6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Бурзянцев: "Мин ерҙе һәм унда йәшәгән кешеләрҙе яратам"
25.05.06


       Башҡортостанда Борис Домашников һә м Александр Бурзянцев ижадын белмәгән к еше юҡтыр. Улар - эштәренең ысын оҫталы ғы һәм ижади зирәклеге менән оҡшаш.
       Александр Данилович Бурзянцев 1928 йы лдың 19 октябрендә Йылайыр районының Яң ы Преображенский ауылында тыуған. Бурзя нцевтар тормошо еңелдән булмай. Ғаилә М агнитогорск ҡалаһына күсеп китә, Сашаға
       алтынсы йәш киткәндә, әммә улар 1938 й ылда Йылайырға әйләнеп ҡайта. Тап Йылай ыр ерендә Саша һүрәт төшөрөү менән мауы ға башлай.
       Александр Бурзянцевтың рәссам булып к итеүенә әсәһе, ауыл уҡытыусыһы, ҡул оҫт аһы, һәм, әлбиттә Урал тәбиғәте ярҙам и тә.
       - Юл һайлауҙа һеҙҙең әсәйегеҙ нисек т әьҫир итте һуң, - тигән һорау бирәләр рәссамға.
       - Белмәйем. Минең әсәйем, Акулина Сер геевна, үҙ балаларына Пушкин әкиәттәрен
       генә уҡып ҡалманы, ҡул оҫтаһы ла булды . Беҙҙең йорт уның ҡул эштәре менән биҙ әлер ине: иҫке кейемдәрҙән аҡҡош һүрәте
       менән биҙәп тегелгән балаҫтар карауат өҫтөндә эленеп торҙо, иҙәндә төрлө сепр әктәрҙән тегелгән балаҫтар, һандыҡтың э ске япмаһында төрлө төҫтәге кәнфит ҡағы ҙҙары, һүрәтле открыткалар... 1946 йылд а әсәйем мине юлға йыйҙы, өйҙә ике бала
       ҡалды. Атайым 1943 йылда Сталинградта һәләк булды.
       Бурзянцев 1946-1951 йылдарҙа Пенза х удожество училищеһында уҡый. Илья Репин
       уҡыусыһы күренекле рәссам И.С.Горюшкин - Сорокопудов уның педагогы була. Ул Бу рзянцевҡа һүрәт төшөрөү серҙәрен төшөнд өрә. 1957 йылда "Иҫке Урал ҡаласығы" ка ртинаһы йәш рәссамға танылыу алып килә.
       Александр Бурзянцев әҫәрҙәрендә төп т ема - Урал тәбиғәте: "Бианка йылғаһы бу йында", "Ҡандра күлендә", "Аҡ ҡар" һәм башҡалар.
       "Йылдар үтһә лә, һин йәшәгән һәм эшлә гән ерҙе, тыуған яғыңды нығыраҡ яратаһы ң, башҡасараҡ баһалайһың", - ти рәссам. Александр Бурзянцев ижад иткән әҫәрҙәр - "Ағиҙелдә боҙ китә", "Аксаков тыуған
       урын", "Ағиҙел өҫтөндә", "Иҫке Өфө", " Өфөлә яҙ", "Урал пейзажы" һәм башҡалар ҡала пейзажын һүрәтләй.
       - Йөрәгем ҡушҡанса яҙам, ваҡытҡа ҡара п тормайым, яҙмайынса йәшәй алмайым. Мө хәббәтһеҙ йәшәй алмайым, мин ерҙе ярата м, һәм унда йәшәгән кешеләрҙе яратам, -
       ти Бурзянцев.
       Александр Бурзянцевтың иң яҡшы әҫәрҙә ре Нестеров исемендәге Башҡорт художест во музейында һаҡлана. Ул планлаштырған эштәр күп ине. Бурзянцев 1977 йылдың 25
       майында вафат була.
       Рәссам ғүмере буйына хеҙмәт итте, яңы лыҡҡа ынтылды, ул сығанаҡҡа - тыуған тә биғәткә тоғро ҡалды.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал