6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Йондоҙҙарға ғашиҡ булған фоторәссам
26.05.06


       Күңел, бер нәмәгә лә ҡарамай, үҙен екен итә. Кеше генә үҙе һайлай - уға га рмония бүләк итергәме, йә булмаһа ғүмер
       буйына ғазапланырғамы. Николай Поснико в беренсеһен һайлай. 30 йыл заводта эшл әһә лә, сәнғәткә, кино һәм театрға булғ ан һөйөүе ғүмерлеккә ҡала. Уның төшөнә сәхнә йондоҙҙары инеп тынғылыҡ бирмәй.
       Барыһы ла 1959 йылдан башлана. Өфөгә Мәскәүҙән Пушкин исемендәге театр кил ә. Николай үҙенең беренсе һүрәтен - ССС Р-ҙың халыҡ артисы Борис Чирковты төшөр ә. Тап ошо ваҡыттан Николай Юрьевичтың тынғыһыҙ фото тормошо башлана. Николай ҡулына фотоаппаратын алып Мәскәү һәм Ял та кино фестивалдәрендә "йондоҙҙарға һу нарсылыҡ" итә.
       Бөгөн беҙ уның таланты ярҙамында Юрий
       Соломин, Нина Усатова, Ирина Муравьева , Клара Лучко, Савелий Крамаров, Марина
       Влади, Владимир Высоцкий фотоларын ҡар ап һоҡланабыҙ.
       "Йондоҙҙар" күргәҙмәһе Әхмәтзәки Вәли ди исемендәге Милли китапханала асылды.
       Күп йылдар элек төшөрөлгән фотографиял ар булыуына ҡарамаҫтан, улар тамашасыла рҙы йәлеп итә. Күргәҙмәгә килгән һәр ке ше Андрей Миронов, Михаил Боярский, Ник олай Караченцов, Людмила Гурченко, Барб ара Брыльска, Софи Лорен фотоларына сәғ әттәр буйына ҡарап һоҡланып тороуын йәш ерә алмай.
       Ул ваҡыттарҙа артистар ҙа ябайыраҡ ке үек ине.
       - Уларҙың эргәһендә һаҡсылар булманы,
       миҫал өсөн, Софи Лорен яртышар сәғәт а втограф бүләк итер ине, - ти Николай Юр ьевич.
       - Софи Лорен фотографияһы буйынса һөй ләгеҙ әле
       - Был фотоны мин 1965 йылда Мәскәүҙә уҙған халыҡ-ара кино фестивалдә төшөрҙө м. "Итальяндарса ниҡах" фильмында "Иң я ҡшы ҡатын-ҡыҙ роле"н башҡарған Софи Лор енға премия тапшырылды. Ул призға күтәр елде һәм төшөп килгән ваҡытында уны ент екләп ҡараны. Тап ошо мәлдә минең "Зени т" актрисаны "эләктереп " алды. Ул бик матур күлдәктә ине.
       Николай Посников геройҙары фотолар оҫ таһын ҡунаҡҡа саҡырҙы. Миҫал өсөн, Фаин а Раневская.
       - Мин "Артабан - тынлыҡ" спектаклен ҡ араным. Бер нисә тапҡыр фотоға ла төшөр ҙөм, һәм Пушкиндың бер китабы менән поч та аша ебәрҙем. Фотографияларҙың береһе нә автограф бүләк итеүен һораным. Ранев ская үтенесемде ситкә ҡаҡманы, мин тиҙ ҙән: "Коляға, ысын йөрәктән. Шәхси торм ошта һәм эштә бәхет. Хөрмәт менән, Ране вская", - тип яҙылған фото алдым.
       Фаина Раневская менән аралашыуы еңел ине. Ул һәр ваҡыт шаярып һөйләшер булды . Журналистар менән әңгәмәһендә (ул ваҡ ытта мин дуҫым менән унда инем):
       - Фаина Георгиевна, ни өсөн йыш театр
       алмаштыраһығыҙ
       - Юғары сәнғәт эҙләйем.
       - Таптығыҙмы
       - Таптым...Третьяковкала, - тип яуап бирҙе Раневская.
       Николай Посников танылған актриса Алл а Ларионоваға ғашиҡ була һәм бер нәмәгә
       ҡарамай уның менән танышырға ҡарар итә .
       - 1962 йылдың авгусында, Алла Ларионо ва Өфөгә гастролгә килгән ваҡытта, мин уның тәүге фотографияһын яһаным. Һәйбәт
       килеп сыҡҡандарын почта аша ебәрҙем, о срашҡан мәлдә тапшырҙым. Мин ысынлап та
       уға ғашиҡ булдым. Төрлө ҡала ла йәшәһә к тә, дуҫ булдыҡ. Ул миңең илле йәшемә килде һәм сәхнәнән: "Коля, сәләмәт бул!
       Мине бер ваҡытта ла онотма!", тип ҡотл аны, - ти Николай Посников.
       Николай Юрьевич ялғыҙ йәшәй. Әммә бер
       генә лә үкенмәй. Ул үҙе төшөргән фотог рафияларға ҡарай ҙа: "Был минең тормошо м, минең биографиям", - тип ҡабатлай.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал