6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Башҡортостан һәр милләт халҡына тигеҙ ҡарай
26.05.06


       "Рус түгелмен, ләкин россиян мин!" , - тип яҙҙы башҡорт әҙәбиәте классигы
       Мостай Кәрим, Рәсәй халыҡтарының күп һанлы ғаиләһенә ҡараған башҡорт халҡы т ураһында ғорурлыҡ менән әйтеп. "Башҡорт
       түгелмен, ләкин Башҡортостан кешеһемен ", - тип әйтә бөгөн башҡорт ерендә йәшә гән йөҙҙән ашыу милләт вәкиле.
       Башҡортостанда йәшәгән иң ҙур милләт төркөмө - славяндар. Улар донъяла этник -ара дөйөмлөлөк араһында өсөнсө урынды биләй. Йыл һайын 24 майҙа Славян яҙмаһы
       һәм мәҙәниәте көндәрен байрам итәләр. Донъяла ярты миллиард славян иҫәпләнә, 125 миллионы - Рәсәйҙә, 44 - Украинала,
       38 - Польшала, 9 - Белорусияла. Ҡалған дары бар донъя буйлап таралған. Европал а "үҙ мөйөшө буйлап" славян донъяһына б үлеү тенденцияһы дауам итә, миҫал өсөн,
       Сербиянан Черногорияны бүлеү мәсьәләһе
       буйынса референдум. Әммә "милли билдәл әр" буйынса бүлеү бер дәүләткә лә файҙа
       килтергәне юҡ әле.
       - Хәҙерге ваҡытта донъяла славян хал ыҡтарын бер-береһенә ҡаршы ҡуйыу менән ҡыҙыҡһынған көстәр бар. Славян халҡы бы нан мең йыл элек берләшкән. Бөгөнгө көн дә бының киреһе - картала ваҡ ҡына слав ян дәүләте барлыҡҡа килә. Был фонда 450
       йыл бергә Башҡортостан һәм Рәсәй өлгәш кән сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни ҡаҙаныш тар анығыраҡ күренә, - тине "Кобзарь" у краин милли-мәҙәни үҙәк рәйесе ярҙамсыһ ы Василий Бабенко матбуғат конференцияһ ында.
       Василий Бабенко белдереүенсә, ҡеүәтле
       ил төҙөү өсөн, төрлө халыҡтың көсөн ту плауҙа һәр халыҡтың үҙенсәлеген һаҡлау зарур. Быны 450 йыл элек башҡорт ҡәбилә ләре башлыҡтары аңлаған, Рус дәүләтенә ҡушылыу тураһында ҡарар ҡабул иткән.
       Уйланылған милли сәйәсәт һөҙөмтәһендә
       Башҡортостан Рәсәйҙә һәм сит илдә ыңға й имиджҡа эйә. Диаспоралар үҫеше өсөн ш арттар булдырыла, Рәсәй төбәктәрендә, я ҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә контакттар уры нлаштырыла.
       - Миңә ил һәм донъя буйлап бик күп йө рөргә тура килә. Башҡортостанда халыҡта р телдәрен, мәҙәниәтен, сәнғәтен һаҡлау
       һәм үҫтереү өсөн булдырылған мөмкинлек тәргә хайран ҡалам, - ти Василий Бабенк о. - Миҫал өсөн, милли мәктәптәрҙе асыу
       милләт һанынан тормай. 1990 йылда респ ублика мәктәптәрендә һигеҙ туған тел өй рәнелһә, бөгөнгө көндә - 14: башҡорт, р ус, татар, сыуаш, мари, удмурт, мордва,
       украин, немец, латыш, белорус, йәһүд, әрмән һәм поляк.
       Республика милли мәктәптәрҙе кадрҙар менән тәьмин итеү проблемаһын да хәл ит те: юғары уҡыу йорттарында һәм урта мах сус уҡыу йорттарында туған тел бүлектәр е асылды. Республиканың педучилище һәм педколледж бүлексәләре мәктәпкәсә учреж дениелар өсөн кадрҙар әҙерләй.
       Башҡортостанда милли-мәҙәниәт үҙәктәр е һаны ла арта. Бөгөнгө көндә Халыҡтар дуҫлығы йортонда 28 үҙәк теркәлгән. Кил әһе йылда был үҙәктәр Халыҡтар дуҫлығы йортонда урын аласаҡ. 14 тарихи-мәҙәни үҙәкте Халыҡтар дуҫлығы йорто үҙ баланс ына ала.
       Башҡортостан халыҡтарының милли ихтыя ждарын финанслау йылдан-йыл арта. Башҡо ртостан ерендә йәшәгән халыҡ, ниндәй ми лләттән булыуына ҡарамаҫтан, үҙ тыуған илендә йәшәгән кеүек хис итә.

Инесса Брусиловская.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал