6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Владимир Путинға ғына бирешәбеҙ
05.06.06


       Салауатта Рәсәй волейбол кубогының зональ этабы дауам итә . Беренсе урында Владимир Путин опекаһындағы "Прикамье" (Пермь) клубы, улар бер тапҡыр ҙа еңелмәне әле. Өфөнөң "Нефтяник Башҡортостана" командаһы икенсе урында. Уға Юрий М аричевтың ярҙамсыһы Александр Карюков етәкселек итә. Тәжрибәле белгес үҙ бурыстарын яҡшы башҡара тип билдәләргә
       кәрәк. Екатеринбургтан килгән көндәше "Локомотив - Изумруд"
       клубына ҡаршы матчта бер партияла ғына бирешергә мәжбүр булыуын иҫәпкә алмағанда, команда әлегә бер осрашыуҙа ла еңелмәне.
       Турнирҙың иң ҡыҙыҡлы осрашыуҙарының береһе ошо көндәрҙә ү тте. Майҙан хужаһы "Нефтехимик" "Нефтяник Башҡортостана" ком андаһының дублеры "Энергетик - Башнефть" менән осрашты. Был ике коллективтың бер - береһенә ҡаршы тороуы ҡыҙыҡлы бәрелештәргә бай булды. "Энергетик" ирекле команда иҫәпләнгәндә лә улар бер - береһенең ҡанын аҙ эсмәне инде. Был көсөргәнешлек бөгөн дә һаҡланыуын дауам итә. Турнир мәғәнәһендә был уйындың бер нимә лә бирмәүенә ҡарамаҫтан , ике яҡ уйынсыларының да еңеү теләге көслө булыуы һиҙелде.
       Беренсе партияны "Энергетик - Башнефть" ышаныслы еңеү менән тамамланы - 25 : 15. Икенсе өлөштә өфөлөләр тағы ла алда - 25 : 20. Артабан көтөлмәгән хәл барлыҡҡа килә. "Нефтехимик" башта иҫәптәге айырманы ҡыҫҡарта, артабан тигеҙләй - 2 : 2. Бишенсе партияла йәндәре көйгән Өфө таланттары тағы ла алда. Әммә хужалар барыбер иҫәпте тигеҙләүгә һәм еңеүҙе тартып алыуға өлгәшә. Был турала "Нефтехимиктың" баш тренеры Валерий Багметов түбәндәгеләрҙе әйтте:
       - Беҙҙең өсөн был уйын беренсе сиратта уйын практикаһы, состав өҫтөндә эшләү. Беҙҙең команданан күптәр китте бит. Ә ярымфиналға инеү ярайһы уҡ еңел буласаҡ. "Энергетикка" ҡаршы уйынға килгәндә, беҙҙең матчтар һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы үтә.
       Еңелә башлағас, минең егеттәрем үҙҙәренең холҡон күрһәтте, өҫтәүенә беҙгә бер аҙ уңыш та йылмайҙы.
       - "Нефтехимик" киләһе йылда йәшәйәсәкме Һеҙ суперлиганан
       сығып осҡайнығыҙ бит...
       - Һис һүҙһеҙ. Бюджет билдәләнгән инде.
       - Суперлигаға сығыу өсөн көрәшәсәкһегеҙме
       - Был финанслауҙы тәьмин итеүсе етәкселек ҡарамағында. Әлегә мин быға бик үк ышанып етмәйем.
       Салауатта тағы ике тур үтәсәк. "Нефтяник Башкортостана" "Путин бригадаһын" артта ҡалдырып, беренсе урынға сығыр тип ышанайыҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал