6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Алыҫ араларҙы йыр яҡынайта
30.05.06


       Өфөлә төрки йәштәренең "Урал моңо - 2006" XIII Халыҡ-ара музыка фестивал е тамамланды.
       Бәйгелә ҡатнашҡан Ольга Таннагашева м оңона тамашасыларҙың хайран ҡалыуына ши к юҡ: урман ҡоштары кеүек һайраны, ат ө йөрҙәре кеүек кешнәү тауыштары сығарып тамаҡ менән йырланы... Ул бейегән ваҡыт та ут тоҡанып китер төҫлө...
       Әммә ут тоҡанманы, Ольга жюри ағзалар ы йөрәген иретә алманы.
       - Гран-при яулау миңә мөһим түгел, - т и Ольга, - байрамға килгән тамашасыларҙ ың минең тауышымды, аҙ һанлы шор халҡын ың моңон һәм шаман үҙенсәлектәрен ишете үе мөһим.
       Ольга Таннагашеваға 25 йәш, ул Кемеро во өлкәһе Таулы Шориянан килгән. Ольга "Тазыхан" милли мәҙәни үҙәктә эшләй: ба лаларҙы төрлө милли инструменттарҙа уйн арға өйрәтә.
       Ул өс йыл элек кенә йырлай башлаған ( автомобиль һәләкәтенә осрағандан һуң). Уның яңы асылған таланты үҙе, ата-әсәһе
       һәм дуҫ-иштәре өсөн дә көтөлмәгән хәл була.
       - Фестиваль еңеүсеһе кем булыр - тиг ән һорау бирҙем Оляға.
       - Бөгөнгө көндә талантлы йырсылар күп , Монголия йырсыһы Алтынсәсәк Жарантай гран-приға лайыҡ, - тип яуапланы Ольга.
       Һәм уның һүҙе дөрөҫкә сыҡты. Улан-Бат ор филармонияһы солисткаһы Алтынсәсәк Ж арантай фестиваль еңеүсеһе тип танылды.
       БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫар ы, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев гран-при тапшырҙы.
       Алтынсәсәк Жарантай башҡа йырсыларҙан
       үҙенең моңло тауышы, башҡарыу оҫталығы
       һәм милли кейеме менән айырылып торҙо.
       Еңеүсене иғлан итеүе еңел ул, ә бына һ айлауы - бик еңелдән түгел.
       - Фестивалдең беренсе көнөн дә үк көс лө башҡарыусылар булыуы асыҡланды. Берә үҙәр Алтынсәсәккә күберәк тауыш бирҙе, икенселәр - Төркиәнән килгән Хәмдиә Еро лға, - ти жюри рәйесе Урал Иҙелбаев.
       Әйтергә кәрәк, төркиәлеләр был фестив алдә беренсе тапҡыр ҡатнашты. Шулай бул ыуына ҡарамаҫтан, улар еңеү өмөт итеп к илгәндәр һәм уға ирештеләр.
       Әйткәндәй, залда ултырған тамашасыл ар ҙа Хәмдиә Ерол еңеүен теләне. Ул баш ҡарған йырҙар алыҫ Төркиәгә әйҙәгәндәй булды, Хәмдиәнең матур күҙҙәре залда ул тырған йәштәр йөрәген әсир итмәй ҡалмағ андыр. Шәреҡ моңона кем битараф ҡалһын инде. Һөҙөмтәлә СМС-тауыш биреүҙә Хәмди ә Ерол еңеү яулай (550 тауыш). Төркиәнә н килгән Танер Улушекер ҙа үҙенсәлекле сығыш яһаны.
       "Урал моңо" фестивалендә күрше Татарс тандан башҡарыусылар булманы. Һамарҙан килгән Ринат Азизов татар йәштәре биҙәг е булды.
       Башҡортостан тамашасыһының күңелен яул аған Зөлхизә Илбәкова, Регина Мөхәммәт,
       Марсель Ҡотоев, Динар Халиҡов, "Аҡъяр"
       һәм "Зиһен" төркөмдәре тауыштары ла үҙ енсәлекле булды.
       Фестиваль йомғаҡтары буйынса Марсель Ҡотоевҡа һәм Хәмдиә Еролға беренсе урын
       бирелде. Икенсе урынға Ҡаҙағстандан Жа нар Сембиева һәм Зөлхизә Илбәкова сыҡты . Өсөнсө урынды Төркиәнән Танер Улушеке р, Ҡаҙағстандан Бахытжан Абельдина, Ҡаб арҙы-Балҡарҙан "Жаслыҡ" төркөмө бүлеште .
       Тыва йырсыһы Омак Ооржак көслө тауыш ы һәм моңо менән күңелдәрҙе әсир итте. Ул "ТЮРКСОЙ" халыҡ-ара ойошма призына (мең доллар) лайыҡ булды.
       "Урал моңо- 2006" фестивале төрлө тар афтарҙа йәшәгән, төрлө телдә һөйләшкән төрки телле йәш йырсыларҙы осраштырҙы, берләштерҙе.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал