6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
мәҙәниәт

Матурлыҡҡа хеҙмәт итеп йәшәй
05.06.06


       "Башҡорт Гогены" - рәссам Мирас Дәүләтбаев ҡунаҡтарға һәр
       саҡ шат. Айырыуса сәбәп булғанда - ул саҡта осрашып сәнғәт тураһында фекер алышырға, шарап тәмләп ҡарарға мөмкин... Ошо көндәрҙә уның Өфө художество галереяһында үткән шәхси күргәҙмәһе асылыуы нәҡ ошондай сәбәптәрҙең береһе булып торҙо ла инде.
       Йөҙгә яҡын картина, һәм уларҙа - меңәрләгән нәфис, яңы
       асылып килгән сәскәләр. Яңы бешкән еләкте, иртәнге ҡояш нурҙарын хәтерләтеүсе яҙғы буяуҙар, ҡатын - ҡыҙҙар портреттары һәм башҡалар.
       Ихлас күңелдән яҙылған бер картина күңел һалынмаған
       миллион һүрәттән яҡшыраҡ, тип иҫәпләй Мирас Дәүләтбаев.
       Оҫта төрлө стилдәрҙә эшләй, иҫ киткес сағыу, нәфис селтәрҙе хәтерләткән ал, һары һәм аҡ гөлләмәләрҙән "метафизик натюрморттарға" бик еңел күсеүгә һәләтле. Хәйер, уның һәр бе р эшендә автор "яҙыуы" тойола. Дәүләтбаевтың ҡулы - ҡояшлы кәйеф, оптимизм һәм тормошҡа ҡыуанып бағыу теләгенән ғибәрәт.
       - Ижад - ғашиҡ булыуға тиң. Ошо тылсымлы хәл - торошта булғанда бар нимә ҡулдан килә. Һәм картиналарҙы мин хис - тойғо күтәренкелегендә яҙам - эште сәғәт ярым, ике сәғ әт ваҡыт эсендә тамамлауым мөмкин. Ҡатыным Флүрә - минең музам. Унһыҙ илһам да, тимәк яңы картиналар ҙа, бәхет тә булмаҫ ине!
       - Был күргәҙмәлә барыһы ла, шул иҫәптән минең йөрәгем д ә уныҡы, - ти күргәҙмә авторы. Һәм шунда уҡ аңлатма ла бирә:
       - Бына "Автопортретты" күрәһеңме Уны тулыһынса тип әйтерлек Флүрә биләй, ә мин күренмәйем, мин уның аяҡ осонда!..
       Флүрә уның һүрәттәрендә батшабикәне хәтерләтә, ул һәр саҡ
       сәскәләр янында, ҡатынды затлы аҫыл таштар, ҡиммәтле йәнлек
       тиреләре биҙәй. Ә Мирас Дәүләтбаев үҙе фәйләсүфте, аҡыл эйәһен, Ғүмәр Хәйәм робағилары геройҙарының береһен хәтерләтә. Ул бүләктәргә һәм комплименттарға йомарт. Әммә үҙен бер ҙә маҡтамай һәм "айырыуса күренекле" тип тә иҫәпләмәүен белдерә, был турала башҡалар фекер йөрөтһөн, ти ул. Рәссам был донъяла сәнғәт һәм матурлыҡҡа хеҙмәт итеп
       йәшәүен йәшермәй, сөнки ул саф гүзәллекте күрә, тоя һәм булдыра белә.
       - Был минең өсөн Хоҙай биргән бүләктәрҙең иң ҙурыһы, - ти
       ул.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал