Ауыл хужалығы министрлығы, БР Тышҡы иҡтисади һәм сауҙа министрлығы, БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, БР Физик культура, спорт һәм туризм министрлығы һәм Башҡортостан республика ҡулланыусылар йәмғиәттәре берләшмәһе ярҙам итә.
       Бөгөнгө көнгә республика райондарының күбеһендә һабантуйҙар үтеп бөттө. Башҡалары әҙерлек өҫтөндә. Өфөлә һабантуй ҡала көнөндә - 12 июндә уҙасаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал