6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Мәктәп романы тамамланды...
24.05.06


       Мәктәп романы тамамланды... Мин ат а-әсәләр йыйылышына китеп барам. Тулҡын ланам, әлбиттә, һуңғы йыйылыш бит. Алты
       класс артта ҡалды...
       Беләм, 1 сентябрҙә лә етенсе синыфҡа барған саҡта ошондай уҡ тулҡынланыу кис ерәсәкмен, ә был инде - аҙаҡ.
       Финишҡа ниндәй һөҙөмтәләр менән килде к һуң Синыфташтар нисек - тормош бит с ағыштырыуҙарҙа таныла!
       Мин үҙемдең пионер булып йөрөгән бала
       сағымды хәтерләйем. Ул ваҡытта тормош та күңелле кеүек ине. Һуңғы йыйылыш бер
       үк көндә - 28 майҙа үтә. Был көнгә әҙе рләнәләр һәм уны көтөп алалар. Уҡыуҙа а ртта ҡалыусыларҙың да, ялҡауҙарҙың да к үңеле күтәренке... Класс етәксеһе һәр у ҡыусыны маҡтар ине, уҡыу йылы буйына һә р кем үҙен күрһәтергә өлгөрә ләбаһа! Мә ҫәлән, Петя мәктәп ашханаһында дежурҙа иң шәбе булды, класс таҡтаһы янындағы а ҡбур һәр ваҡыт Лена күҙәтеүе аҫтында бу лды. Йылы һүҙгә балалар ғына мохтажмы Йылы һүҙҙе бесәй яратҡанын да беләбеҙ.
       Ата-әсәләр уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙә ре яуҙыра, ҡосаҡ-ҡосаҡ яҙғы сәскәләр бү ләк итә. Быны бер кем дә ярамһаҡланыу т ип ҡабул итмәй: беҙҙең менән еңелдән тү гел. Беҙ - иң ауыр класс. Уҡытыусы беҙҙ е әрләһә лә, яратыуын беләбеҙ. Шау-гөр килеп мәктәп баҡсаһына йүгерәбеҙ: беҙҙе ң мәктәп Колхоз баҙары артында, бик күр енеп тә бармай. Тынлыҡ, сирен, алмағас һәм ҡайын ағастары араһына кереп фотоға
       төшәбеҙ. Миндә мәктәпте тамамлаған һәр
       йыл фотолары бар. Улар ҡабатланмаҫ...
       Ошондай йылы хәтирәләр менән ҡыҙым уҡ ыған мәктәп тупһаһына барып еттем. Өҫ к ейемемә күҙ һалдым, сумкала ятҡан фотоа ппаратҡа ҡарап алдым да алға атланым.
       Мәктәп мине тын ғына ҡаршыланы. Бөгөн
       28 түгел, 18 май ғына бит әле. Бындай тынлыҡҡа бер аҙ аптырап та ҡуйҙым. Каби нетҡа кергәс күңелем кителде: парта арт ында арыуҙары йөҙҙәренә сыҡҡан ун ҡатын
       ултыра, өҫтәрендә - футболка, хат та п лащ. Былар 28 уҡыусының ата-әсәһе! Бай рамса кейенмәгәндәр, уҡытыусының да йөҙ ө төҫһөҙ. Мин бүләк иткән ҡәнәферҙәр гө лләмәһе лә уҡытыусының йөҙөн үҙгәртмәне
       кеүек, уның өҫтәлендә ялғыҙы ғына (кла сс журналын иҫәпләмәгәндә) урын алды. К ласс тормошо тураһында һүҙ бармауын мин
       шунда уҡ аңлап алдым. Йыл нисек үтте Уҡыу йылын нисек тамамланыҡ Кемдәр юға рыға күтәрелде Был хаҡта бер нимәлә ю ҡ.
       Уҡытыусы әкрен генә тауыш менән мәктә п участкаһында эшләүҙе нимә менән алмаш тырыу хаҡында яй ғына һанап сыҡты. Һүҙ ыңғайында ҡыҙҙарҙың сәс буяуына ҡәнәғәт һеҙлек белдерҙе. Класс етәксеһенең "Һу ңғы ялда балаларҙы ҡайҙа алып барырға" , - тигән һорауы беҙҙе йәнләндереп ебәр ҙе. Әсәйҙәр тын ғына уҡытыусыға ҡарай, әл ул - уларға. Класс етәксеһе республи каның туристик үҙәгенә барырға тәҡдим и тте: "Дөрөҫ, ҡиммәтерәк, һәр кешенән 90 0 һум самаһы буласаҡ, әммә бөтәһе лә ба рмаясаҡ бит. Ун кеше булырмы..."
       Әкрен генә өйгә табан атлайым. Нисек инде: уҡыу йылындағы һуңғы сара аҡсаһы булғандар өсөн генә түгелме Был ниндәй
       һуңғы йыйылыш һуң Мин түҙмәнем, мәктә п әхирәтемә (ул оҙаҡ йылдар уҡытыусы бу лып эшләй) шылтыраттым. "Заманалар башҡ а, барыһын да уҡытыусы хәл итә", - тип көлөмһөрәне әхирәтем.
       Минеңсә был дөрөҫ түгел. Һәр кеше хә тирәләр менән йәшәй. Минең ҡыҙымдың бер гә уҡыған синыфташтары тураһында ниндәй
       хәтирәләр һаҡланыр икән Уҡытыусы-әхир әтем әллә хаҡлымы Теләһә балаларға йөр әген бирә, теләмәһә - юҡ. Дөрөҫ, был кү ңелһеҙ фекерләүҙә тағы бер пункт бар - ата-әсәләр. Әйтергә кәрәк, беҙ ҙә битар афбыҙ. Ә беҙҙең ата-әсәләр беҙгә ҡарата
       бындай мөнәсәбәттә түгел ине. Беҙҙең б арыбыҙға ла күберәк йөрәк йылыһы ине - ата-әсәләргә лә һәм педагогтарға ла.

Жанна Ягодкина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал