6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Етәксе өсөн шпаргалка
02.06.06


       Һеҙ эшкә ниндәй кәйефтә киләһегеҙ Кәйефегеҙ бик шәптән
       булмаһа ла, күҙ асып йомғансы мөләйем, энергияһы ташып
       тороусы хеҙмәткәргә әүереләһегеҙме әллә проблемаларығыҙҙы асыҡтан - асыҡ коллегаларығыҙға һөйләп бирәһегеҙме
       Беренсе вариантты һайлаусылар күп түгел, йәғни эштәр һәр саҡ уңышлы барасаҡ, тип әйтеүе ҡыйын. Реклама һәм маркетинг өлкәһендә эшләүсе "Цвет - ИнМарк" компанияһының бизнес - тренеры, коммуникациялар һәм сауҙа өлкәһе белгесе, корпоратив уҡытыу методикалары һәм системалары авторы
       Лариса Цветова һәр бер ойошманың уңышлы эшмәкәрлеге хеҙмәткәрҙәрҙең эмоциональ хәл - торошона бәйле, тип һанай.
       Етәксе тураһында әйтергә лә түгел. Ғәҙәттә, шефтың кәйефе юҡ икән, быны тотош коллектив үҙендә тоя. Ҡурҡыу тойғоһо етештереүҙе арттыра тип уйлау ҙур хата. Киреһенсә, ул саҡта эшләү теләге юҡҡа сыға, "ҡулға эш бармай". Һәм тағы ла, кәйефте боҙоу күп ваҡыт талап итмәһә лә, уны күтәреү еңел түгел.
       - Эшкә ҙур теләк менән тотоноусы, энергияһы ташып торған етәксе, ғәҙәттә, бөгөнгө көн менән йәшәй, киләсәккә пландар ҡора, тирә - яҡтағыларҙың фекеренә ҡолаҡ һала, һөҙөмтәлә уны ң мөмкинселектәре лә ҙур. Ул тиҙ арала ҡарар ҡабул итергә һәләтле, инициатива һәм коммуникацияны хуплап ҡаршы ала, - тип һөйләй Лариса Цветова. - Әгәр ҙә инде предприятие хужаһы эштәрен "кәйефһеҙ" алып бара, йыш ҡына үткәндәргә "сума", барлыҡҡа килеүе мөмкин булған ауырлыҡтар һәм уңышһыҙлыҡтар т ураһында йыш һөйләй, яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһынмай, битараф, башҡаларҙы тыңламай икән, эҙемтә булараҡ,
       уны уңышһыҙлыҡтар көтә. Үҙенең эмоциональ хәл - торошо буйынса бындай етәксе ярайһы уҡ түбән кимәлдә тора. Ул конструктив фекер йөрөтөүгә һәм компания өсөн кәрәкле ҡарар
       ҡабул итеүгә һәләтһеҙ. Конкуренттарҙың клиенттарын үҙенә ҡаратыу тураһында һүҙ ҙә йөрөтөргә түгел.
       "Конкуренттарҙың клиенттарын нисек тартып алырға" - был баҙарҙа тамыр йәйергә тырышыусы һәр ойошманың маҡсаты булыуҙан тыш, ошо көндәрҙә Өфөнөң Нефтселәр һарайында үткән "Легпром - 2006" күргәҙмә - йәрминкәһе сиктәрендә ойошторолған семинарҙың исеме лә.
       Семинарҙа ҡатнашыу өсөн был залда предприятие етәкселәре,
       сәнәғәт предприятиелары һәм сауҙа ойошмаларының маркетинг һ әм коммерция хеҙмәте белгестәре йыйылды. Бизнес - тренер Лариса Цветова Рәсәйҙә әле лә "совет осороноң ҡайһы бер закондары" эшләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды, мәҫәлән, элекке ғәҙәт
       буйынса баҙар эшмәкәрлеге ҡулланыусыларға түгел, ә етештереүгә йүнәлтелә.
       - Был хата фекер. Идеялар предприятиелар өсөн түгел, клиенттар өсөн булдырыла. Уңышҡа өлгәшеү өсөн заказ биреүсенең ихтыяжы һәм зауығына иғтибар бирергә кәрәк, - ти
       Лариса Цветова.
       Баҡһаң, күп кенә етәкселәр үҙ эшенең маҡсатын аңлап еткермәй икән. Шуға күрә семинарҙа ҡаралған темалар бик урынлы булды тип әйтергә мөмкин:
       - ни өсөн заказсылар башҡа предприятиеларҙы һайлай,
       - әүҙем конкурентлыҡ шарттарында коммуникациялар
       технологияһы,
       - һатыу бүлеге белгесенә талаптар һәм башҡалар.
       Лариса Цветова әйтеүенсә, лекциялар курсы ярайһы уҡ ҙур, ә
       ваҡыт сикле, шуға күрә кәрәкле мәғлүмәтте ул "дөйөм һыҙаттарҙа" ғына бирә ала. Ә инде үҙ тауарын баҙарға сығарыу
       теләге менән яныусы әүҙемдәр өсөн махсус әҙәбиәт ( етәкселә р өсөн шпаргалкалар) сығарыла. Йәғни, кемгә кәрәк, шул таба инде.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал