6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Хәүефһеҙлек

Бәләгә тарыусылар яңғыҙ ҡалмай
15.12.03


       Янғын бәләһенә тарығандар алдында һуңынан,әлбиттә, ҡайҙа йәшәргә тигән һорау килеп тыуа. Тап ошо ваҡыттан алып төрлө этләнеүҙәр башлана ла инде: документтар әҙерләү, ғәйеплеләрҙ е яуаплылыҡҡа тарттырыу...
       Әммә ғәҙәттә кешене торлаҡһыҙ ҡалдырыусылар йыш ҡына килт ерелгән зыяндың бәләкәй генә өлөшөн дә ҡаплай алмай.
       Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы төрлө бәләләрҙе иҫкәртеү ҙән тыш, уларҙың эҙемтәләрен ыңғай хәл итеү менән дә шөғөллә нә. Иң ҡырҡыу мәсьәлә - янғын арҡаһында торлаҡһыҙ ҡалыусылар ҙы йәшәү урыны менән тәьмин итеү. Капиталь ремонт, ә йыш ҡын а бөтөнлөй емереп ташлауҙы, талап иткән иҫке торлаҡ илебеҙҙ ә байтаҡ. Был фактор фонында һәр янғын осрағы ҡала етәкселе генең баш ауыртыуына әүерелә.
       Әммә ошо ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, башҡалабыҙҙа ҡала хак имиәте башлығы ҡарары менән Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттә н тыш хәлдәр идаралығы ҡарамағында Ғәҙәттән тыш торлаҡ фонды
       (ЧЖФ) булдырылды. Тәүҙә яңы ойошма ҡарамағына Вологодская у рамындағы 135-се йортта урынлашҡан элекке балалар баҡсаһы бирелә. Бинала капиталь ремонт үткәрелә һәм 25 кеше йәшәрлек
       шарттар тыуҙырыла. Торлаҡ алты айға бирелә. Ошо ваҡыт эсенд ә бәләгә тарыусылар артабан үҙҙәренең торлаҡ мәсьәләләрен хә л итергә тейеш.
       Һуңынан Ғәҙәттән тыш фондҡа ҡаланың ошондай осраҡтарҙа ҡ улланыла торған маневрлы торлаҡ фонды бирелә. Уның иҫәбенә биш ҡатлы бина һәм туғыҙ ҡатлы йорттоң бер подьезды инә. Тә үгеһендә 257 кеше урынлаштырып булһа, икенсеһендә 72. Ваҡытл ыса фатирҙарҙың һәр береһе тәүге мәл кәрәк-яраҡтары менән йы һазландырылған. Бөхтә һәм яҡты бүлмәләр һәр ваҡыт мәжбүри й әшәүселәрҙе ҡабул итергә әҙер. Бүлмәләрҙең һәр береһендә өс әр карауат, өҫтәл һәм ултырғыстар бар. Ғәҙәттән тыш торлаҡ фонды штатында барлығы 36 кеше иҫәпләнә.
       Шулай итеп, бәләгә тарыусыларҙың торлаҡ мәсьәләһен ваҡытл ыса хәл итеү буйынса ҡала хакимиәте тәүге аҙымын яһан. Хәҙер
       инде торлаҡты алыу процедураһын ябайлаштырыу тураһында хәст әрләнә.

Рәфисә Шәйхисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал