6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Машинаһыҙ бер көн
06.06.06


       Элегерәк таҙа һыуҙың хаҡы тураһында башҡа ла килтермәй
       торғайныҡ. Хәҙер иһә уны һатып алабыҙ. Саф һауа хаҡында ла етди уйлаусылар һирәктер, моғайын. Бөгөн тәбиғәткә сығыу форсаты тейгәндә, уны һулап туя алмайбыҙ.
       Бөгөн, бөтә донъяла билдәләнеүсе Бөтә донъя тирә - яҡ мөхи тте һаҡлау көнөндә был проблемалар айырыуса көнүҙәк булып яңғырай. "БАШвестЪ" гәзите уларҙың береһе - һауаны бысратыу темаһына туҡталырға ниәтләй.
       Проблеманың тамыры - автомобилдәр. Яғыулыҡ файҙаланыу ҡалдыҡтары 200 - ҙән ашыу компоненттан тора, улар араһында ағыулылары ла етерлек - бензапирен, формальдегид, ҡором, азо т диоксиды һәм башҡалар.
       Йыл һайын республикала автомобилдәр һаны биш процентҡа арта, бөгөн уларҙың һаны бер миллион тирәһе тәшкил итә.
       Һауаны бысратыусы был иҫ киткес ҙур сығанаҡтың эшен контролдә тотоуҙың ни тиклем мөһим булыуын күҙ алдына
       килтерәһегеҙҙер, моғайын.
       Башҡортостандың Тәбиғәт ресурстары министрлығында ҡул ҡаушырып ултырмайҙар. Йыл да унда "Саф һауа" операцияһы ойошторола. БР Тәбиғәт ресурстары министрлығы, БР Эске эштәр министрлығының дәүләт юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы һ. б. вәкилдәрҙән торған инспекция тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәте күҙәтелеүен ентекле тикшерә. БР Хөкүмәтенең
       этиллы бензин һәм составында көкөрт 0,2 проценттан да күп булған дизель яғыулығын мотор яғыулығы сифатында ҡулланыуҙы тыйған ҡарарҙарының үтәлеүенә ҙур иғтибар бирелә. Бөгөнгө көнгә 2300 автомобиль инструменталь контроль үткән, уларҙың 225 - енең экологик талаптарға яуап бирмәүе асыҡланған.
       Әлеге ваҡытта шыйыҡ нефть яғыулығына һорау артыуы һәм ҙур
       ҡалаларҙа экологик хәлдең киҫкенләшеүе шарттарында был проблеманы хәл итеү өсөн газ яғыулығын файҙаланыу актуалләшә бара. БР Тәбиғәт министрлығының инициативаһы буйынса, әле 2004 йылда уҡ мотор яғыулығы сифатында
       шыйыҡландырылған тәбиғи газ файҙаланыуҙы киңәйтеү
       тураһында ҡарар ҡабул ителде. Уның үтәлеше, белгестәр фекер е буйынса, һауаның ағыуланыуын һиҙелерлек кәметергә мөмкинселек бирәсәк.
       Һуңғы өс йылда республикала газ яғыулығында эшләүсе машиналар һанының артыуы күҙәтелә. Әгәр 2000 йылда уларҙың һ аны 1569 булһа, 2005 йылда - 20 меңгә еткән.
       Республикала автомобилдәрҙе газ менән заправкалаусы 37 станция эшләй, Өфөлә уларҙың һаны - туғыҙ. Быйыл уларҙың һанын тағы ла һигеҙгә арттырыу планлаштырыла. Газ яғыулығын файҙаланыуҙың ыңғай һөҙөмтәләре тураһында һандар үҙҙәре үк һ өйләй.
       2004 йылда Өфөлә автотранспорттың яғыулыҡ файҙаланыу ҡалдыҡтары 177,6 мең тонна булһа, үткән йылда ул 133, 1 мең
       тәшкил иткән. Республика буйынса 2004 йылда - 670,8 мең тон на, 2005 йылда - 599,5 мең.
       Әммә был һандар ҙа тынысланыу өсөн сәбәп булып тормай: һауаның бысраныу проценты юғары булып ҡалыуын дауам итә. Был айырыуса Өфөлә һиҙелә.
       Был һорау Тәбиғәт министрлығын ғына түгел, беҙҙең һәр
       беребеҙҙе борсорға тейеш, әлбиттә. Әйткәндәй, уның хеҙмәткәрҙәре унынсы июнь көнө беҙҙең һәр беребеҙҙе "Автомобилһеҙ бер көн" акцияһында ҡатнашырға саҡыра. Республика халҡы был көндө шәхси автомобилдәрен
       файҙаланмаһа, һауабыҙҙы сафландырыуға ҙур өлөш индерер ине, ти улар.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал