6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Ауыл хужалығы иҫәбен алыу өсөн түләү кәрәкмәй!
02.06.06


       Енәйәтселәрҙең уйлап табыу оҫталығына иҫең китерлек! Миҫа л өсөн уларҙың һуңғы "фишкаһын" ғына алайыҡ. Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыусылар и семе аҫтында ялған теркәүселәр ауыл халҡының үҙенән үк
       алынған мәғлүмәт өсөн түләү йыйыуҙары асыҡланды! Хатта үҙ таксалары ла бар икән: һәр ихатанан 200 һум һәм һәр мал башы
       һәм ҡош - ҡорт өсөн бишәр һум. Ябай халыҡ ауыл хужалығы иҫәбен алыусыларҙы әрләй - әрләй алдаҡсыларға үҙ аҡсаһын сығарып бирә. Был турала күп тапҡыр әйтелеүенә ҡарамаҫтан, ауыл халҡы ышаныусан булып ҡалыуын дауам итә. Тағы бер тапҡыр ҡабатлайбыҙ - мәғлүмәт биргән өсөн аҡса түләү кәрәкмә й!!!
       Аллаға шөкөр, беҙҙең республикала бындай хәлдең күҙәтелгән е юҡ әле. Һәм улар артабан да булмаһын өсөн "БАШвестЪ" гәзит е иҫәп алыусыларҙы мутлашыусыларҙан айырырға ярҙам итерлек кәңәштәр бирмәксе. Иҫәп алыусының ( ул һеҙгә ике тапҡыр килергә тейеш ) паспорт ы, танытмаһы ( Башҡортостанстаттың мисәте, был ведомство етәксеһенең имзаһы һәм иҫәп алыусының фамилияһы менән), шулай уҡ фирмалы һары бейсболкаһы һәм фирмалы ҡара сумкаһы булыуы мотлаҡ. Иҫәп алыу ҡағыҙын улар гелийлы ручка менән генә тултыра. Һеҙҙең йортта ( дачала, учасктала һ. б.)
       иҫәп алыусы 30 - 40 минут самаһы буласаҡ, иҫәп алыу ҡағыҙын да бирелгән һорауҙарға яуап иреү өсөн нәҡ шунса ваҡыт кәрәк.
       Был биттәр, белеүегеҙсә, дүрт төрҙә була. Һәр береһенең
       үҙенсәлеге тураһында ла күп һөйләнелде.
       Ауыл хужалығы иҫәбен алыу объекттарының барлыҡ
       категориялары буйынса ла ( ауыл хужалығы ойошмаларынан башҡа) иҫәпкә алыу ҡағыҙҙарын иҫәпкә алыусылар ғына тултыра.
       Ә мәғлүмәт иһә бары тик һеҙҙең һүҙҙәрҙән генә алынып яҙы ла, уның дөрөҫ булыу - булмауын бер кем дә тикшермәй, әммә һ еҙ намыҫлы кеше икән, тимәк мәғлүмәт йәшереү өсөн сәбәп юҡ.
       Һәм әгәр ҙә тотош ил буйынса ауыл хужалығының хәл - торошо
       хаҡында дөрөҫ мәғлүмәт йыйырға ярҙам итергә теләһәгеҙ, яуаптарығыҙ дөрөҫлөккә тап киләсәк.
       Хафаланмағыҙ: барлыҡ мәғлүмәттәр ҙә конфиденциаль, ҡағыҙҙарҙа фамилия, йәшәү урыны һ. б. күрһәтелмәй.
       Республикала был йһәттән шаҡтай эш башҡарылған да инде.
       Әлеге ваҡытта иҫәпкә алыу менән шөғөлләнеүсе персонал йыйыу , транспорт, биналар менән тәьмин итеү, уларҙы мебель һәм элемтә менән йыһазландырыу буйынса эш бара. Ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың беренсе этабы үтте. Бөгөнгө көн мәғлүмәттәре
       буйынса, әлеге ваҡытта Башҡортостанда 1 240 300 объект иҫәпкә алыныу алдында тора.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал