6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Лев Ошанин ярҙамы
17.05.06


       Популяр йырҙар һәм бихисап шиғырҙа р йыйынтығы авторы Ошанин Лев Ивановичт ың тыуыуына 94 йыл тулды. Лев Ошанин Ба шҡортостанда булған, уның ағаһы бында к ооператор булып та эшләгән.
       1982 йылдың сентябрендә Башҡортостанд а Рәсәй әҙәбиәте көндәре уҙа. Сараны йо мғаҡлау кисәһендә Рәсәй яҙыусылары исем енән РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы ағза һы, Сталин премияһы лауреаты, Илеш райо нында булған яҙыусылар төркөмө етәксеһе , шағир Лев Ошанин сығыш яһай.
       - Башҡортостанда уҙған Рәсәй әҙәбиәте
       көндәрендә күркәм республика менән тан ыштыҡ. Ауыл халҡы, эшсе һәм интеллигенц ия хеҙмәте Башҡортостанға йәм өҫтәй, ул
       мәҙәниәт һәм иҡтисад ҡаҙаныштары менән
       ғорурлана, - тине Лев Ошанин сығышында . - Башҡортостан хеҙмәтсәндәре менән та нышыуыбыҙ ижадҡа яңы этәргес бирә.
       Лев Ошанин Башҡортостан шағирҙары һәм
       яҙыусылары менән хеҙмәттәшлек итте, ат ап әйткәндә, Башҡортостандың халыҡ шағи ры Мостай Кәрим менән.
       Лев Ошанин Горький исемендәге әҙәбиәт
       институтында уҡыта. Башҡортостандан Ви л Ғүмәров унда семинарҙа шөғөлләнә. Ул Ошаниндың иң яратҡан студенттарының бер еһе була. 1980 йылда Вил Ғүмәров тыуған
       төйәгенә әйләнеп ҡайта, китап нәшриәте ндә һәм "Ағиҙел" журналы редакцияһында эшләй. Һуңғы йылдарҙа Стәрлетамаҡта яҙы усылар ойошмаһы секретары булып эшләй. Ғүмәров повестар, хикәйәләр, мәҡәләләр һәм шиғырҙар ижад итә. Ул операция ваҡы тында үлә, уға ни бары 45 йәш була.
       Лев Ошанин шағирҙың иртә китеүен ауыр
       кисерә. Лев Иванович Вил Ғүмәровтың әс әһен Учалы районынан Стәрлетамаҡҡа күсе рергә ярҙам итеүе тураһында күптәр белм әйҙер әле.
       Лев Ошанин был турала ғалимдар Морат Рәхимҡолов һәм Суфиян Сафуанов менән Пе ределкинола осрашыуында бәйән итә. Вил Ғүмәровтың әсәһе Мәфрухә Суфьянова улын ың фатирын уға ҡалдырыу үтенесе менән Л ев Ошанинға мөрәжәғәт итә. Лев Иванович  Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығына хат еб әрә. Унда былай тиелә:
       "Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлығына
       Хөрмәтле ҡала башлығы! Һеҙҙең ҡалала талантлы йәш шағир Вил Ғү мәров йәшәне һәм эшләне. Миңә уның ҡала
       тормошонда (гәзит, экология һәм башҡал ар) әүҙем ҡатнашыуы билдәле.
       Ғүмәров Әҙәбиәт институтында минең се минарҙарҙа студент булды. Мин уның әсәһ енән хат алдым. Ялғыҙ һәм ауырыу әсәгә уңайлыҡтары булмаған ауыл өйөндә йәшәрг ә бик тә ауыр. Ул улының фатирын уға бе ркетергә һәм Стәрлетамаҡҡа күсеп килерг ә ярҙам итеүегеҙ тураһында үтенә.
       Мин уның үтенесен ысын күңелдән хупла йым һәм Вил Ғүмәровтың әсәһенә ярҙам ҡу лы һуҙырһығыҙ тип ышанам.
       Хөрмәт менән, Лев Ошанин. 29 октябрь, 1994 йыл. Вил Ғүмәровтың ошо уҡ йылдың июлендә ва фат булыуын беләһегеҙҙер".
       Стәрлетамаҡ етәкселеге шағир үтенесен
       ҡәнәғәтләндерә. 1994 йылдың 11 ноябрен дә Лев Ошанинға хат килеп төшә:
       "Хөрмәтле Лев Ошанин! Ҡала хакимиәте ҡарары менән Вил Ғүмәров тың әсәһенә Шәфиев урамы, 5-се һанлы йо ртта бер бүлмәле фатир бүленде. Хакимиәт башлығы урынбаҫары С.Г.Хисмәту ллин".
       Бер нисә көндән Лев Ошанин тағы ла бе р хат алып ҡыуана. Был хат Вил Ғүмәровт ың әсәһенән була:
       "Хөрмәтле Лев Иванович! Һеҙгә Вил Ғүмәровтың әсәһе яҙа. Минең хатыма яуап биргәнегеҙ өсөн сикһе ҙ рәхмәтлемен. Рәхмәт, һеҙ минең улымды
       онотмағанһығыҙ. Минең ҡыуанысым ҙур: С тәрлетамаҡ хакимиәте миңә бер бүлмәле ф атир бирҙе. Мин күстем дә инде. Һеҙҙең ярҙамығыҙ өсөн мең-мең рәхмәт. Вилдең нәшер ителмәгән әҫәрҙәрен уҡыйым . Уларҙың ҡай берҙәрен баҫтырып булыр т ип уйлайым.
       Һеҙгә барыһы өсөн дә рәхмәт, һаулыҡ һ әм уңыштар теләйем. Хөрмәт менән, Мәфрухә Суфьянова. 23.11. 94 йыл".

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал